Йыл да, бесән мәле етһә, атайым ейәндәренә муйылдан уҡ-ян яһап бирә. Уйындан башҡаны белмәгән шуҡ малайҙар ҡапыл етдиләнә. Өлкәндәр менән бесәнгә барасағын белдереп, тәү сиратта “ҡорал”дарын әҙерләп ҡуялар. Бил тирәһенә уҡ ҡыҫтырылған, яурында – ян, хәрәкәттә – етеҙлек, ҡараштарҙа – осҡон, ғорурлыҡ!..
“Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” ойошмаһынан Юлай Ғәлиуллин менән Рафаэль Амантаевтың Ҡытайҙа үткән уҡ атыу фестивалендә ҡатнашып ҡайтҡанын ишеткәс, ирекһеҙҙән бәләкәй малайҙарҙың ошо ҡылығы иҫкә төштө. Яугирлек, мәргәнлек менән юҡҡа ғына танылмаған шул башҡорт! Был һыҙаттар – беҙҙең ҡаныбыҙҙа! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡ атыу – башҡорт ир-атын ысын уҙаман иткән, көс-дарман нигеҙе булған милли шөғөлөбөҙ – юҡҡа сыҡты, онотолдо тиерлек. Ошо йәһәттән үҙ фекерҙәре менән – “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” ойошмаһының идара рәйесе урынбаҫары Юлай ҒӘЛИУЛЛИН.– Хәрби-тарихи клуб ағзаларының республика ғына түгел, донъя кимәлендә ойошторолған сараларҙа ҡатнашып, төбәгебеҙҙең, милләтебеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индергәнен беләбеҙ. Ҡытайҙан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ, Юлай?– Шәп булды сәфәр! Әлбиттә, тәүге урындарҙы яулай алманыҡ, әммә дәрт-дарманды “тоҡлап” алып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға тағы бер ҡат инандыҡ.
Фестивалдең йөкмәткеһенә килгәндә, ул Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына арналғайны. Шул уҡ ваҡытта сарала, Өфөлә уҙған саммиттарҙың эш һөҙөмтәһенә ярашлы, борон Көнсығыш Азия менән Урта диңгеҙҙе бәйләгән Бөйөк ебәк юлын тергеҙеү зарурлығы ла сағылдырылды.
Ярышта донъяның 19 иленән бер меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙән беҙ дүртәү булдыҡ: мин, Рафаэль ағай Амантаев, Калининград ҡалаһынан Дмитрий Алексеенко менән Алексей Фигурин. Сығышыбыҙҙа илебеҙҙең күп милләтле төбәк икәнлеген, Бөйөк ебәк юлының бер өлөшө Башҡортостан аша үткәнен күрһәтә алдыҡ, тип уйлайым. Уҡ атыу ярыштары Таулы Тибет итәгендә, диңгеҙҙән дүрт мең метр бейеклектә уҙҙы. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: Ҡытай спортсыларынан 18 команда майҙан тотто! Призлы урындарҙы ла тап улар яуланы.
– Беҙҙең команданы ҡытайҙар нисек ҡабул итте?– “Бәләкәйҙән уҡ атып өйрәнеп үҫкән мәргәндәр иле” тип уйлаған улар Башҡортостан тураһында. Шуға ла барып төшкәс үк иғтибарҙы яуланыҡ. “Һеҙҙә нисә мең кеше уҡ атыу менән махсус шөғөлләнә?” – тәүге һорауҙарҙың береһе ошо булды. “Беҙ икәү”, – тибеҙ. Сикһеҙ ғәжәпләнде, хатта ышанманы ҡытайҙар: “Нисек инде? Тарихтан бит башҡорт аты, йәйәһе киң билдәле...”
Уларҙың үҙҙәрендә уҡ атыуға иғтибар ифрат ҙур. Был спорт төрө мәктәп программаһына индерелеп, физкультура дәресендә үҙләштерелә. Шуға ла ҡытайҙарҙың барыһы ла уҡ ата белә. Шәп бит! Ә беҙ, борон-борондан ҡаһарман, батыр халҡы менән данланған төбәк халҡы, уҡ менән янды “ерләү” хәленә еткергәнбеҙ.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын ҡәүемдәргә бүлеп, уларҙың һәр береһенә айырым үҙенсәлек, холоҡ-ғәҙәт биргән. Беҙҙе, башҡорттарҙы, тәү сиратта ҡаҡшамаҫ рух, көс менән алдырған яугир, мәргән халыҡ тип беләләр. Ошо төп асылыбыҙҙы юғалтһаҡ, милләтебеҙҙең тамыры ҡаҡшаясаҡ тигән һүҙ. Кешегә лә бит айырым һәләт бирелә, һәм ул, ошо йүнәлештә үҫешһә, уңыш-ҡаҙанышҡа өлгәшә, ғүмере бәрәкәтле була. Шуның шикелле, милләткә лә төп асылын һаҡлау, үҫтереү шарт.
Был йәһәттән, беҙҙең ойошма ағзаларының фекеренсә, беренсе сиратта ҡытайҙарҙың өлгөһөндә X-XI класс уҡыусыларын уҡ атырға өйрәтә башларға кәрәк. Унан яйлап йәйгеһен ярыштар уҙғарыуға тотонорға була. Артабан бәләкәйерәк балаларҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Теләк белдергәндәрҙең бихисап булырына иманым камил.
– Ә сит илдәрҙәге уҡ атыу ярыштарында нисә йәштән ҡатнашалар?– Ун тирәһенән. Улар өсөн тәғәйенләнгән уҡ менән яндың дөйөм ауырлығы 14 – 18 килограмм тарта. Тимәк, көс кәрәк. Баланың физик яҡтан ныҡлығын бәләкәй сағынан уҡ хәстәрләмәйһең икән, ул уҡ-янды күтәрә лә алмаясаҡ.
Көстө нығытыуҙан тыш, был спорт төрөнөң күреү һәләтен арттырыу йәһәтенән файҙаһы ҙур. Шул уҡ ваҡытта уҡсы кәкрәйеп, яурынын төшөрөп йөрөрмө? Юҡ. Тимәк, кәүҙәне тура тоторға ғәҙәтләнәһең, ә был үҙе үк ир-егеткә мыҡтылыҡ, ғорурлыҡ өҫтәй. Тағы ла шуныһы мөһим: алдыңа маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәнәһең. Уҡсы бит теләһә ҡайҙа атмай, ә махсус билдәләнгән урынға төбәй. Тимәк, тормошонда ла еңел-елпелеккә, уйланмай башҡарылған эштәргә урын ҡалмай.
Ғөмүмән, һанай китһәң, ата-бабабыҙҙан ҡалған ҡомартҡының файҙаһы ифрат күп. Уҡ атыуҙы киң йәйелдерһәк, халҡыбыҙҙың рух һәм тән сәләмәтлеге ҡырҡа яҡшырыр, тип уйлайым. Тиҙ ҡартайыу проблемаһы ла яйға һалыныр ине. Юҡһа, күрәһегеҙ бит, хәҙер беҙҙең өлкән йәштәге ағайҙарҙың күбеһе хаҡлы ялға сығыу менән ҡартҡа әйләнә лә ҡуя. Ауылдарҙа алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡайһы бер ир-аттың йәйгеһен аяғына йөн ойоҡ кейеп, эскәмйәлә тәмәке тартып, бөтөн донъяһына ҡул һелтәгәндәй ултырғанын күргән бар. Ә боронғо ата-бабабыҙ бит тик тороуҙы яратмаған, урман-ҡыр гиҙеп, һунар итеп, ғаиләһен ҡарарға тырышҡан. Ауырыу-һыҙланыуҙы ла белмәгәндәр.
– Элек һәр кем һыбай йөрөргә лә оҫта булған...– Тәпәй баҫырға ла өлгөрмәгән баланы эйәрһеҙ атҡа мендереп өйрәтә башлағандар бит. Беҙ бәләкәй саҡта ла әле, ауылға ҡайтһаҡ, һыбай йөрөп рәхәтләнә торғайныҡ. Хәҙер иһә бындай мөмкинлек аҙая бара, балалар ҙа велосипедты нығыраҡ үҙ итә. Был проблеманың эҙемтәһен ҙур байрамдар уҙғарғанда ныҡлы тойорға тура килә. Мәҫәлән, “Етегән” фильмын төшөргәндә ҡатнашҡайным. Унда 60 ат кәрәк ине, 12-не көскә таптыҡ. Шулай уҡ күптән түгел Ҡырмыҫҡалыла милли батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылған мәлдә данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлын сәхнәләштереү өсөн 120 самаһы ат кәрәк булғайны, барлыҡ республиканан шуның яртыһын ғына туплай алдыҡ. Аҫаба еребеҙҙәге бындай мохтажлыҡты ата-бабабыҙ кисермәҫ ине, моғайын.
Уҡ-ян һәм ат – башҡортто башҡорт иткән үҙенсәлек, уның тормош рәүеше. Ир-аттың ниндәйҙер ғәйебе өсөн яза ла тап уларға бәйле башҡарылған: был кешене атта саптырып, биш йөҙ метрға уҡ аттырғандар. Хәҙер ундай һынауҙы кем үтә алыр ине икән? Ошо хаҡта уйлағанда, балаларыбыҙҙы башҡа халыҡтарҙың спорт төрҙәренә ылыҡтырғансы, тәү сиратта үҙебеҙҙекенә өйрәтергә кәрәк тигән фекергә киләм. Кавказ халҡында, мәҫәлән, һәр кем көрәшә, лезгинканы бейей белә. Ә беҙҙә күптәр, уҡ атыу түгел, һыбай ҙа йөрөй алмай бит.
– Был хәлде нисек яйға һалып булыр ине, тип уйлайһығыҙ?– Алда әйткәнемсә, уҡ атыу дәрестәрен мәктәп программаһына индерергә кәрәк. Икенсенән, һабантуйҙарҙа ла ошондай ярыш төрөнә иғтибар итә башлау һәйбәт булыр ине. Юғиһә хәҙер был байрамдар йыр-бейеү, сауҙа сараһына әйләнде кеүек. Ат ярышы майҙанына ла күп урында дүрт-биш бәйгесе генә сыға.
Өсөнсөнән, уҡ атыу буйынса ассоциация асырға маҡсатыбыҙ бар. Уны булдырыуға өлгәшкәндә, байтаҡ эш башҡарыу мөмкинлеге тыуыр ине. Мәҫәлән, битләү, урман эргәһе, йылға буйы берләшкән ергә саман йорттар, тирмәләр, тимерлек ҡуйып, “Ватан”ға тартымыраҡ этноауыл асырға була. Уны Урал тауҙары башланған Архангел районында төҙөргә мөмкин тип күҙаллайым. Был ер төрлө ҙур ярыштар, фестивалдәр уҙғарыу урынына әйләнер ине. Әле, әйтәйек, “Башҡортостанды сит ил халыҡтарына нисек күрһәтергә?” тип баш ватабыҙ, төбәккә инвесторҙар эҙләйбеҙ, туризмды үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Халыҡ-ара аэропорт бар, күп кешене ҡабул итерлек заманса ҡунаҡханаларыбыҙ ҙа байтаҡ, әммә күрһәтерлек нәмә аҙ: Шүлгәнташ мәмерйәһе, Салауат Юлаев һәйкәле һәм майҙаны, “Ләлә” мәсете... Минеңсә, милли спорт төрҙәрен үҫтереп, уларҙы уҙғарыу өсөн ҙур майҙан – үрҙә әйткән этноауыл – булдырһаҡ, һис шикһеҙ, донъя чемпионаттарын ҡабул итерлек кимәлгә етә алыр инек. Шул уҡ көрәш, уҡ атыу буйынса таҫыллығыбыҙҙы, мәргәнлегебеҙҙе иҫбатлау милләт булараҡ нығыныуыбыҙға булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ. Ә бындай ярыштарҙы күрергә ситтән кешенең ағылып килеренә иманым камил. Әйткәндәй, минеңсә, бәйгеселәр үҙенең милли кейемендә булырға тейеш. Был, бер яҡтан, халыҡтар дуҫлығын сағылдырһа, икенсенән, һәр милләт кешеһенең рухын үҫтерәсәк.
Бынан тыш, төрлө реконструкция үткәрергә кәрәк. Тарихыбыҙ бит ваҡиғаларға ифрат бай. Мәҫәлән, Аҡһаҡ Тимер менән Туҡтамыш хандың һуғышын, Пугачев яуын күрһәтергә мөмкин. Уларға бәйле халыҡ-ара фестиваль дә ойошторорға була. Әйтәйек, Бородино һуғышының реконструкцияһын күрергә 150 меңдән ашыу кеше килә. Һыуыҡмы, ҡойма ямғырмы – ҡарап тормайҙар. Беҙгә лә мотлаҡ килерҙәр, туризмды үҫтереүгә ҙур этәргес булыр ине.
Тағы ла бер мөһим бурысыбыҙ бар: халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған башҡорт киноларын күпләп төшөрөү зарур. Ҡаҙаҡтар, мәҫәлән, был йәһәттән ифрат ҙур эш башҡара. Кино төшөрөүҙең киң ҡолас алыуы, минеңсә, йылҡысылыҡты, туризмды үҫтереүгә ныҡлы йоғонто яһаясаҡ.
Ғөмүмән, башҡараһы эш, ҡуйылған маҡсаттар бихисап. Ләкин уларҙы беҙҙең ойошманың көсө менән генә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Халыҡтың теләктәшлеге, дәүләттең ярҙамы кәрәк.
– Уҡ атыуҙы киң йәйелдереү өсөн махсус ҡорал эшләрлек кешеләр ҙә кәрәк буласаҡтыр?– Һис шикһеҙ. Беҙ элек үҙебеҙ эшләгән йәйәләрҙән ата торғайныҡ. Хәҙер иһә оҫталар яһағанды ҡулланабыҙ. Истанбулда йәшәгән милләттәшебеҙ Азат Ҡолдәүләтов ике махсус ян ебәргәйне, уларҙы ярыштарға алып йөрөйбөҙ. Рафаэль ағай Амантаев үҙе лә йәйә эшләргә әүәҫләнеп алды, оҫталығын даими камиллаштыра. Миәкәнән уҡ-ян яһаусы Ғәлинур Зарипов менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ғөмүмән, бындай кешеләр аҙ. Ә уҡ атыу спорты киң йәйелдерелһә, һис шикһеҙ, оҫталар ҡалҡып сығасаҡ, ауылдарҙағы һөнәрмәндәргә эш артасаҡ.
Әйткәндәй, Польшалағы бер танышым, аттан уҡ атыу буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостанға килеп дәрестәр уҙғарырға әҙер. “Бер аҙнаға киләм, бушлай өйрәтәм. Илле кеше буламы, йөҙмө – айырма юҡ”, – ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты йыйып ҡына булмай...
Башҡорт яны – ата-бабабыҙ ҡомартҡыһы. Уны тергеҙергә, донъяға күрһәтергә кәрәк. Йәйәбеҙҙе башҡорт аты, балы, ҡурайы кеүек брендҡа әйләндерергә бурыслыбыҙ. Ул яугирлеге, мәргәнлеге, ҡаһарманлығы менән дан тотҡан милләтебеҙҙе күтәреү, туплау көсөнә әүерелергә тейеш. Ассимиляция ваҡытында беҙҙе тамырыбыҙға һалынған төп һыҙаттарыбыҙ ғына ҡотҡарып ҡаласаҡ.
– Юлай, белеүемсә, баш ҡалала үҫкән егетһең. Ләкин һиндәге рухлылыҡ, телһөйәрлек ҡайһы бер ауыл кешеләрендә лә юҡ бит!– Ҡайҙа ғына үҫмәһен, йәшәмәһен, һәр кем үҙе булып ҡалырға тейеш. Уратып алған мөхиттә шәхси урыныңды табыу һәм уны юғалтмау шарт. Башҡорт һәр ерҙә үҙе булып ҡалып, тамырҙарын һулытмайынса, киләсәген, рухи ҡиммәттәрен хәстәрләп ғүмер итә икән, мәңге йәшәйәсәк. Ә бының нигеҙе – иманлылыҡта. “Мосолман халҡының ҡулында “Ҡөрьән” бар икән, уны еңеп булмаясаҡ” тигән һүҙҙәрҙә ысынбарлыҡ ятҡанын онотмаһаҡ ине.
Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.