Кем алдана: Тәслимәме, минме?28.10.2015
Көрсөк иҡтисадтың бар өлкәләренә лә ҡағылған икән. Элек урамдағы олоғара баннерҙарҙа башлыса “Фәлән тауарҙы һатып ал!” тигән саҡырыуҙар эленһә, хәҙер социаль реклама күбәйгән. Ана, аҙым һайын тиерлек ”Алданма, “конверттағы” хеҙмәт хаҡына “юҡ” тип әйт!” тигән яҙыуҙар тора. Ысынлап та, илдәге бизнестың 30 проценты ”күләгә”лә тиеүҙәре дөрөҫтөр, быны ҡыҙымдың эш хаҡына ҡарап та раҫлай алам. Банк картаһына 15 мең һумдың 3 600-ө аванс итеп күсерелһә, ай бөткәс – ҡалған 7 200-ө. Ә тағы 4 мең тирәһе премия – был тап баяғы 30 процентҡа торошло – ҡулаҡса рәүешендә усҡа йомдорола.
Һабаҡташым Тәслимә – шундай “күләгәләге иҡтисад” вәкиле. Оло тормошҡа аяҡ баҫҡаныбыҙға ике тиҫтә йыл, ә ул бер көн дә рәсми рәүештә тир түкмәне. Беҙ һөнәребеҙ буйынса дәүләт баҫмаларына эшкә урынлаштыҡ, Тәслимә инглиз теленән репетитор булып үҙ йүнен үҙе күрә башланы. Шәхси эшҡыуар булып теркәлеп торманы ул. Ҡулынан тоторҙар тип тә ҡурҡмай. “Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай. Ҡалалағы байтаҡ түрәнең балаһы миндә шөғөлләнә. Бөтәһенә лә ваҡытым етмәү сәбәпле, сират торалар хатта. Абруйым ҙур, сөнки уҡыусыларым төрлө олимпиадаларҙа гел алдынғы урындар яулай. Ә инглиз теле һәр кемгә кәрәк хәҙер”, – ти ул.
Эшен башлағандан алып бөгөнгәсә әхирәтем бер ниндәй ҙә һалым иғәнәһе түләмәй. Тимәк, социаль гарантияһы юҡ. Йәғни, баяғы баннерҙа ҡурҡытыуҙарынса, ауырып киткәнендә “больничный”ға, һәр төрлө дәүләт пособиеларына, пенсияға өмөт итә алмай. Бахыр, нисек йәшәй улай, тиһегеҙме? Зарланмай былай. Ышанмаһағыҙ, минең менән сағыштырып ҡарағыҙ.
Егерме йыл Өфөлә эшләйем. 14 йылдан – тәүге фатирымды, йәнә дүрт йылдан икенсеһен һатып алдым. Тәслимә баш ҡалала ун йылдай. Шул арала ул да икенсе торлағын алды. Икебеҙҙең дә – икешәр бүлмәле, тик минеке 45 квадрат метр булһа, уныҡы – туҡһан. Ҡала уртаһындағы затлы йортта. Минең машинам юҡ әле, ә ул икәүҙе алмаштырҙы инде.
Мин мотлаҡ медицина страховкаһы полисынан файҙаланып бушлай дауаланам. Әлбиттә, исеме генә бушлай. Ысынында күп нәмәгә өҫтәп түләргә мәжбүрбеҙ – быны һәр кем иҫбатлар. Мәҫәлән, ике йыл элек икебеҙ ҙә бер иш түләүле операция үткәрҙек. Мин, хәлемә ҡарап, 28 мең һумға төшкән осһоҙорағын һайлаһам, Тәслимә ваҡланып маташманы – 64 меңен сығарып һалды.
Элек эш еренән бушлай шифахана-профилакторийға, диңгеҙ буйына курортҡа ялға ебәрәләр ине. Хәҙер былар төш кеүек кенә. Теләк тыуһа ла, иң беренсе кеҫәңде ҡапшарға тура килә. Тәслимә, көрсөк тип торманы, быйыл Грецияға ял итергә барҙы. Ире, әсәһе менән бергә. Ә бит былтыр Италиянан ҡайтҡас, хаҡтарға зарланып торғайны, һәр беребеҙ 45-әр мең һум тирәһе тотондоҡ тип! Элекке йыл Испанияны күргәйнеләр. Өҫтәүенә мотлаҡ йылына ике тапҡыр Англияға бара – инглиз теле өлкәһендәге тәжрибәһен байытыр өсөн. Мин иһә һуңғы ун йылда ике тапҡыр Ҡара диңгеҙҙә ял иттем дә бер тапҡыр бер аҙна үҙебеҙҙең шифаханала дауаландым.
Уның ҡарауы, ҡарт көнөмдә аҙмы-күпме пенсиям буласаҡ, тип йыуатам үҙемде. Пенсияның тупланма өлөшөн киләһе йылда ла “туңдырып” торһалар ҙа, бөтөнләй юҡҡа сыҡмаҫ әле. Ҡайҙа дөйөм суммаға күҙ һалайым тип, үҙем һайлаған дәүләттеке булмаған пенсия фондының сайтындағы “шәхси кабинетыма” инәм. Ун йылда йәмғеһе 166 мең һум йыйылған. Шуны 19 йылға тигеҙ итеп бүләм (был – кешенең пенсиялағы уртаса йәшәү ваҡыты). Һәр бер айға самалаһаң, 728 һумдан килеп сыға. Алдағы йылдарҙа бер аҙ артыр был һан, ләкин барыбер артыҡ күп түгел.
Ә Тәслимә ошо арала йәнә бер фатир һатып алырға йөрөй. “Ҡартлығымды хәстәрләй башларға кәрәк. Минең бит һеҙҙеке кеүек пенсиям булмаясаҡ. Ҡуртымға биреп, ай һайын ингән керемгә йәшәйәсәкмен”, – тине. Миңә лә был хаҡта уйланмайса булмаҫ, пенсия алһам да, уның күләме ҡәнәғәтләндерерме һуң? Әлегә дәүләт гарантия биргән сумма – 4383 һум.
...Ғәфү итегеҙ, телефоным шылтырай. Тағы һабаҡташым икән. Шат тауыш менән трубкаға, тиҙ генә килеп ет, бер нәмә һатып алдым, тип ҡысҡыра. Тәслимәнең йортона барып инеүгә, иҙән буйлап табаға оҡшаған йомро нәмә йыбырлап йөрөгәнен күрҙем. Тиҙҙән бүлмәләге бар ҡыйҙы үҙаллы йыйып сыҡты ул. Баҡһаң, өйөндә кер, һауыт-һаба йыуыу машиналары булыу өҫтөнә иҙән йыуа торғанын да һатып алған икән. Уның өсөн хаҡы ла ҡыйбат түгел – 13 мең һум.
Мин хәҙер ҡартайған көнөндә уның түшәгенә стакан менән һыу килтереп биргән роботты күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙым. Булмаҫ тимә, Мәскәүҙә яңғыҙаҡ пенсионерҙарға иптәшкә һөйләшеүсе робот беркетәсәктәре тураһында һүҙ булды бит инде.
Һөҙөмтәлә һығымта ниндәйме? Дөрөҫ, бизнес әле тиҙ генә “күләгә”нән сыҡмаҫ. Кем алдана һуң: дәүләткә өмөт бағламай ғына, үҙ йүнен үҙе күргән Тәслимәме, әллә керемемде йәшермәй, һалымымды түләп асыҡтан-асыҡ тир түккән минме?