Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хөрриәттә хөр йәшәһәң ине!
Хөрриәттә хөр йәшәһәң ине! Беҙ осрашҡан сәмсел егеттең маҡсаты изге: беренсенән, ауылды тергеҙеү уйы менән яна, икенсенән, ауыл хужалығы тармағы үҫешенә әҙме-күпме өлөш индермәксе. Фермер Ҡәҙим ФӘРХЕТДИНОВ түбәндәгеләрҙе һөйләне.

– Оҙаҡ уйланғандан һуң, һарыҡсылыҡ йүнәлешенә тотонорға ҡарар иттем. Һүҙ ҙә юҡ, ветеринар кәләшем Эльза тәҡдимемде хуплағас, тағы ла дәртләнеберәк киттем. Хәйер, беҙҙең яҡта бының өсөн барлыҡ уңайлыҡтар бар. Туғай-болонлоҡтар, йылға, бәләкәй генә тауҙар – барыһы ла файҙаға ғына. Ошо ниәтемде тулы итеп тәфсирләп төҙөгән бизнес-планымды район хаки­миәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәгенә тапшырыуға күп тә уҙманы, бер миллион ярым грант отоуымды һөйөнсөләнеләр. Теләк кенә булһын, дәүләт һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Техникалы булдым, һарыҡ ҡырҡыу машинкаһы һатып алдым.
Хөрриәттә хөр йәшәһәң ине!Бөгөн бәләкәй хужалығымда роман тоҡомло бер меңдән ашыу һарыҡ иҫәпләнә, шаяртып әйткәндә, бар байлығым шул. Малды ишәйтеү – төп ниәтебеҙ. Бер һарыҡ өс-биш бәрәс килтерә, бигерәк үрсемлеләр. Башҡортостан тәбиғәтен, ҡаты һыуыҡтарҙы күҙ уңында тотоп, киләсәктә иһә быйма баҫырға уйлайбыҙ.
Ошо тиклем хужалыҡты икәү генә алып барыу мөмкин түгел. Шуға күрә Сөмбөл менән Эльмир Зәйнуллиндарҙы эшкә алдыҡ. Йәш ғаилә Тәтешле районының Аҡсәйет ауылынан күсеп килде, уларҙы мөйөшлө иттем. Улдары Айнур Шабай мәктәбендә уҡый. Бынан тыш Регина Муллайәрова, Динар Ахунов, Алһыу Шәрифйәнова ла – ярҙамсыларым.
Шүнәккә һыйыныуымдың асылы – ошо ауылға икенсе ғүмер биреү. Әле бында ни бары өс кенә ғаилә йәшәй, улары ла өлкән йәштәгеләр. Бүтәндәр йорттарын дача итеп файҙалана. Ә инде ҡырсынташ түшәткәс, электр үткәргәс, тыуған ауылына ҡайтып йәшәргә теләүселәрҙең артырын беләм. Бында хөрриәт, күпләп ҡош-ҡорт үрсет, мал тот, баҡса үҫтер... Йомош менән барам тиһәң, район үҙәге Борай эргәлә генә.

Илдар АҠЪЮЛОВ
яҙып алды.




Район: Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә