Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дөлдөлдәрҙә ҡойон уйнатып...
Дөлдөлдәрҙә ҡойон уйнатып... Өфөлә йәйгеһен ойошторолған халыҡ-ара кимәлдәге саммиттар Башҡортостанды тотош донъяға танытты. Унан һуң күп тә үтмәне, баш ҡалала Беренсе йәштәр форумы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса йыйын уҙҙы. Кисә иһә өфөләр һәм ҡунаҡтар “Аҡбуҙат” ипподромында БРИКС менән ШОС илдәренең ат сабышы буйынса халыҡ-ара чемпионатын ҡарап кинәнде.


Көндөң салт аяҙ булыуы, иртән һалҡынса торғандан һуң, төштән һуң йылытыуы халыҡҡа буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн уңайлы ине. Эскәмйәләрҙә буш урын күренмәне, хатта аяғөҫтө баҫып ҡараусылар ҙа аҙаҡҡа тиклем ҡалды.
Фойела “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре берекмә­һенең күргәҙмәһе эшләне, тамаҡ ялғап алыусылар өсөн тәм-том менән сәй тәҡдим ителде.
Байрамға ике улы менән ашығып килеп еткән Ғәлим­йән Искәнйәров белдереүенсә, ауылда йәшәгәндә ул бер ҡасан да һабантуйҙы ҡалдырмаған, улай ғына түгел, йыл да тиерлек ат ярышында дөлдөлө менән ҡатнашып, бүләктәр ҙә алған. Ипподромға йыш барыу мөмкинлеге юҡ, шулай ҙа ошондай оло байрамдарға килергә ваҡыт табырға тырыша. Уныңса, был сараға шаһит булыу – балалары күңелендә ат спортына, йылҡы малына һөйөү тәрбиәләүҙең бер алымы.
Тәүҙә олоһо ла, кесеһе лә ат спорты байрамын тамаша ҡылды. Һыбай йөрөү буйынса күрһәтмә сығыш­тарҙы барыһы ла оҡшатты. Бына юртаҡтар өсөн старт бирелде: улар 1 200, 1 600, 2 000 метр араға сапҡан юлда ҡойон өйөрөлөп кенә ҡалды. Айырыуса башҡорт тоҡомло аттар сыҙамлылығы, таһыллығы менән алдыр­ҙы. Елдәй елгән Риск, Магнолия, Альж­бета, Шахида Бур, Тим Бург ҡушаматлы юртаҡтарҙы һоҡланып күҙәтте тамашасылар.
Был уҙыш тамамланыуға төп ат сабышы башланды. Чемпионатта Тажикстандан Бунед Садиев, Ҡырғыҙстандан Василий Саратовцев, Үзбәкстандан Зафар Кузибаев, Ҡаҙағстандан Григорий Матюх, Беларусь Республи­каһынан Геннадий Базанов, Украинанан Руслан Кавыев, Рәсәйҙән Виталий Секисов, Баш­ҡортостандан Дмитрий Кочетулин ҡатнашты. Улар аттары менән “Урал батыр” кубогы өсөн көс һынашты, шулай уҡ БРИКС һәм ШОС илдәре чемпионы исеменә көрәште.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә