Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөтәһе лә — бер йөрәктән
Көлөрһөң дә, иларһың да... Һуңғы ваҡытта донъя йәмәғәтселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәр сығышын тиерлек көтөп ала һәм ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Әллә берәй сенсация көтә, әллә сираттағы тапҡыр аҡыллы фекер ишеткеһе килә, әллә... Аңламаҫһың. Һәр хәлдә, үткән аҙнала Сочи ҡалаһында уҙған “Валдай” халыҡ-ара бәхәс клубының кәңәшмәһе алдынан ил етәксеһенең ҡайһы темаға баҫым яһары, ниндәй проблемаларҙы күтәреп сығыры эксперттарға оҙаҡ тынғы бирмәне. Күптәр хатта һуғыш һәм солох тематикаһына санкцияларға бәйле иҡтисади көрсөктө лә бәйләп маташты. Әйткәндәй, һуңғы күҙаллауҙар Путиндың осрашыу урынына өр-яңы “Lada Vesta” автомобилендә килеп туҡтауы менән юҡҡа сыҡты — иҡтисади сәйәсәт ярайһы уҡ ышаныслы, тотороҡло һәм нигеҙле, тимәк.
Украина, Сүриә, Мәскәү менән Вашингтон араһындағы мөнәсәбәттәр, терроризм, санкциялар... Владимир Путиндың сығышы бер көнүҙәк теманы ла ситтә ҡалдырманы кеүек. Һәр мәсьә­ләгә ҡағылышлы аныҡ фекер, көслө дәлил. “Һис шикһеҙ, АҠШ донъя­лағы иң ҙур хәрби потенциалға эйә. Әммә ике яҡлы уйын һәр ваҡыт ауыр бирелә. Террорсыларға ҡаршы һуғыш иғлан итеү, шул уҡ ваҡытта уларҙы үҙ мәнфәғәтеңдә ҡулланыу — бындай юл менән терроризмды еңеү мөмкин түгел”. Владимир Путин билдәләүенсә, Сүриәләге боевик­тар­ҙы “уртасыл” һәм “уртасыл бул­ма­ған” кеүе­герәк категорияларға бүлеп ҡа­рарға ярамай. “Уртасыл террорсылар наҙлыраҡ үлтерәләрме әллә?” Яуап юҡ.
Ғөмүмән, АҠШ-тың һәр аҙымы ал­даҡҡа ҡоролған булып сыға түгелме? Ирандың ядро программаһына һылта­нып, ракеталарға ҡаршы оборона сис­темаһын төҙөүе, хәүеф юҡҡа сыҡҡас та төҙөлөштөң тамамланмауы, хәҙер килеп Европала әлеге системаның тәүге тәжрибәһен үткәреп ятыуы... Быларҙы нисек аңларға? Тимәк, раке­та­ларға ҡаршы оборона системаһы Европаға ҡул һуҙыу өсөн сәбәп кенә булған... “Был нимәне аңлата? Тимәк, беҙ ҡасандыр Америкалағы парт­нер­ҙарыбыҙ менән бәхәскә кергәндә үк хаҡлы булып сыҡҡанбыҙ. Был беҙҙе, хәйер, бар донъяны сират­тағы тапҡыр яңылышлыҡҡа этәреү тигән һүҙ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә — алданылар”.
Путиндың фекеренсә, Ҡушма Штаттар башҡа илдәр менән, шул иҫәптән союздаштары менән дә, үҙен вассалдар менән эш иткәндәй тоя. “Санкциялар — дәғүәселәрҙе баҙарҙа ҡы­­ҫырыҡ­лау йәки унан бөтөнләй сығарыу маҡсатындағы намыҫһыҙ конкурентлыҡ. Штрафтар яуҙы­рыу­ҙы ғына алып ҡарайыҡ. Американың бер яҡлы санкцияларын боҙған өсөн бөгөн хатта ҡаты язаға тарттырылалар”.
“Ленинград урамдары мине 50 йыл элек үк бер ҡағиҙәгә өйрәтте: әгәр яғалашыуҙан ҡотолоп булмай икән, беренсе булып һуҡ”. Ҡаты... Көслө... Уҫал алым... Әммә ышаныслы. Хәйер, үҙ-үҙеңә ышанмаһаң, бындай ҡағиҙәгә таянып та булмайҙыр. Мөмкин дә түгелдер. Ил етәксеһенең сағыу, төп­лө сығышы ниндәйҙер мәлдә “ышаныс һәм хөрмәт” асылын “ҡурҡыу һәм хөрмәт”кә алыштырғандай тойолдо. Бөтәһе лә — бер йөрәктән...



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Илшат
    Илшат от 27.10.2015, 20:30
    "Һуңғы ваҡытта донъя йәмәғәтселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәр сығышын тиерлек көтөп ала",-- ти мәҡәлә авторы.Ә һеҙ ниндәй илдәрҙә булып, йәмәғәтселек фекерен белештегеҙ? Мәскәүҙең ҡайһы бер журналистары,сәйәсмәндәре фекерен генә ҡабатлайһығыҙ түгелме һуң? Ни тигәндә, һеҙ яҙғандың бөтөнләй киреһен иҫбатлаусы сәйәсмәндәр ҙә күп.

Комментарий өҫтәргә