Беҙ осрашҡан сәмсел егеттең маҡсаты изге: беренсенән, ауылды тергеҙеү уйы менән яна, икенсенән, ауыл хужалығы тармағы үҫешенә әҙме-күпме өлөш индермәксе. Фермер Ҡәҙим ФӘРХЕТДИНОВ түбәндәгеләрҙе һөйләне.– Оҙаҡ уйланғандан һуң, һарыҡсылыҡ йүнәлешенә тотонорға ҡарар иттем. Һүҙ ҙә юҡ, ветеринар кәләшем Эльза тәҡдимемде хуплағас, тағы ла дәртләнеберәк киттем. Хәйер, беҙҙең яҡта бының өсөн барлыҡ уңайлыҡтар бар. Туғай-болонлоҡтар, йылға, бәләкәй генә тауҙар – барыһы ла файҙаға ғына. Ошо ниәтемде тулы итеп тәфсирләп төҙөгән бизнес-планымды район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәгенә тапшырыуға күп тә уҙманы, бер миллион ярым грант отоуымды һөйөнсөләнеләр. Теләк кенә булһын, дәүләт һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Техникалы булдым, һарыҡ ҡырҡыу машинкаһы һатып алдым.
Бөгөн бәләкәй хужалығымда роман тоҡомло бер меңдән ашыу һарыҡ иҫәпләнә, шаяртып әйткәндә, бар байлығым шул. Малды ишәйтеү – төп ниәтебеҙ. Бер һарыҡ өс-биш бәрәс килтерә, бигерәк үрсемлеләр. Башҡортостан тәбиғәтен, ҡаты һыуыҡтарҙы күҙ уңында тотоп, киләсәктә иһә быйма баҫырға уйлайбыҙ.
Ошо тиклем хужалыҡты икәү генә алып барыу мөмкин түгел. Шуға күрә Сөмбөл менән Эльмир Зәйнуллиндарҙы эшкә алдыҡ. Йәш ғаилә Тәтешле районының Аҡсәйет ауылынан күсеп килде, уларҙы мөйөшлө иттем. Улдары Айнур Шабай мәктәбендә уҡый. Бынан тыш Регина Муллайәрова, Динар Ахунов, Алһыу Шәрифйәнова ла – ярҙамсыларым.
Шүнәккә һыйыныуымдың асылы – ошо ауылға икенсе ғүмер биреү. Әле бында ни бары өс кенә ғаилә йәшәй, улары ла өлкән йәштәгеләр. Бүтәндәр йорттарын дача итеп файҙалана. Ә инде ҡырсынташ түшәткәс, электр үткәргәс, тыуған ауылына ҡайтып йәшәргә теләүселәрҙең артырын беләм. Бында хөрриәт, күпләп ҡош-ҡорт үрсет, мал тот, баҡса үҫтер... Йомош менән барам тиһәң, район үҙәге Борай эргәлә генә.
Илдар АҠЪЮЛОВ
яҙып алды.