Бөтәһе лә — бер йөрәктән27.10.2015
Көлөрһөң дә, иларһың да... Һуңғы ваҡытта донъя йәмәғәтселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәр сығышын тиерлек көтөп ала һәм ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Әллә берәй сенсация көтә, әллә сираттағы тапҡыр аҡыллы фекер ишеткеһе килә, әллә... Аңламаҫһың. Һәр хәлдә, үткән аҙнала Сочи ҡалаһында уҙған “Валдай” халыҡ-ара бәхәс клубының кәңәшмәһе алдынан ил етәксеһенең ҡайһы темаға баҫым яһары, ниндәй проблемаларҙы күтәреп сығыры эксперттарға оҙаҡ тынғы бирмәне. Күптәр хатта һуғыш һәм солох тематикаһына санкцияларға бәйле иҡтисади көрсөктө лә бәйләп маташты. Әйткәндәй, һуңғы күҙаллауҙар Путиндың осрашыу урынына өр-яңы “Lada Vesta” автомобилендә килеп туҡтауы менән юҡҡа сыҡты — иҡтисади сәйәсәт ярайһы уҡ ышаныслы, тотороҡло һәм нигеҙле, тимәк.
Украина, Сүриә, Мәскәү менән Вашингтон араһындағы мөнәсәбәттәр, терроризм, санкциялар... Владимир Путиндың сығышы бер көнүҙәк теманы ла ситтә ҡалдырманы кеүек. Һәр мәсьәләгә ҡағылышлы аныҡ фекер, көслө дәлил. “Һис шикһеҙ, АҠШ донъялағы иң ҙур хәрби потенциалға эйә. Әммә ике яҡлы уйын һәр ваҡыт ауыр бирелә. Террорсыларға ҡаршы һуғыш иғлан итеү, шул уҡ ваҡытта уларҙы үҙ мәнфәғәтеңдә ҡулланыу — бындай юл менән терроризмды еңеү мөмкин түгел”. Владимир Путин билдәләүенсә, Сүриәләге боевиктарҙы “уртасыл” һәм “уртасыл булмаған” кеүегерәк категорияларға бүлеп ҡарарға ярамай. “Уртасыл террорсылар наҙлыраҡ үлтерәләрме әллә?” Яуап юҡ.
Ғөмүмән, АҠШ-тың һәр аҙымы алдаҡҡа ҡоролған булып сыға түгелме? Ирандың ядро программаһына һылтанып, ракеталарға ҡаршы оборона системаһын төҙөүе, хәүеф юҡҡа сыҡҡас та төҙөлөштөң тамамланмауы, хәҙер килеп Европала әлеге системаның тәүге тәжрибәһен үткәреп ятыуы... Быларҙы нисек аңларға? Тимәк, ракеталарға ҡаршы оборона системаһы Европаға ҡул һуҙыу өсөн сәбәп кенә булған... “Был нимәне аңлата? Тимәк, беҙ ҡасандыр Америкалағы партнерҙарыбыҙ менән бәхәскә кергәндә үк хаҡлы булып сыҡҡанбыҙ. Был беҙҙе, хәйер, бар донъяны сираттағы тапҡыр яңылышлыҡҡа этәреү тигән һүҙ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә — алданылар”.
Путиндың фекеренсә, Ҡушма Штаттар башҡа илдәр менән, шул иҫәптән союздаштары менән дә, үҙен вассалдар менән эш иткәндәй тоя. “Санкциялар — дәғүәселәрҙе баҙарҙа ҡыҫырыҡлау йәки унан бөтөнләй сығарыу маҡсатындағы намыҫһыҙ конкурентлыҡ. Штрафтар яуҙырыуҙы ғына алып ҡарайыҡ. Американың бер яҡлы санкцияларын боҙған өсөн бөгөн хатта ҡаты язаға тарттырылалар”.
“Ленинград урамдары мине 50 йыл элек үк бер ҡағиҙәгә өйрәтте: әгәр яғалашыуҙан ҡотолоп булмай икән, беренсе булып һуҡ”. Ҡаты... Көслө... Уҫал алым... Әммә ышаныслы. Хәйер, үҙ-үҙеңә ышанмаһаң, бындай ҡағиҙәгә таянып та булмайҙыр. Мөмкин дә түгелдер. Ил етәксеһенең сағыу, төплө сығышы ниндәйҙер мәлдә “ышаныс һәм хөрмәт” асылын “ҡурҡыу һәм хөрмәт”кә алыштырғандай тойолдо. Бөтәһе лә — бер йөрәктән...