Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡты хәтер йәшәр йөрәктә
Яҡты хәтер йәшәр йөрәктә Ошо юбилейын әллә нимә көткәндәй көттө ул. Әйтерһең, бәләкәй бала инде, ни аласағы, китабы сығасағы, ҡайҙа кемдәр менән осрашасағы хаҡында ҡыуанып һөйләне. Һәр ваҡыттағыса, шағирә, ғалимә, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина йөҙҙәрсә план менән йәшәне... Һәм бына ҡапыл, беҙҙе ҡалдырып, мәңгелек йортона күсте. Ҡырҡына Башҡортостандың матбуғат баҫмаларында йылы йөкмәткеле мәҡәләләр сыҡты. Үҙе көтөп ала алмаған тыуған көнө лә килеп етте...

Дәүләкән районында әҙи­бәнең яҡты иҫтәлегенә арнап, күп сара үтте. Унда тормош иптәше Урал Ураҡсин менән улы ла ҡатнашты. Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейынан бүленгән бер бүлмәгә Рәсимә апайҙың шәхси әйбер­ҙәрен, наградаларын бирергә вәғәҙә иттеләр. Әйткән­дәй, был мөйөш – әлегә ваҡыт­лыса ғына булдырылған урын, сөнки килә­сәктә Дәүләкән ҡалаһының яңы урамдарының береһенә, шул иҫәптән китапханаға ша­ғирә­нең исемен биреп, шунда уҡ музейын асыуҙы ла күҙ уңы­нан ысҡындырмай район етәксе­леге. 16 йәшкә тиклемге балалар араһында шиғыр конкурсы иғлан итеп, еңеүсе­ләргә Рәси­мә Ураҡсина премия­һын тап­шырырға уйлайҙар. Бәйге­нең ойоштороусылары – Дәү­ләкән районы хаки­миәте, Баш­ҡортос­тандың Яҙыу­сылар союзы. Ә матди сығымдарҙы әҙибәнең тормош иптәше Урал Ураҡсин үҙ өҫтө­нә ала.
Кискеһен сара район мәҙә­ниәт һара­йында дауам итте. Төбәктең үҙеш­мә­кәр сәнғәт оҫ­талары менән бергә мәк­тәп уҡыу­сылары сығыш яһаны. Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Гөлүзә Арыҫ­ланова сценарийҙа әҙи­бәнең бөтә тормош юлын яҡ­тыр­тырға тырышҡан. Сараның ҡунағы, ша­ғирә, йәмәғәт эшмә­кәре Гүзәл Сит­ди­ҡова үҙенең сығышында Рәсимә Ураҡсина­ның күп ҡырлы ижады ха­ҡында ғына һөйләп ҡалманы, уның кешелек сифаттарын да йылы итеп хә­терләне. Ул асыласаҡ музейға заманында Өфөлә бергә ойошторған кисә­ләренең афишаһын, шунда төшкән фотоларҙы ҙурайтып алып килгәйне.
Рәсимә апайҙың дуҫы, яҡта­шы, З. Бии­шева исемендәге “Китап” нәш­риә­тендә оҙаҡ йылдар баш мөхәррир бу­лып эшләгән Ғәлиә Ғәлимова ла му­зейға экспонат итеп шағирәнең исеме менән әйберҙәр тап­шырҙы. Ошо көн­дәрҙә донъя күрәсәк “Тыуған ерем – торған ерем” китабының ҡулъяҙма варианты, моғайын, музейҙа иң ҡәҙерле әйберҙәрҙән булыр. Залда балаларҙың күплеге сараның йәме генә түгел, ә балалар шағирәһенең ижадына тыуған яғында булған ихти­рамдың бер билгеһе ине.
Ошондай уҡ кисәне Рәсимә апайҙың уҡыусылары – М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап ҡайтҡан, бөгөн инде башҡорт театр сәнғәтенең йөгөн тартыусылар ойошторҙо. Режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡ­баев. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева ҡәҙер кисәһенә Рәсимә апай­ҙың өр-яңы китабының сигнал данаһын алып килгәйне. Студенттары юҡҡа ғына сараны йыйын­тыҡтың исем туйы тип атаманы – аяуһыҙ ысынбар­лыҡ менән килешһә лә, әҙибәнең яҡты рухы яҡында тип тойорға тырышты улар.
Кисәлә шулай уҡ тыуған яғы­нан вә­килдәр, ҡәләмдәштәре сығыш яһа­ны. Башҡортос­тан­дың Яҙыусылар сою­зы ида­раһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, баҫ­мабыҙҙа әҙибә хаҡында мәҡәләһе баҫылһа ла, тама­шасыларға яңынан Рәсимә апайҙың Сибайҙағы эшмәкәр­леге хаҡында иҫтәлектәрен һөйләне. Был кистә Рәсимә Ураҡсина шиғырына яҙылған йырҙар ғына түгел, уның ярат­ҡан әҫәрҙәре лә башҡарылды: Дәүлә­кән төбәгендәге халыҡ йырҙарын тер­геҙеүсе Рәлиә Әйүпова “Бәләкәй бүртәт”те, яҡташы, режиссер Гөлсәриә Дәүләтгәрәева “Зөбәйҙә”не йыр­ланы. Халыҡ бик йылы ҡабул итте уларҙы. Әле булһа “Бәйләнештә” селтәре аша йырҙарҙың һүҙҙәрен, аудиояҙ­маларын һорайҙар. Уҡыусы­лары – йырсылар Алһыу Бәхтиева, Дияна Ишниязова шағирә шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарҙы.
Уҡытыусы Рәсимә Ураҡси­на­ның иң яратҡан уҡыусы­ла­рылыр, моғайын, Республика халыҡ ижады үҙәгенең директор урынбаҫары, йыраусы Нә­фисә Булат ҡыҙы менән уның тормош иптә­ше, заманында башҡорт милли хәрә­кәтенең әүҙем ағзаларының береһе булған ҡурайсы Марат Тулыбаев. Улар остаздарына ба­ғыш­ланған йылы һүҙҙәрен ҡурай моңо, рәхмәттәр аша еткерҙе. Шағирә Гөлнара Хәл­фетдинова, Р. Ғарипов исемен­дәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡы­ған йылдарын иҫкә төшөрөп, ял көндәрендә ҡой­маҡлап үлән сәйе эсеүҙәрен һағынып хәтерләне.
Яҡты күңелле шәхес, ихлас кеше Рәсимә Ураҡсинаның дуҫ­тары күп, шу­ға күрә был кистә сығыш яһарға теләү­селәр ҙә байтаҡ ине. Һәр береһе һүҙ алып һөйләмәһә лә, күҙҙәрҙән тамған йәштәр, йөҙ­ҙәге һағыш аша мөнәсәбәт­тәрен уҡып булды. Дуҫтары Ғәлиә Ғә­лимова, Фатима Моратова, Вәкилә Ҡал­мантаева хә­тирәләре аша әҙибә­нең ижади портретына яңы биҙәктәр өҫтәне.
Ә инде щепкинсылар тура­һында әй­теп торорға ла түгел: улар уҡытыу­сы­ла­рының ши­ғыр­ҙарын үҙҙәре генә һөйләп ҡалманы, балаларын да ятлатып сәх­нәгә сығарҙы, йырҙарын баш­ҡар­ҙы. Афарин, мәшһүр уҡытыусының лайыҡ­лы уҡыу­сылары! Ә инде уларҙың сы­ғышына “Тамыр” балалар теле­кана­лы ҡыҙҙары, малай­ҙары килеп ҡу­шыл­ғайны, кисә тап Рәсимә Ураҡ­синаса төҫ ал­ды ла ҡуйҙы: яҡты, нурлы бала саҡ илен хәтерләтте. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының “Сыңҡылдаҡ се­бен”­дән өҙөктө сәхнәләш­тереүе лә кисәне байытты.
Шағирәнең тормош иптәше Урал Ураҡ­син үҙ сығышында Дәүләкәндә ойоштороласаҡ музейға шәхси әйбер­ҙәрен дә тапшырасағы хаҡында әйтте һәм Рәсимә Ураҡсина исемен­дәге фонд эшмәкәрлеге киң таралыуын теләне.
Киң билдәле “Ҡурҡыу бел­мәҫ йөрәк” тигән фильм бар. Унда төп герой, Шотландияның халыҡ батыры Уильям Уоллес: “Бөтәһе лә китә, әммә бөтәһе лә ысын тормош менән йәшә­мәй”, – ти. Рәсимә апай һәр ваҡыт тығыҙ эш өҫтөндә булып, янып, ярһып, халҡына хеҙмәт менән йәшнәне. Уның кеүек һәр көндө ижад итеп үткәрә белергә кәрәк әле ул!..



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә