Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты – һөнәри кадрҙар әҙерләү үҙәктәренең береһе. Уны тамамлағандар тормош юлында юғалып ҡалмай, “Рәсәйгә һәм законға хеҙмәт итәбеҙ!” тигән девиз менән алға ҡыйыу атлай. Уҡыу йорто йәш курсанттарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренең күркәм сифаттарын тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала, сөнки иртәгәһе көнгә ышаныс та, илебеҙҙең тотороҡлолоғо ла йәш быуынға бәйле.Күптән түгел Өфө юридик институтында беренсе курсҡа уҡырға килгән йәштәр тантаналы рәүештә ант бирҙе. Уҡыу йорто етәксеһе, полиция генерал-майоры Фәим Мөхәмәтшин башта бөтөн составты сәләмләне, артабан Рәсәйҙең Дәүләт флагы менән институттың байрағы сығарылғас, “Антты ҡабул итергә!” тигән фарман бирҙе. Был сара һәр курсанттың тормошонда иң тулҡынландырғыс ваҡиғалыр, моғайын. Ошо мәлдән алып улар үҙ иленең законлылыҡ менән хоҡуҡ тәртибе гарантына ла әүерелә.
Байрамда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев курсанттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.
– Республика етәкселеге хоҡуҡ һаҡлау структураларына, эске эштәр органдарына ҙур иғтибар бирә. Граждандарыбыҙ Эске эштәр министрлығының эшенә ҡарап дәүләтебеҙ хаҡында фекер йөрөтә, – тине Константин Борисович. – Минеңсә, һеҙҙең артабанғы хеҙмәтегеҙ хәҙерге көн менән һәр саҡ бәйле булырға тейеш. Институт белем биреү, тәртип йәһәтенән ныҡлы матди-техник базаға, һөнәрҙе үҙләштереү өсөн яҡшы шарттарға эйә. Шуға күрә һеҙ уҡыуҙа ла, хеҙмәттә лә һынатмаҫһығыҙ тип ышанам.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Михаил Закомалдин иһә ант иткән мәлдән курсанттарҙың ысын хеҙмәт юлы башланыуын билдәләне, йәштәргә төплө белем алыуҙарын теләне.
Тантанала шулай уҡ уҡыу йорто етәксеһенең ветерандар менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Альберт Шаһиморатов, ата-әсәләр исеменән Ринат Ғужин телмәр тотто, 108-се взвод курсанты Диана Нәғимова иһә беренсе курсҡа уҡырға килеүселәр исеменән сығыш яһаны. Ҡотлауҙарҙан һуң дәррәү “Ура!” яңғыраны. Иң аҙаҡта йәштәр тантаналы марш менән йырлап үтте.