Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәйер ҡылыҡтар һағайтһа…
Сәйер ҡылыҡтар һағайтһа… Оялмағыҙ, психиатрға мөрәжәғәт итегеҙ
Ҡайһы берҙә хәлеңде көйләр өсөн рәхәтләнеп бер йоҡлап алыу ҙа етә. Психикаһы боҙолоп, сиргә дусар булғандар ҙа юҡ түгел. Үкенескә ҡаршы, бындай кешеләрҙе йәмғиәт ауыр ҡабул итә. Сәйер кешене урап үтергә, аралашмаҫҡа тырышабыҙ бит. Ошо күренешкә табип күҙлегенән баһа биреү өсөн беҙ бер нисә һорау менән Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты директоры Илһам БАЙГӨБӘКОВҡа мөрәжәғәт иттек.


— Илһам Йәмил улы, пси­хикаһы боҙолған кеше­ләрҙе ни­сек танып була?
– Кешенең күҙенә ҡарап, күп нә­мә хаҡында әйтергә мөмкин. Бор­солғандарҙың күҙе, ғәҙәттә, тик тормай. Бынан тыш, кешенең хәрә­кәтенә, әйткән һүҙҙәренә иғ­ти­бар итергә кәрәк. Ғөмүмән, үҙ-үҙенә тән­ҡит күҙлегенән ҡара­ма­ған­дар­ҙың психикаһы бо­ҙол­ған тип фа­разларға мөмкин. Мәҫә­лән, айыҡ аҡылдағы кеше урам уртаһында тиктомалға машина аҫтына һи­керәме йә иһә бер сә­бәп­һеҙгә ҡысҡыра башлаймы? Эҫе һыу йотоу, утҡа инеү һ.б. – йәнә бер дәлил. Ә өйҙән сығып китеп юғалғандар күпме? Тик былар, әлбиттә, ябай ғына ми­ҫалдар.
— Ул сир нисек барлыҡҡа килә?
— Тормошта ниндәйҙер бер ҙур проблемаға килеп юлығыу, юғал­тыу, насар ғәҙәттәр сәбәпсе бу­лыр­ға мөмкин. Әммә статис­тика шуны күрһәтә: иң йыш ос­раҡта (60 проценттан ашыу) сир быуындан быуынға тапшырыла килә. Әгәр баланың атаһы йәки әсәһе пси­хикаға бәйле сирҙән яфалана икән, сабыйҙың да шул ауырыуға дусар булыу ихтимал­лығы – 50 процент, әгәр икеһе лә сирле икән – 75 процент.
— Кеше һауығыуға, яңынан тулы мәғәнәле тормош баш­лау­ға өмөт итә аламы?
— Һәр осраҡ ҡабатланмаҫ тиерлек. Кемдеңдер үҙенән тора, кем­гәлер уратып алған мөхит ярҙам итә, шулай уҡ, киреһенсә, сирҙең көсәйеүе лә бар. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙың сәбәбенән дә күп нәмә тора. Әгәр эскелек арҡа­һында, ябай итеп әйткәндә, күҙгә теләһә нимә күренә икән (галлюцинация), был күренештең алко­голдән баш тартыу менән юҡҡа сығыуы ихтимал. Барыһы ла сиргә бирешеү кимәленән тора. Иң мөһиме — аяҡҡа баҫҡан кеше­ләр юҡ түгел, шуныһына ҡыуа­нырға кәрәктер.
— Был бәләнән ҡотҡарыр өсөн ниндәйҙер алымдар ҙа барҙыр?
— Әлбиттә, бихисап юлдар бар. Психологтар үҙенсә ярҙам итер­гә тырыша, психиатрҙар икен­се төрлө методика ҡуллана. Был тәңгәлдә шуныһын да билдә­ләргә кәрәк: сирҙе асыҡлағанда психолог дөйөм диагноз ҡуя, прак­тик ярҙам күрһәтә, психиатр иһә тәрәнерәк өйрәнә һәм дауалай.
Беҙҙең учреждение – дауахана түгел, ә интернат, тимәк, үҙ-үҙен ҡулда тота алмаған сирлеләр хаҡында һүҙ бармай. Шуға методика ла дауаханаларҙан айырыла. Мәҫәлән, беҙ улар менән күберәк аралашырға, төрлө саралар уҙға­рырға, саф һауала йы­шы­раҡ йө­рөтөргә тырышабыҙ. Әлбиттә, сир­ҙең көсәйеп киткән ваҡыттары ла юҡ түгел.
— Төрлө саҡ тигәндән, психик ауырыуҙар янында эшләү еңел­дән түгелдер. Хатта “та­бип-пси­хиатрҙар үҙҙәре лә – әҙерәк психикаһы боҙолған кешеләр” тигән лаҡап йәшәй…
— Ғәмәлдә лаҡап ҡына ул. Ысынында иһә уларҙың психи­ка­һы, киреһенсә, ныҡлы, биреш­мәҫ­лек. Ябай кеше интернатҡа йәки дауаханаға инһә, ҡото осоп йә иһә ерәнеп сығып йүгерергә мөмкин. Ҡалаҡтың нимә икәнен белмәгән кешенең ҡулы менән ашарға маташыуын күреп, мәҫәлән. Ә беҙ­ҙең өсөн был – көндәлек күренеш.
— Ябай кеше ҡото осоп сығып йүгерәсәк, тинегеҙ. Беҙ, ғәҙәттә, психик торошо насар булған­дарҙы урап үтергә ты­ры­шабыҙ шул…
— Был тәбиғи, сөнки һәммәбеҙ ҙә, психик сирлеләрҙән айырмалы рәүештә, үҙ һаулығыбыҙ һәм ғү­меребеҙ өсөн хәүефлә­нәбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта ун­дай кешеләрҙе сит планета вә­ки­ле һымаҡ ҡабул итергә, кәм­һетеп ҡарарға ярамай. Бер кем дә сирҙе теләп алмай бит, улар ҙа шул иҫәптән. Дөрөҫөн әйт­кәндә, психик сирлеләрҙең донъяға үҙ ҡарашы бар, улар үҙ донъя­һында йәшәй һымаҡ. Шунда ла инде бөтә хәҡиҡәт: беҙ ул донъяны аңламайбыҙ, психик сирлеләр иһә беҙҙекен ҡабул итә алмай.
— Илһам Йәмил улы, шулай ҙа сирҙе булдырмаҫ өсөн нин­дәй аҙымдар тәҡдим итәһегеҙ?
— Эскелек арҡаһында килеп тыуған “аҡ биҙгәк” хаҡында әйттек инде. Шуға спиртлы эсемлек һа­ғайтырға тейеш. Юҡҡа борсо­лоу­ҙар, тәрәнгә батып уйланыуҙар ҙа психик торош өсөн яҡшынан түгел. Шуныһын да әйтергә кәрәк: кеше­нең йыш ҡына психикаһы насарланып китә, был саҡта үҙе­беҙгә йо­молорға тейеш түгелбеҙ. Ошо йәһәттән яҡындарға ҡарата ла иғтибарлы булырға кәрәк: бәл­ки, улар юғалып ҡалғандыр – тормош бит еңелдән түгел, төрлө хәл булыуы мөмкин. Йәнә бер кәңәш: менталитетыбыҙ шулай: табип­тар­ға барырға ашҡынып тормай­быҙ, психикабыҙға бәйле үҙ­гә­рештәр килеп тыуһа, бигерәк тә оялабыҙ. Был осраҡта, кире­һенсә, табипҡа күренеү зарур. Тикшеренеү әле һин психик сир менән яфаланаһың тигәнде аң­латмай бит. Иң мөһиме — һуңларға ярамай…

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.




Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә