Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табышлы тармаҡ
Табышлы тармаҡХеҙмәттең төбө – хәрәкәт, күптең төбө – бәрәкәт тигән халыҡ мәҡәле, әйтерһең дә, булдыҡлы Хәлим ағайға ғына төбәлгән кеүек. Ҡасан ғына булмаһын, иҡтисади көрсөктә лә, бүтән һынауҙар алдында ла һис кенә лә юғалып ҡалманы. Унан йәштәргә биргеһеҙ дәрт бөркөлә, хеҙмәтте яратыуы, һөнәренә һөйөү менән ҡарауы тураһында әйтеп тороу артыҡ.
– Элекке менән хәҙерге тормошто сағыштырып ҡарайым да әле Хөкүмәттең ярҙамына һөйөнөп бөтә алмайым, – тип һөйләй Ейәнсура районының “Импульс” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Хәлим Ҡарағужин. – Малды ишәйтеү өсөн шарттар тыуҙырылған – иркенлек, үҫемлекселек тармағын алып барырға теләүселәргә лә юл асыҡ, ташламалы ссудалар бирелә.
Шул иғтибарға лайыҡ: “Импульс” – районда табышлы эшләүсе берҙән-бер хужалыҡ. Ул малсылыҡ буйынса махсуслашҡан. Күпләп һыйыр малы аҫрауҙың отошло яҡтарын аңлаған етәкселек. Өс йөҙ башҡа яҡын һауын һыйыры – улар өсөн сик түгел, әлбиттә. Киләсәктә мал һанын тағы ла арттырмаҡсылар.
Хәлим Ғәләүетдин улының һүҙҙәренә ҡарағанда, һөт һатыу менән шөғөлләнеү – табышлы йүнәлештәрҙең береһе. Йәмғиәт Мәләүез һөт комбинатына (үҙҙәре килеп ала) тәүлегенә бер тонна 200 центнер һөт тапшыра. Халыҡтан да һөт йыйыу ойошторолған. Заманса һыуытҡыстары бар, йәнә берәүҙе алмаҡсылар. “Был йәһәттән етештереүҙе юлға һалырға уйламайһығыҙмы?” – тип һораным. Ейәнсура районына иң яҡын ҡалалар – Мәләүез менән Сибай, уларына ла – 200 саҡрым. Продукцияны һатыу мәшәҡәтле икән, ә һөт ризыҡтарын район үҙәге Иҫәнғолда ғына һатып бөтөү мөмкин түгел.
Директор энергетик Әсхәт Мөфтәхетдинов, баш инженер Фуат Күсәрбаев, быҙау ҡараусы Нәркәс Йәнбирҙина, һауынсы Зәйнәб Ғайсароваларҙы маҡтап телгә алды. Таҙлар ауылы һылыуы Гүзәл Дүшәнбаева, былтыр Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, тыуған яҡтарына юллана һәм мал табибы булып эшкә тотона. Хужалыҡҡа юллама нигеҙендә эшкә урынлашҡас, Хөкүмәт йәш белгескә 100 мең һум “подъемный” биргән, бынан тыш, үҙе белем алған уҡыу йорто биш йыл буйы ете мең һум аҡса түләй, өҫтәүенә, эш хаҡы ла ала.
Хәлим Ғәләүетдин улын осратыусылар унан орден хаҡында төпсөнә. Ниндәй орден, ни өсөн бирелгән? Мин дә был турала ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, Бөтә Рәсәй “Бизнес-рейтинг” ойошмаһы 2011 йылғы эш йомғаҡтары буйынса “Импульс”ты бындай бүләккә лайыҡлы тип тапҡан. Унда тотош ил буйынса 646 мең тирәһе йәмғиәт ҡатнашҡан, ә хужалыҡ – 50-се баҫҡыста. “Йыл эшҡыуары” тигән сертификатҡа ҡушып етәксегә орден да бирелде.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә