Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡорт халҡына дан! Ура!”
“Башҡорт халҡына дан! Ура!” Өҫтәлемдәге календарҙы аҡтарғылап ултырғанда, 23 февраль көнөнә ҡарап, Совет Армияһы иҫкә килеп төштө. Мин әрмегә киткәндә үҙем менән блокнот алып, юлда барғандағы, аҙаҡ хеҙмәтемдәге төрлө ҡыҙыҡ, ғибрәтле хәлдәрҙе яҙып барҙым. Уны һуңынан юғалтҡайным инде, улым Баймаҡҡа ҡартатаһына ҡунаҡҡа барғанында өй башынан табып алып ҡайтып бирҙе.
Шул блокнотымды аҡтарғылап, бынан әллә ҡасан, 40 йыл элек, булған хәлдәрҙе йәнә иҫкә төшөрөп ултырҙым да армия хеҙмәтенең минең өсөн иң ҡәҙерле, иҫтәлекле бер көнөн гәзит уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым.


Армияла 1972 — 1974 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Унда барғанда уҡ урыҫса яҡшы белә һәм һуғышырға ла бигүк аптырап тормай инем. Ни генә тимә, ир-егеткә был “һөнәр” ҙә ныҡ кәрәк тип уйлайым. Донъя булғас, төрлөһө була. Үҙеңде көс менән дә, тел менән дә яҡлай алыр кәрәк.
Барып төшкәс тә, тәүге мәлдә һал­даттар менән унда-бында яғал­а­шырға тура килгеләне. Хәҙер “дедовщина” тип аталған күренеш беҙҙең хәрби ҡаласыҡта булманы, шикелле. Һәр хәлдә, мине “молодой” тип берәү ҙә йәберләмәне. Бө­тәһе менән бергә иҙәнен дә йыуҙым, картуфын да, сиратым еткәндә, шыңшымай ғына таҙарттым. Тик сафта йөрөргә яратманым, сөнки оҙон булғас, алда барам, ә аяҡ оҙон булып, шәп атлауым арҡаһында алға сығам да китәм. Арттан өлгөрә алмайҙар. Сафты оҙатып барған офицерға гел миңә иғтибар бүлергә кәрәк булды. Шуға ул мине сафтың аҙағына ҡуйырға маташып ҡараны, әммә аяҡ оҙон булғас, бәләкәй буйлыларҙың артына тибә инем. Шунан улар артҡа боролоп, ҡулда­рын һелтәй-һелтәй дәғүә белдереп, талаша башлайҙар. Һөҙөмтәлә саф боҙола. Ә армия өсөн сафтың тарҡалып барыуынан да алама нәмә юҡтыр. Офицерҙар, йәне көйөп, һарыҡ көтөүе менән сағыштыралар бындай сафты.
Әҙәмсә атлай алмауым арҡа­һында миңә айырым, яңғыҙ йөрөргә рөхсәт ителде. Алда саф бара, ә унан ун метр самаһы арттараҡ, хәлһеҙерәк һалдаттарҙың әйбер­ҙәрен йөкмәп, мин атлар инем. Йыл да бесән, утын әҙерләп, Ирәндеккә ауыр биштәр артмаҡлап үрмәләп өйрәнгән малайға был ҡыйын булманы. Тәғәйен урынға барып етеү менән мин тиҙ генә сафта үҙ урыныма баҫа инем. Бүре лә туҡ, һарыҡ та имен тигәндәй.
Ике йыл хеҙмәт дәүере эсендә төрлөһө булды, әммә миңә был ауырға төшмәне, тип әйтә алам. Иң беренсе көндән үк үҙемә йөкмә­тел­гән хәрби һөнәрҙе ныҡлап өйрәнергә кәрәк икәнен аңлап, бөтә буш ваҡытты күнекмәлә үткәрер булдым. Нисек булһа булды, бер нисә ай үтеүгә, хәрби тәжрибә буйынса ҡарт һалдаттар менән типә-тиң инем. Бер ваҡытта армияға килеп эләккән малайҙар әле һаман ер өҫтөндә үҙ һөнәрҙәрен саҡ үҙләштереп маташ­ҡанда, мин инде күптән ер аҫтында хәрби дежурҙа ултыра инем. Ҡарт һалдаттар быны шунда уҡ баһалап, йәштәргә миҫал итеп күрһәтер ине.
– Уҡыусыларға һөйләргә теләгән ваҡиға бер йыл хеҙмәт иткәс булды. Сираттағы хәрби дежурҙан ҡайтып, казарма алдына килеп туҡтағас, өлкән сержант Фрейдок канце­ля­рияға бурысыбыҙҙы үтәүебеҙ хаҡында еткерергә инеп китте. Рота командиры менән уның сәйәсәт буйынса урынбаҫары урамға, саф алдына, сыҡты. Фрейдоктың докладын тыңлап бөткәс, теҙелгән рәттәрҙе һөҙөп ҡарап, һәр бер һалдатты күҙ уңынан үткәргәндән һуң, командир “Әминев, сафтан сығырға”, – тип бойорҙо. “Бер ниндәй ҙә эш боҙманым, хәрби задание үтәлде, нимәгә сығаралар икән?” тигәнерәк уйҙар менән саф алдына сығып баҫтым.
Шунан һуң рота командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫары мил­лә­темде һораны. Бығаса башҡорт­лоғомдо бөтәһе лә белеп, “Наш воинственный башкир”, “Потомок Салавата Юлаева” йә иһә “Мусульманин” тип йөрөткәнгә күрә, мин аптыраңҡырап, үҙемдең башҡорт икәнлегемде хәтерҙәренә төшөрҙөм. Шунан һуң замполит Рәсәйҙә башҡорттарҙың борон-борондан бер яуҙан да ситтә ҡалмауын, ватаныбыҙ СССР-ға ла һәр саҡ тоғро хеҙмәт итеүен һәм башҡа шундай маҡтау һүҙҙәрен теҙеп сыҡты. Салауат Юлаев, Пугачев яуын да телгә алды. “Быға тиклем Салауат Юлаевтың ҡасан, ҡайҙа үлгәнен белмәй инек, тарихсылар башҡорт батырының Эстонияла 1800 йыл­дың сентябрендә үлеүен асыҡла­ған”, — тип ул ҡулындағы “Огонек” журналындағы бәләкәй генә мәғлүмәтте уҡып ишеттерҙе. Шунан: “Әминев, мә, был һиңә армиянан иң яҡшы иҫтәлек булыр”, — тип уны ҡулыма тотторҙо.
Замполиттың сәйәси әңгәмәһенән һуң рота командиры “Башҡорт хал­ҡына дан”, йәғни “Слава сынам Отечества, башкирскому народу! Ура, ура, ура!” — тип өс тапҡыр ҡысҡы­рырға команда бирҙе. Һалдатҡа нимә инде, бойороҡ булғас, “Ур...р...ра!”ны өс тапҡыр рәхәт­лә­неп һөрәнләнеләр. Халҡым тура­һында йылы һүҙҙәр ишетеп, саф алдында һерәйеп баҫып тыңлап торған мин был мәлдә әйтеп тә, аңлатып та биргеһеҙ ләззәтле минуттар кисереп, тамағыма төйөр тығылып, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалдым. Ошолар иҫкә килеп төшкәндә, рота командирына һәм замполитҡа әле булһа әйтеп бөткөһөҙ оло рәхмәт уҡыйым.
“Һеҙҙә башҡортҡа йә иһә икенсе берәй халыҡҡа ҡарата дан, “ура” ҡысҡырғандары булдымы?” — тип армияла хеҙмәт иткән күп егет­тәрҙән һорағаным булды, әммә берәү­ҙән дә “эйе” тигән яуап ишетмәнем.
Аңлатып үтергә кәрәк: беҙҙең рота туранан-тура Мәскәүгә буйһон­ған бәләкәй генә бер айырым часть ине. Шуға башҡаларҙан ситлә­шеберәк йәшәнек. Ротала сафта китеп бар­ғанда, берәй һалдатты данлап, уның хөрмәтенә “ура”, “дан” ҡысҡырыу йолаһы булды. Ҡасан, кем тарафынан тәү башлап индерелгәндер, белмәйем, әммә бындай традиция мин хеҙмәт иткән хәрби ҡаласыҡта тик беҙҙең ротала ғына ине. Айырым һалдаттарҙы данлап, офицер­ҙар ҡатнашлығынан тыш, үҙебеҙҙең инициатива менән дә һөрәнләр инек. Әммә офицерҙың тотош халыҡты данлап ҡысҡыртыуы тик бер тапҡыр, башҡортҡа ҡарата ғына булды.
Башҡортома күрһәтелгән бындай ихтирам баяғы офицерҙарҙың беҙ­ҙең халыҡты яҡшы белеүенән бул­ғандыр, тип уйлайым. Рота ко­ман­диры Ҡурған өлкәһендә башҡорттар араһында тыуып үҫкән кеше ине. Ә замполит, үҙе Иваново өлкәһенән булһа ла, Ленинград юғары хәрби-сәйәси училищеһында Учалы районынан Радик исемле башҡорт менән бергә уҡыған һәм уның менән яҡын дуҫтар икән. Замполиттың һөйләүенә ҡарағанда, Радик училищела иң яҡшы уҡыусы курсант, ҡурайсы булған. “Ундай һәләтле кешеләр бик һирәк осрай”, — тиер ине замполит, кистәрен ми­не канцелярияға саҡыртып һөйлә­шеп ултырғанда. Күрәһең, баяғы Ра­дик дуҫына ихтирамын башҡорт­лоғом өсөн миңә лә күсергәндер.
Һалдаттарға ҡарата һәр саҡ ғәҙел булғандары өсөн рота командирын һәм замполитты гел ихтирам менән иҫкә алам. Армиянан ҡайтарыр алдынан, улар мине саҡырып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп, киләсәккә ниндәй пландар ҡороуым хаҡында ҡыҙыҡ­һынып, “Уҡырға кәрәк һиңә, Әминев, әгәр уҡырға уйлаһаң, яҙып ебәр, йүнәлтмә ебәрербеҙ”, — тип оҙатып ҡалдылар.
Ысынлап та, һүҙҙәрендә торҙо­лар. Өйгә ҡайтып, әҙерәк торғас, уҡырға инергә уйлап, йүнәлтмә ебәреүҙәрен һорап, командирыма хат яҙҙым. Рәхмәт, үтенесемде йыҡманылар. Ебәрҙеләр.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, кем булып эшләһәк тә, беҙҙе һәр саҡ милләт булараҡ ҡабул итәләр. Шуға күрә һәр башҡорт үҙен лайыҡлы тотһон ине, сөнки уға ҡарап халҡыбыҙ тураһында фекер йөрөтәләр тип уйлайым.
Ә замполиттың бүләге булған “Огонек” журналы иһә, армия тура­һында иҫтәлек булып, һалдат сума­ҙаны төбөндә дембель альбомы менән бергә әле лә һаҡлана. Бына шуларҙы иҫкә төшөрҙө календарҙың ҡыҙыл бите.

Закирйән ӘМИНЕВ,
ғилми хеҙмәткәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә