Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижтимағи аң үҙгәрә башлаған саҡ...
Ижтимағи аң  үҙгәрә башлаған саҡ... Өфөлә шәрҡиәтселәрҙең Х Бөтә Рәсәй съезы үткәрелеүе тураһында беҙҙең гәзит үткән һандарының береһендә хәбәр иткәйне инде. Оло форумда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да сығыш яһауы, Рәсәйҙең генә түгел, күренекле сит ил ғалимдарының да йыйылыуы шәрҡиәтселектең (Көнсығышты өйрәнеүҙең) абруйы арта барыуын, хәҙерге ҡатмарлы заманда уның хатта көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелеүен асыҡ раҫлай.

Шәрҡиәтселек беҙгә ниңә кәрәк?

– Шәреҡ – һис һүҙһеҙ, барлыҡ донъяның ғына түгел, ә Рәсәй цивилизацияһының да айырып алғыһыҙ өлөшө, – тине Баш­ҡорт­­остан Башлығы Рөстәм Хә­митов ошо съездағы тәбрик­ләү һүҙендә. – Ватан шәрҡиәт­се­ле­ге беҙгә Рәсәйҙең ев­ра­зия­сы­лыҡ асылын, халыҡ­тар­ҙың тарихи һәм мәҙәни үткәнен, бөгөнгөһөн һәм килә­сәген аңлатыусы ҡорал да булып тора.
Уны аңлау беҙгә ниңә кәрәк? Бәлки, башҡорттар ҙа Азияның ҙур өлөшөн биләп тороусы төрки халыҡтары ҡәүеменә ҡараған өсөндөр? Күпмелер дәрәжәлә шулайҙыр ҙа. Ләкин телдәрҙең тамырҙаш булыуы тарихи яҡты ғына тасуирлай, киләсәк офоҡ­тарҙы билдәләүҙә хәл иткес түгел. Шәреҡтең Ҡытай, Сингапур, Көньяҡ Корея кеүек ал­дынғы илдәренең иҡтисади яҡтан бик тиҙ үҫә барыуы ла ҡыҙыҡтыралыр, бәлки? Эйе, бер ҡараһаң, уларҙан алырлыҡ өлгө күп. Ләкин, берҙән, барлыҡ Көн­сығыш илдәре лә ундай үҫешкә ирешә алмай, икенсенән, беҙҙең Рәсәй менталитеты уларҙан, ысынлап та өлгө алырлыҡ шарттар тыуҙырырға һәләтһеҙ.
Төп сәбәпте иһә ошо йы­йындағы ҡайһы бер сығыштарҙа айырым билдәләп киттеләр: Шәреҡ халҡы тәбиғәткә, шул иҫәптән кешенең тәбиғи асылына, Көнбайыш илдәренә ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ тора. Был тормош-көнкүрештә лә, кеше ғүмерен ҡурсалауҙа ла, иҡтисадта ла, хатта сәйәсәттә лә сағыла. Сәйәсәт тигәндәй, шул ыңғайҙан сатирик Михаил За­дорновтың бер лаҡабы иҫкә төшә: “Ҡытайҙа капитализм төҙөүҙәре – бер хәл, ул коммунистар партияһы етәкселегендә тормошҡа ашырыла бит әле!” – тигәйне ул, ярым шаяртып. Тимәк, идеология төшөнсәһен дә унда башҡаса ҡабул итәләр. Хәйер, “социализм”, “коммунизм”, “капитализм” кеүек терминдарҙы Көнбайыш уйлап тапҡан.
Йәки беҙ хәҙер йыш ишеткән Ҡытай халыҡ медицинаһын ала­йыҡ. Ул, Көнбайыш фармацев­тикаһынан айырмалы, бер сирҙе түгел, ә тотош организмды да­уалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ләкин беҙ һаман да “көнбайышса” дауа­ланыуҙы өҫтөнөрәк күрәбеҙ: дарыухананан көслө таблеткалар алып йоторға ла тиҙерәк эшкә сығырға ҡабаланабыҙ. Һөҙөмтәлә ауыртыу бөтә, ә ауырыу үҙе ҡала, төпкәрәк йәше­ренә генә.
Өфөлә аҙым һайын тигәндәй осраған Ҡытай халыҡ меди­цинаһы фирмалары ысынлап та ҡытайса дауалаймы, әллә хужалары өсөн аҡса һуғыу юлы ғынамы? Ә Ҡытай медицинаһы менән Тибет дауалау саралары араһында ниндәй айырма бар? Һинд, фарсы һәм башҡа халыҡ медицинаһын ни өсөн бел­мәй­беҙ? Ниңә икәне аңлашыла – ул турала белем юҡ. Беҙ ата-бабаларыбыҙ борон-борондан дауаланған үҙ халыҡ меди­цинабыҙҙы ла онотоп бөтөп барабыҙ, йәғни тәбиғәттән алыҫлашабыҙ. Күренеүенсә, тик дауаланыу өлкәһе генә лә күпме һорау тыуҙыра, ә бүтән өлкәләр?
Шәрҡиәтселек беҙгә шуны аңларға, йәғни тәбиғи асы­лыбыҙға йөҙ менән боролорға ярҙам итергә бурыслы. Бының өсөн, әлбиттә, Шәреҡте өйрәнеү, аңлау һәм тормош ҡанундарына индереү талап ителә. Яманаты сыҡҡан “көнбайышса йәшәү” арҡаһында ҡатмарлашҡан хәҙерге заманда бигерәк тә.

Ул бер генә фән түгел

Шуныһы ҡыҙыҡлы: был ғилми йүнәлеш Шәреҡ илдәренән дә алда Европала барлыҡҡа кил­гән. Шәрҡиәтселек үҙе – шартлы төшөнсә, сөнки тотош бер ҡитғаны бер генә фән аша өйрәнеп булмай, шуға күрә был атамаға Көнсығыш илдәре тигән географик өлкәне тарихи, иҡтисади, тел, әҙәби, мәҙәни, дини, философик, этнографик яҡтан һәм ҡомартҡылар аша өйрәнеүсе фәндәр комплексы инә. Уға XVI-XVII быуаттарҙа колониаль баҫып алыуҙар юлына баҫҡан дәүләттәрҙең – Англия, Франция, Испания, Голландия һәм Португалияның – ғалим­дары нигеҙ һалған. Баҫып алын­ған илдәрҙе өйрәнеү уларҙың теле, географияһы, әҙәбиәте менән танышыуҙан башланған. Шуға күрә лә Шәреҡтең иң күп ҡулъяҙмалары һаҡланған урындар Көнбайышта – Париж, Лондон, Санкт-Петербург ҡа­лала­рында. Артабан был йүнәлеш ғилми нигеҙгә күсе­релә, египтология, иранистика, ассириология һәм башҡа айырым өлкәләр барлыҡҡа килә.

Йыйындың әһәмиәте

– Тәүге сиратта съезд тышҡы ғына түгел, ә эске Шәреҡте, йәғни илебеҙ биләмәләрендә йәшәүсе төрки халыҡтарҙың – башҡорт, татар һәм яҡуттарҙың – тарихын, телен, әҙәбиәтен өйрәнеүгә иғтибарҙы көсәйтеү бурысын ҡуя, – ти илебеҙҙең Шәрҡиәтселәр йәмғиәте президенты, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. – Икенсенән, Шәрҡиәтселәр йәм­ғ­иәтенең эшмәкәрлеген йәнлән­дереү зарур. Һәм, әлбиттә, шәр­ҡиәтселектең Әхмәтзәки Вә­лиди Туған, башҡорт халҡының антропологияһын һәм этно­логияһын өйрәнеүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән Сергей Руденко кеүек оло ғалимдарын, Шәйех­зада Бабич, Зиннур Ураҡсин һәм башҡа шәхестәрен тағы бер ҡат иҫкә төшөрөргә кәрәк.

Көнбайыш һәм Көнсығыш: айырма нимәлә?

Был ике ҡитғаның оҙон-оҙаҡ тарихы төрлө үҙгәреш осор­ҙарына дусар ителгән: йә Европа Көнсығышты нимәгәлер өйрәткән, йә киреһенсә булған. Барыһына ла бер үлсәм тура килмәй. Европаны ғалимдар техноген цивилизация тип атай, йәғни уға техника һәм технол­о­гияларҙың тиҙ үҙгәрә башлауы хас. Был иһә кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәтен дә ныҡ үҙгәртә. Ә Шәреҡҡә “традицион йәмғиәт” тип ҡарайҙар. Был йәмғиәттә ата-бабалар тәжрибәһенә таяныусы һәм үҙгәрмәүсе тормош иң юғары ҡиммәт тип ҡабул ителә. Көн­байыштан айырмалы, Көнсығыш йәмғиәте кешенең бәхете тыш­ҡы шарттар аша түгел, ә уның үҙ рухи донъяһын туҡтауһыҙ үҫтереүе нигеҙендә барлыҡҡа килә тип иҫәпләй. Был бигерәк тә ҡытай һәм һинд филосо­фияһында асыҡ сағыла.
– Шуны аңлау мөһим: Европа Көнсығышҡа цивилизация бир­гән, ләкин мәҙәниәт Шәреҡтән килә, – ти шәрҡиәтселәрҙең Х Бөтә Рәсәй съезына Азербайжандан килгән профессор Рәғилә Кулиева.

Рәсәйҙе таный башланылар

Был һүҙҙәрҙе күренекле урыҫ географы, философы һәм йәмә­ғәт эшмәкәре Петр Савицкий юҡҡа ғына әйтмәгән. Асылы шунда: ул, Көнбайышҡа һуҡыр­ҙарса эйәреү Рәсәйҙе ошо ҙур цивилизацияла йотолоуға алып киләсәк, тип иҫкәртергә тырыш­ҡан. Берҙән-бер ҡотолоу юлын ғалим Евразия халыҡтары ме­нән тығыҙыраҡ бәйләнештә булыуҙа күргән. Беҙҙең быуатта көсәйгәндән-көсәйә барған гло­бал­ләштереү хәрәкәте Рәсәй мәҙәниәтенең донъя кимәлендә биләгән урынын ғына түгел, ә илебеҙҙең күп һандағы этнос­тарының мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыуҙы ла хәүеф аҫ­тына ҡуя. Тимәк, евразиясылыҡ – ошо хәүефкә ҡаршы торғанда таянырлыҡ көс. Евразия халыҡ­тары берҙәм булһа, әлбиттә.
– XXI быуатта донъялағы хәлде глобалләштерергә ынты­лыуҙың ҡатмарлы шарттары, үҙ йөҙө булмаған универсаль йәшәү стандарттарын көсләп тағырға маташыу хакимлыҡ иткән осорҙа Шәреҡ берҙәм һәм үҙенә генә хас цивилизация булып ҡалыуын дауам итә, – тине республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Көнбайыш менән Көн­сығыштың оҡшаш булмауы йыш ҡына был ике ҡитғаның мөнәсәбәтен сәйәси, хатта асыҡтан-асыҡ хәрби ыҙғыштар кимәленә сығара. Һуңғы осорҙа ошо хәл халыҡ-ара хәүефһеҙ­леккә лә янай. Был – Көнба­йыштың Шәреҡте тотоп торған нигеҙҙәрҙе аңламауы, уның үҙ юлы буйынса барырға тырышыуын инҡар итергә маташыуы һөҙөмтәһе. Ике ҡитғаның тыныс диалогын булдырыуҙа Рәсәйҙең үҙенсәлекле роле барлығын Көнбайыш илдәр саҡ таный башланы, ахырыһы.

Ни өсөн Өфөлә?

– Шундай оло съезды Өфөлә үткәрергә ҡарар итеүҙәре бик тәбиғи һәм урынлы, – тине Астана ҡунағы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы президенты Дархан Ҡадирали. – Яҡын Көнсығыш фажиғәле хәлдәргә дусар булған ауыр мәлдә шәреҡселәрҙең шулай йыйылыуы үҙе үк ҙур әһәмиәткә эйә.
Ҡаҙаҡ ғалимының был сы­ғышы үҙе үк Өфөнөң Шәреҡ донъяһында танылыу ала барыуын, Евразия ҡитғаһының абруйлы үҙәктәренең береһенә әйләнә башлауын раҫлай. Быйыл июлдә баш ҡалабыҙҙа бу­лып үткән ШОС һәм БРИКС са­ммиттарында ҡатнашыу­сы­ларҙың да күпселеге Шәреҡ илдәре ине бит.
Әлеге йыйында Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу ғалим ҡатнашты. Улар алдында күрһәтерлек нәмәләр бар ине: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге асылды; өс айға бер тапҡыр “Шәр­ҡиәтселек проблемалары” исем­ле журнал сығарыла; Башҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ғәрәп, фарсы, төрөк һәм ҡытай телдәренә уҡытыусы кафедра эшләй; Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мосолман мәғарифын үҫтереүсе ғилми-тикшеренеү үҙәге бар; “Башҡортостан – Һиндостан”, “Башҡортостан – Корея”, “Башҡортостан – Вьетнам” дуҫлыҡ йәмғиәттәре мәҙәниәт һәм фән өлкәләрендә ҙур эш алып бара. Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала ҡунаҡтарҙы иҫке төрки, фарсы, ғәрәп телдәрендә боронғо ысул менән нәшер ителгән ете мең­дән ашыу китапты сағылд­ы­рыусы күргәҙмә менән та­ныш­тырҙылар, Ишембай районына Әхмәтзәки Вәлиди музейын һәм Шишмә районына Хөсәйенбәк кәшәнәһен күр­һәтергә алып барҙылар ...
Көнсығышты өйрәнеүселәр­ҙең был форумы ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла, республика­быҙ баш ҡалаһында ул 2006 йылда булып үткәйне инде. Бер ҡараһаң, әллә ни күптән дә түгел, ләкин шул ғына арауыҡта иҡтисади һәм сәйәси хәл, донъяға беҙҙең ҡараш ни тиклем ҙур үҙгәрештәр кисерҙе...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872