Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кем алдана: Тәслимәме, минме?
Көрсөк иҡтисадтың бар өлкәләренә лә ҡағылған икән. Элек урамдағы олоғара баннерҙарҙа башлыса “Фәлән тауарҙы һатып ал!” тигән саҡырыуҙар эленһә, хәҙер социаль реклама күбәйгән. Ана, аҙым һайын тиерлек ”Алданма, “конверттағы” хеҙмәт хаҡына “юҡ” тип әйт!” тигән яҙыуҙар тора. Ысынлап та, илдәге бизнестың 30 проценты ”күләгә”лә тиеүҙәре дөрөҫтөр, быны ҡыҙымдың эш хаҡына ҡарап та раҫлай алам. Банк картаһына 15 мең һумдың 3 600-ө аванс итеп күсерелһә, ай бөткәс – ҡалған 7 200-ө. Ә тағы 4 мең тирәһе премия – был тап баяғы 30 процентҡа торошло – ҡулаҡса рәүешендә усҡа йомдорола.

Һабаҡташым Тәслимә – шундай “кү­лә­гәләге иҡтисад” вәкиле. Оло тор­мош­ҡа аяҡ баҫҡаныбыҙға ике тиҫтә йыл, ә ул бер көн дә рәсми рәүештә тир түкмәне. Беҙ һөнәребеҙ буйынса дәү­ләт баҫмаларына эшкә урынлаштыҡ, Тәслимә инглиз теленән репетитор булып үҙ йүнен үҙе күрә башланы. Шәхси эшҡыуар булып теркәлеп торманы ул. Ҡулынан тоторҙар тип тә ҡурҡмай. “Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай. Ҡалалағы байтаҡ түрәнең балаһы миндә шөғөлләнә. Бөтәһенә лә ваҡы­тым етмәү сәбәпле, сират торалар хатта. Абруйым ҙур, сөнки уҡыу­сы­ларым төрлө олимпиадаларҙа гел алдынғы урындар яулай. Ә инглиз теле һәр кемгә кәрәк хәҙер”, – ти ул.
Эшен башлағандан алып бөгөнгәсә әхирәтем бер ниндәй ҙә һалым иғәнәһе түләмәй. Тимәк, социаль гарантияһы юҡ. Йәғни, баяғы баннерҙа ҡурҡы­тыуҙарынса, ауырып киткәнендә “больнич­ный”ға, һәр төрлө дәүләт по­со­биеларына, пенсияға өмөт итә алмай. Бахыр, нисек йәшәй улай, тиһегеҙме? Зарланмай былай. Ышанмаһағыҙ, минең менән сағыштырып ҡарағыҙ.
Егерме йыл Өфөлә эшләйем. 14 йыл­дан – тәүге фатирымды, йәнә дүрт йылдан икенсеһен һатып алдым. Тәслимә баш ҡалала ун йылдай. Шул арала ул да икенсе торлағын алды. Икебеҙҙең дә – икешәр бүлмәле, тик минеке 45 квадрат метр булһа, уныҡы – туҡһан. Ҡала уртаһындағы затлы йортта. Минең машинам юҡ әле, ә ул икәүҙе алмаштырҙы инде.
Мин мотлаҡ медицина страховкаһы полисынан файҙаланып бушлай дауаланам. Әлбиттә, исеме генә бушлай. Ысынында күп нәмәгә өҫтәп түләргә мәжбүрбеҙ – быны һәр кем иҫбатлар. Мәҫәлән, ике йыл элек икебеҙ ҙә бер иш түләүле операция үткәрҙек. Мин, хәлемә ҡарап, 28 мең һумға төшкән осһоҙорағын һайлаһам, Тәслимә ваҡ­ла­нып маташманы – 64 меңен сығарып һалды.
Элек эш еренән бушлай шифахана-профилакторийға, диңгеҙ буйына ку­рортҡа ялға ебәрәләр ине. Хәҙер былар төш кеүек кенә. Теләк тыуһа ла, иң беренсе кеҫәңде ҡапшарға тура килә. Тәслимә, көрсөк тип торманы, быйыл Грецияға ял итергә барҙы. Ире, әсәһе менән бергә. Ә бит былтыр Италиянан ҡайтҡас, хаҡтарға зарланып торғайны, һәр беребеҙ 45-әр мең һум тирәһе тотондоҡ тип! Элекке йыл Испанияны күргәйнеләр. Өҫтәүенә мотлаҡ йылына ике тапҡыр Англияға бара – инглиз теле өлкәһендәге тәжрибәһен байытыр өсөн. Мин иһә һуңғы ун йылда ике тапҡыр Ҡара диңгеҙҙә ял иттем дә бер тапҡыр бер аҙна үҙебеҙҙең шифаханала дауаландым.
Уның ҡарауы, ҡарт көнөмдә аҙмы-күпме пенсиям буласаҡ, тип йыуатам үҙемде. Пенсияның тупланма өлөшөн киләһе йылда ла “туңдырып” торһалар ҙа, бөтөнләй юҡҡа сыҡмаҫ әле. Ҡайҙа дөйөм суммаға күҙ һалайым тип, үҙем һайлаған дәүләттеке булмаған пенсия фондының сайтындағы “шәхси кабинетыма” инәм. Ун йылда йәмғеһе 166 мең һум йыйылған. Шуны 19 йылға тигеҙ итеп бүләм (был – кешенең пенсиялағы уртаса йәшәү ваҡыты). Һәр бер айға самалаһаң, 728 һумдан килеп сыға. Алдағы йылдарҙа бер аҙ артыр был һан, ләкин барыбер артыҡ күп түгел.
Ә Тәслимә ошо арала йәнә бер фатир һатып алырға йөрөй. “Ҡарт­лығымды хәстәрләй башларға кәрәк. Минең бит һеҙҙеке кеүек пенсиям булмаясаҡ. Ҡуртымға биреп, ай һайын ингән керемгә йәшәйәсәкмен”, – тине. Миңә лә был хаҡта уйланмайса бул­маҫ, пенсия алһам да, уның күләме ҡәнәғәтләндерерме һуң? Әлегә дәүләт гарантия биргән сумма – 4383 һум.
...Ғәфү итегеҙ, телефоным шылтырай. Тағы һабаҡташым икән. Шат та­уыш менән трубкаға, тиҙ генә килеп ет, бер нәмә һатып алдым, тип ҡысҡыра. Тәслимәнең йортона барып инеүгә, иҙән буйлап табаға оҡшаған йомро нәмә йыбырлап йөрөгәнен күрҙем. Тиҙҙән бүлмәләге бар ҡыйҙы үҙаллы йыйып сыҡты ул. Баҡһаң, өйөндә кер, һауыт-һаба йыуыу машиналары булыу өҫтөнә иҙән йыуа торғанын да һатып алған икән. Уның өсөн хаҡы ла ҡыйбат түгел – 13 мең һум.
Мин хәҙер ҡартайған көнөндә уның түшәгенә стакан менән һыу килтереп биргән роботты күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙым. Булмаҫ тимә, Мәс­кәүҙә яңғыҙаҡ пенсионерҙарға иптәшкә һөйләшеүсе робот беркетәсәктәре тураһында һүҙ булды бит инде.
Һөҙөмтәлә һығымта ниндәйме? Дөрөҫ, бизнес әле тиҙ генә “күләгә”нән сыҡмаҫ. Кем алдана һуң: дәүләткә өмөт бағ­ла­май ғына, үҙ йүнен үҙе күргән Тәс­лимәме, әллә керемемде йәшермәй, һалымымды түләп асыҡтан-асыҡ тир түккән минме?



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Ғәли
    Ғәли от 28.10.2015, 20:43
    Рәхмәт,Гөлдәр! Социаль темаға яҙған мәҡәләләрегеҙ оҡшай.Күберәк яҙығыҙ. Гәзиттә социаль тема ныҡ аҡһай.

Комментарий өҫтәргә