Өфөлә йәйгеһен ойошторолған халыҡ-ара кимәлдәге саммиттар Башҡортостанды тотош донъяға танытты. Унан һуң күп тә үтмәне, баш ҡалала Беренсе йәштәр форумы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса йыйын уҙҙы. Кисә иһә өфөләр һәм ҡунаҡтар “Аҡбуҙат” ипподромында БРИКС менән ШОС илдәренең ат сабышы буйынса халыҡ-ара чемпионатын ҡарап кинәнде.Көндөң салт аяҙ булыуы, иртән һалҡынса торғандан һуң, төштән һуң йылытыуы халыҡҡа буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн уңайлы ине. Эскәмйәләрҙә буш урын күренмәне, хатта аяғөҫтө баҫып ҡараусылар ҙа аҙаҡҡа тиклем ҡалды.
Фойела “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре берекмәһенең күргәҙмәһе эшләне, тамаҡ ялғап алыусылар өсөн тәм-том менән сәй тәҡдим ителде.
Байрамға ике улы менән ашығып килеп еткән Ғәлимйән Искәнйәров белдереүенсә, ауылда йәшәгәндә ул бер ҡасан да һабантуйҙы ҡалдырмаған, улай ғына түгел, йыл да тиерлек ат ярышында дөлдөлө менән ҡатнашып, бүләктәр ҙә алған. Ипподромға йыш барыу мөмкинлеге юҡ, шулай ҙа ошондай оло байрамдарға килергә ваҡыт табырға тырыша. Уныңса, был сараға шаһит булыу – балалары күңелендә ат спортына, йылҡы малына һөйөү тәрбиәләүҙең бер алымы.
Тәүҙә олоһо ла, кесеһе лә ат спорты байрамын тамаша ҡылды. Һыбай йөрөү буйынса күрһәтмә сығыштарҙы барыһы ла оҡшатты. Бына юртаҡтар өсөн старт бирелде: улар 1 200, 1 600, 2 000 метр араға сапҡан юлда ҡойон өйөрөлөп кенә ҡалды. Айырыуса башҡорт тоҡомло аттар сыҙамлылығы, таһыллығы менән алдырҙы. Елдәй елгән Риск, Магнолия, Альжбета, Шахида Бур, Тим Бург ҡушаматлы юртаҡтарҙы һоҡланып күҙәтте тамашасылар.
Был уҙыш тамамланыуға төп ат сабышы башланды. Чемпионатта Тажикстандан Бунед Садиев, Ҡырғыҙстандан Василий Саратовцев, Үзбәкстандан Зафар Кузибаев, Ҡаҙағстандан Григорий Матюх, Беларусь Республикаһынан Геннадий Базанов, Украинанан Руслан Кавыев, Рәсәйҙән Виталий Секисов, Башҡортостандан Дмитрий Кочетулин ҡатнашты. Улар аттары менән “Урал батыр” кубогы өсөн көс һынашты, шулай уҡ БРИКС һәм ШОС илдәре чемпионы исеменә көрәште.