Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ватан алдында ант
Ватан алдында ант Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты – һөнәри кадрҙар әҙерләү үҙәктәренең береһе. Уны тамамлағандар тормош юлында юғалып ҡалмай, “Рәсәйгә һәм законға хеҙмәт итәбеҙ!” тигән девиз менән алға ҡыйыу атлай. Уҡыу йорто йәш курсанттарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренең күркәм сифаттарын тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала, сөнки иртәгәһе көнгә ышаныс та, илебеҙҙең тотороҡлолоғо ла йәш быуынға бәйле.
Күптән түгел Өфө юридик институтында беренсе курсҡа уҡырға килгән йәштәр тантаналы рәүештә ант бирҙе. Уҡыу йорто етәксеһе, полиция генерал-майоры Фәим Мөхәмәтшин башта бөтөн составты сәләм­ләне, артабан Рәсәйҙең Дәүләт флагы менән институттың бай­рағы сығарылғас, “Антты ҡабул итергә!” тигән фарман бирҙе. Был сара һәр курсанттың тормошонда иң тулҡынлан­дырғыс ваҡиғалыр, моғайын. Ошо мәл­дән алып улар үҙ иленең за­конлылыҡ менән хоҡуҡ тәртибе гарантына ла әүерелә.
Байрамда Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай Рәйесе Конс­тантин Толкачев кур­сант­тарҙы, уларҙың ата-әсәләрен иҫ­тә­лекле ваҡиға менән ҡотланы.
– Республика етәкселеге хоҡуҡ һаҡлау структураларына, эске эштәр органдарына ҙур иғтибар бирә. Граждандарыбыҙ Эске эштәр министрлығының эшенә ҡарап дәүләтебеҙ ха­ҡын­да фекер йөрө­тә, – тине Константин Борисович. – Ми­неңсә, һеҙҙең артабанғы хеҙ­мәтегеҙ хә­ҙерге көн менән һәр саҡ бәйле булырға тейеш. Инс­титут белем биреү, тәртип йәһәтенән ныҡлы матди-техник базаға, һөнәрҙе үҙләштереү өсөн яҡшы шарт­тарға эйә. Шуға күрә һеҙ уҡыуҙа ла, хеҙ­мәттә лә һынатмаҫһығыҙ тип ышанам.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Михаил Закомалдин иһә ант иткән мәл­дән курсанттарҙың ысын хеҙмәт юлы башланыуын билдәләне, йәштәргә төплө белем алыуҙарын теләне.
Тантанала шулай уҡ уҡыу йорто етәк­сеһенең ветерандар менән эшләү буйын­са ярҙам­сыһы Альберт Шаһи­мо­ратов, ата-әсәләр исеменән Ринат Ғужин тел­мәр тотто, 108-се взвод курсанты Диана Нәғи­мова иһә беренсе курсҡа уҡырға килеүселәр исеменән сығыш яһаны. Ҡотлауҙарҙан һуң дәррәү “Ура!” яңғы­раны. Иң аҙаҡта йәштәр тантаналы марш менән йырлап үтте.


Автор: Ю. СӘЛИМГӘРӘЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә