Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәмәл барыһын да ҡабул итмәй
Ирәмәл барыһын да ҡабул итмәй Башҡортостаныбыҙҙа бейеклеге буйынса икенсе урында торған Ирәмәл тауына сәйәхәткә барырға саҡырыу килгәс, ни өсөндөр ҡабынып китмәнем. Ярай, барырбыҙ, менеп ҡарармын, килеп сыҡмаһа сыҡмай инде, тигән булдым. Һыу инер өсөн кәрәк-яраҡты иғтибарлап йыйҙым, һыу матрасын да, күҙлеген дә онотманым. Шулай һүлпән генә әйткәндә, белһәм икән Ирәмәл беҙгә ниндәй һынауҙар һәм мажаралы көндәр әҙерләп ҡуйғанын...
Шишәмбе иртәнге алтыла ғаиләбеҙ менән алты сәғәтлек оло юлға сыҡтыҡ. Оло юлға, тим, сөнки минең ундай алыҫ ерҙәргә барғаным юҡ ине. Ауылдарыбыҙ Өфөнән бер-ике сәғәтлек юлда, ҡул һуҙымында ғына. Мин үҙем, киң һәм асыҡ далаға өйрәнгән кеше булараҡ, тәбиғәт күре­неш­тәренә һоҡланып, ҡайһы саҡта хатта хәүефләнеп тә барҙым. Юлыбыҙ Белорет районының тау-урмандары араһына инеп киткәс тә, күңелем шомланды: тауҙар күк йөҙөн ябып, үҙемде ҡыҫып, өҫтөмә ауып килгәндәй тойолдо. Ҡайҙа ҡарама, алда һәм артта, уңда һәм һулда — ҡуйы урманлы тауҙар. Улар алдында мин — тәбиғәттең бөйөклөгөнә һәм көсөнә тағы ла бер тапҡыр инан­ған бер бәләкәй генә ярҙамһыҙ бәндә. Ошо йәшеллек өҫтөнән осоп ҡына барғым килә... Шулай үҙемдең бер ҡайҙа ҡаса алма­ғанымды белеп, йоҡларға тырышам. Әүен баҙарында юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәй бит.
Ирәмәл барыһын да ҡабул итмәйУянып китһәм, билдәле Ел­мер­ҙәктән китеп барабыҙ. Ысынлап та, был юл ғәләмәте үҙен­сә­лекле, шул уҡ ваҡытта хә­үефле икән. Яңы ғына ҡуйылған ялтлап торған кәртәләр боро­лош­тоң иң осонда емерелеп ята. Бындай күренештән һуң тағы ла шом­лораҡ булып китте, етмәһә, ҙур йөк машиналарының күплеге...
Юлда дүрт сәғәттән ашыу бар­ғандан һуң, тау­ҙар итәгендәге Белоретты уҙабыҙ. Ҡаланы бел­мәгәс, Учалыға илткән юлды эҙләп, аҙа­шып та йөрөнөк. Артабан да ҡуйы йәшеллек араһынан, юлды бүлеп аҡҡан йылға күперҙәренән, һирәк осраған ун биш йә егерме өйлө ауылдар янынан елеп барҙыҡ. Ҡаланан йыраҡ, урман араһында тиерлек, нисек йәшәйҙәр икән, тип аптырайым. Ә айыу килеп сыҡһа?!
Учалы районына ингәс, башҡорт ауылдарының күплеге ҡыуан­дыр­ҙы. Юл буйында һуҙылған ауыл өйҙәре алдында еләк-емеш, бейә йә кәзә ҡымыҙы менән һатыу итәләр. Ҡыҙыҡ: ҡымыҙҙары бар, ә йылҡы өйөрҙәрен күрергә тура килмәне. Хәйер, тау һырттарында рәхәтләнеп, йәшел үләнгә кинә­неп йөрөйҙәрҙер. Күл-йылғаларҙың күп булыуы ла хайран ҡалдырҙы. Етмәһә, бөтәһе лә тулы һыулы. Миңә, юл буйындағы иген, арыш, бойҙай, борсаҡ, сөгөлдөр баҫыу­ҙарына ҡарап барырға өйрәнгән кешегә, республикабыҙҙың был төбәге икенсе хозур донъя кеүек тойолдо.
Өфөнән еңелсә генә кейенеп юлға сыҡҡайныҡ. Ҡояш ҡыҙҙыра, көндәр эҫе, Ирәмәл яҡтарына бар­ғас, һыу инербеҙ, тип дәртлән­гәйнек. Тик ҡала­быҙҙан алыҫая барған һайын, болоттар ҙа ҡуйыра, ҡояш та улар артына йәшенә барҙы.
Ирәмәл барыһын да ҡабул итмәйНиһайәт, Учалы ҡалаһын уҙып, янында урын­лашҡан Сәфәр ауылына юлландыҡ. Унда Әҡлимә менән Йәүҙәт Сафиндар сәйәхәткә барырға йы­йынған бер төркөм әҙип­те, уҡытыусыларҙы ҡабул ит­те. Тышта уңайлаштырылған өҫ­тәл­дәргә беҙ килеүгә ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле һый ҡу­йылған. Башҡорт милли ризығы ҡымыҙ ҙа бар. Ирәмәлтауға тиклем 60 саҡ­рымдан ашыу юл үтәһе булһа кәрәк, шуға тамаҡ ялғап алыу мөһим, кем белә унда беҙҙе нимә көткәнен...
Күтәренке кәйефтә әйберҙә­ре­беҙҙе ике “УАЗ”-икка тейәнек. Барыһы егерме кешебеҙ. Атайым менән мин ике ҡайын бүкәнгә ябылған матрасҡа ултырҙыҡ. Сәғәт 15:15. Ҡуҙғалдыҡ.
Инйәрҙән килгән Рәсимә, Фәйрүзә, Мөнирә апайҙар матур йырлай икән. Йәүҙәт ағай шаярта, көлдөрә белә. Күңелле, ошолайтып сәйәхәт ҡылыу – үҙе бер ғүмер, тип уйлап ҡуйҙым.
— Сәфәр ауылынан Яңы Хөсә­йенгә, унан һуң Ирәмәл тауына яҡыныраҡ булған төпләнеү урынына тиклем машина менән барып була. Бөгөн Ағиҙел башын, Таш йылғаның “күперен” күрербеҙ. Ир­тә­гәһенә Ирәмәл тауына 7 саҡрым йәйәү барып, унан һуң 1582 метр­лыҡ тауға үрмәләйбеҙ, — тип Әҡ­лимә апай Сафина үтәһе маршрут менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡһыныу хисе артты, күңел нимәлер көт­кәндәй елкенеп китте.
Ҡарағайлыҡ, ҡатнаш урмандар араһынан үт­кән­дә юл тигеҙ ине. Гел шулай булыр тип шат­лан­ғайным. Яңы Хөсәйен ауылында ике-өс өй тора, уныһының бере­һендә генә бер ғаилә йәшәй икән, башҡалары — баҡса йорто. Был ауылдан һуң ныҡлап һаҡлана торған тәбиғи биләмәлек башлана. Юлыбыҙҙа шлагбаум арҡыры тора. Һәр кешенән — 50, һәр машинаға 1000-әр һум түлә­тәләр. Ҡыҙыҡ, бушлай йөрөгән юл тигеҙ ине, ә бына түләүлеһе бер ҙә ҡарал­ма­ған, төҙөклән­дерелмәгән. “Баш­ҡорт­остандың иң матур 100 уры­ны” юл күрһәткесендә был урын ташландыҡ тип яҙылған, унда, хәтәр хис-тойғо кисерергә теләү­селәр бара ала, тиелгән. Юлға арҡыры төшөп ятҡан ағастар күп, утта янып ҡарайған консерва банкалары күренгеләгәс, таш­ландыҡ булһа ла, һаҡлана тип аҡса алалар, тигән уй тыуҙы мин­дә. Ирәмәл тәбиғәт паркы булараҡ, был һаҡлана торған биләмәлә йәнлектәрҙе, тирә-йүнде ҡурса­лау менән бер рәттән, туристарға бер ни тиклем уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк, минеңсә.
Бара торғас, ҡаршыбыҙға ике кеше осраны. Белдекле, тәжри­бәле туристар икәне күренеп тора: униформалары бер иш, рюкзактары яраҡлаштырылған.
— Беҙҙең самалауыбыҙса, 30 саҡ­рым самаһы юл үттек инде, һигеҙ сәғәт атлайбыҙ, — тип йөҙ­ҙәренә арыуҙары сыҡҡан ир менән ҡатын сәйәхәттәре тураһында бер-ике һүҙ әйтте.
Сәғәт алтынсы ярты. Беҙ йырлай-йырлай, сайҡала-сайҡала килә торғас, батып ултырҙыҡ. “УАЗ”-ик көсәнһә лә, сыға алмай, аҫтындағы һаҙлыҡҡа әйләнеп бөткән бат­ҡаҡ­лы ерҙе генә “көрәй”. Машинанан төшөп, дәррәү этә торғас, ул, ниһа­йәт, упҡындан сыҡты. Ә кейемдәр тимгел-тимгел ҡара батҡаҡҡа ҡап­ланды. Һауа торошоноң үҙгәргәне һиҙелә, тау яғына яҡынайған һа­йын һалҡынайта. Юлыбыҙҙы да­уам итеп, бер аҙ бар­ғас, ма­ши­наларҙы ҡалдырып, Яңы Хө­сә­йен ауылынан 6 саҡрым алыҫ­лыҡта урынлашҡан Ағиҙел йыл­ға­һының башын — уның шиш­мәһен – күрергә йәйәүләнек, әҙерәк ямғыр һибәләгәс, аяҡтар ҙа сылан­ды. Ысынлап та, бөйөк эштәр бәләкәй аҙым­дарҙан башланып ат­ҡарылған кеүек, Баш­ҡорт­ос­таны­быҙҙың иң ҙур йылғаһы Ағиҙелкәй ҙә йоҡа ғына һыу ағымы булып ер төпкөлөнән сыға икән. Кинәнеп һыу эстек, иҫтәлеккә фотоға төштөк тә йәнә машиналарға юлландыҡ.
Шул арала күк йөҙөн һоп-һоро болот ҡапланы, ямғыр еле иҫкән­дәй тойолдо. Саҡ ҡуҙғалып китеп өлгөрҙөк, машинаның тимер кузовын тишерҙәй булып боҙ ҡоя башланы. Гөрһөлдәтеп күк күкрәй, салтлап-ялтлап йәшен йәшнәй. Боҙло ямғыр балсыҡлы юлдарҙы ла йыуа, майланған ерҙән яй ғына шыуып барған кеүекбеҙ. Таш йыл­ғаның күперенә барып еткәнсе юлдарҙан шаулап гөр­ләүектәр йүгерә ине. Туҡтап, дымланыуҙан тонсо­ға башлаған машина эсенән саф һауаға сығып, йәйәүләп киттек. Ҡуйы үлән араһының уйымдарына һыу тулған, ипләп кенә барайым тиһәм дә, кроссовкаларым менән тап шул тишеккә тайып төшәм дә ҡуям. Аяҡ лысма һыу булды (үҙемдең бер салбарҙан башҡаһы юҡ). Ямғыр яуыр тип уйлама­ғай­ныҡ шул, исмаһам, итек алмаған­быҙ, тип үкенәм. Йыйынған саҡта йылы кейемемде сумкаға һалған ерҙән кире сығарҙым да, ҡышмы ни, тип өйҙә ҡалдырҙым. Һалҡын һыуҙар кискәс, үҙ-үҙемде берен­сегә ошо мәлдә әрләнем.
Киске сәғәт 7.15. Ағас араһынан барып, асығыраҡ яланға сығабыҙ. Күк күкрәүе шул хәтлем яҡын, тап баш өҫтөндә ишетелә. Күкрәк тултырып ямғырҙан сафланған, ҡара­ғай ылыҫы һеңгән һауаны һу­лай­быҙ. Һирәк-һаяҡ өҫтөбөҙгә эре тамсылар төшә, ә ерҙә ап-аҡ булып борсаҡ кеүек боҙ һибелгән. Таш йылға — серле урын, уның хатта йәшел келәмдән тип-тигеҙ һуҙылған “күпер”е лә бар. Аҫтынан һыу шыбырлауы ишетелә, ә өҫтө­нән йылғаларҙағы кеүек томан йәйелгән. Иҫ киткес күренеш! Таштар янына ултырып ҡарағайным, уларҙың минең кәүҙәмдән әллә күпме ҙур икәнлеге аптыратты. Кем, ҡасан, нисек йәйеп һалған бында һеҙҙе? Был ерҙәргә килеп етеүе ауыр булғанға күрә, кешенең һирәк йөрөгәне һиҙелә. Тәбиғәт үҙенең тәү матурлығын тыныс ҡына һаҡлағандай тойола.
Машиналарыбыҙға ултырып, төпләнә торған еребеҙгә юл алдыҡ. Аяҡтар һыу, кейемдәр еүеш, шулай ҙа кәйефтәр күтәренке. Ирәмәл беҙгә һынауҙар әҙерләп ҡуйғанына боҙ борсаҡ яңы көс менән яуа башлағанда тағы ла инандым. Юлдарҙа һыу ағып ятҡас, “УАЗ”-иктар саҡ тарта. Беҙҙең водитель тәгәрмәстәргә хатта тимер сымдар беркетте, шулай ҙа батып ултыр­ған осрағыбыҙ күп булды (икенсе машина ярҙамға килмәһә, шыр урманда батып ҡалыр инек, ахыры).
Бына беҙ шыйыҡ балсыҡлы-батҡаҡлы юлдан сәғәтенә 10-15 саҡрым тиҙлектә төпләнеү урынына юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бүкәндә ултырып ҡалыу өсөн генә лә көсөм күп китте — юл тигеҙ­һеҙлектәренән машина йә уңға, йә һулға сайҡалған ыңғайға мин дә йә тегеләй, йә былай һуғылдым. Аяҡ-өҫтәр лысма һыу булһа ла, ауыҙ-телдә шаяртышыу һүҙҙәре һәм яҡшылыҡҡа юрау теләктәре булды. “Ирәмәлкәй, беҙҙе ҡабул ит инде”, — тип тә ялбарҙыҡ.
“Тимер өҫтәл”дәргә, йәғни төп­ләнеү урынына 5 саҡрымдай ара ҡалғас, алдыбыҙҙа машина үтә алмаҫлыҡ ҙур бураҙна барлығы асыҡланды. Ни эшләйһең, “вне­дорожник” та бынан ары сығырға йөрьәт итмәгәс, беҙгә әйберҙә­ребеҙҙе күтәреп йәйәү атларға тура килде. Сәғәт ун беренсе кит­кән, тышта дөм-ҡараңғы. Беҙ — урман араһында, ни хәлгә төшһәк тә, Ирәмәлде барып күрәбеҙ тип алға ынтылған туғыҙ кеше. Ҡул­дарҙа нимә генә юҡ — ҡаҙан, йәшелсә тултырылған контейнер, кейем-һалым, арҡаларҙа — рюкзактар. Палаткалар алып тороуҙы бер кем дә кәрәк тип тапманы, һалҡын, еүеш ергә уларҙы ҡороп булмаясаҡ, тинеләр. Фонарҙар юҡ, исмаһам, тирә-яҡ ҡараңғы, хатта ай нуры ла ағастар араһында буталып ҡалғандай, ергә барып етмәй, беҙгә ярҙам итмәй. Тайып китеп, бот төбөнән һыуға батыусылар ҙа юҡ түгел, үҙем дә тубығыма тиклем һыу һыуыҡлығын тоям. Ҡара ерҙә ап-аҡ борсаҡтар күренә, хатта боҙ ҙа иремәгән. Бында климат бөтөн­ләй икенсе булып сыҡты. Ҡала ерендә асфальт өҫтөндә эҫе һауа тынды ҡурһа, бында иһә тауға ҡарай үрләгән һайын тағы ла һыуы­ғыраҡ, ямғырҙар ҙа көслөрәк тойола. Юлда йылғалай ағып ятҡан һыуҙарҙы кисмәҫ өсөн ағас араһынан өс кеше барабыҙ, ауып ятҡан бүрәнәләрҙе, сырмалып үҫкән ботаҡтарҙы ярып сығабыҙ. Һыу һеңгән аяҡтарҙы тағы ла һы­уыҡ һыуға тыҡмаҫ өсөн тыры­шабыҙ инде, аяҡ өшөүҙән сирләргә лә мөмкин бит. Бер шулай арт­тараҡ та ҡалдыҡ, ярай ҙа алда­ғылар көтөп торған. Бер сәғәт сама­һы барҙыҡмы-юҡмы, алда яҡты ут балҡыны һәм машина гөрөлдәүе ишетелде. Ура! Беренсе “УАЗ”-ик водителе үҙенең пас­сажирҙарын ҡалдырып, уларға усаҡ яғып, беҙ­ҙе юллап килгән. Мең рәхмәт ҡотҡарыусыбыҙға! Шатлығымдың сиге юҡ, ни өсөн тигәндә, көсәнеп ҡарауҙан күҙҙәр, ауыр әйберҙәрҙән ҡулдар, та­йыуҙан ҡурҡып барыуҙан аяҡтар арыған. Асығыу ҙа үҙәккә үтте, хатта ауырлыҡ менән тартҡан машина төтөнөнөң еҫе тәмле тойолдо миңә.
Ниһайәт, бер ярты сәғәттән беҙ төпләнеү урынына килеп төштөк. Беренсе машинаның апай-ағай­ҙарына ҙур рәхмәт, килеүебеҙгә ҡаҙанда аш, кәстрүлдә сәй ҡайнай ине, йәшелсә салаттары ла бар. Кейемдәребеҙҙе алмаштырыр инек тә, алмашы юҡ тиһәң дә була: бындай һауа торошона бер ҙә әҙер түгел ине беҙҙең ғаилә. Куртка-кофтаны өсөбөҙгә Әҡлимә апай өләште, аяҡтарға йылы әйбер һәм полиэтилен тоҡсайҙарҙы Фәйрүзә апай бирҙе, улар булмаһа ни эшләр инек... Яныбыҙҙа ашарға бешереп, усаҡты ҡараған, кешелекле изге йәмәғәт тура килеүе ҙур бәхет, ошондай ваҡытта беҙҙе хәстәр­ләгәндәре өсөн рәхмәт. Кеше ауыр саҡта һынала, тиҙәр бит.
Усаҡта бешкән аш тәмле булһа, юлдан асығып тамаҡ ялғаған ри­зыҡ мең тәмле. Табындағы һыйҙан ҙур кинәнес менән ауыҙ иттек. Сәйҙең дә тәме икенсе, үҙен­сә­лекле. Был кран һыуы түгел инде. Яныбыҙҙа ғына ямғырҙан тағы ла ташып аҡҡан йылға шаулай, уны тау һыуы тип атаһаң да булалыр. Сәйҙәр эсә-эсә, урман тынлығын ярып кинәнеп йырлап, усаҡ йылыһына һыйынып, иртәгәһе көнгә ҙур өмөттәр бағлап ике сәғәт үткән.
“УАЗ”-ик “буханка”һына тейәлеп серем итеп алыуҙар үҙе бер ҡыҙыҡ. Барыһы ун биш кеше, бер урынға нисек ултырҙың, шулай йоҡларға тейешһең, аяҡтарҙы ҡуҙғатыу әмәле юҡ, сөнки урын тар. Тағы биш кеше усаҡ янында ҡунды. Йоҡобоҙ йоҡо булмаһа ла, яҡтырып килгәндә, сәғәт бишен­селә тороп, тамаҡ ялғап алдыҡ та артабан юлға йыйындыҡ.
Бына урман эсенән дауам иткән юлдан Ирәмәл тауына табан атлайбыҙ. Ваҡ ямғыр тамсылары һаман да биткә бәрә. Эре ташлы һәм ҡуйы үләнле юл һаҙлыҡҡа әйләнгән кеүек — аяҡты һаҡлайым тип ипләп баҫһаң, таяһың да китәһең. Шулай юлға сығыу менән һыуландым. Сирләп кенә китмәһәм ине тигән уй башымда. Ярай ҙа Рәмил ағай: “Ирәмәлдең һыуы ла, еле лә шифалы, сирлә­мәйһең”, — тип тынысландырҙы. Сылбыр һы­маҡ теҙелеп, шәп атлап барабыҙ. Мин йылынып киттем, хатта өҫтөм­дәге кофталарҙы сисеп ҡулыма алдым. Юлыбыҙ йә үргә, йә аҫҡа тәгәрәй. Ташлы йылға-шишмә­ләрҙе лә кисеп үттек. Шулай ба­рып, арып бөттөм... Ирәмәлгә менәм тип ниңә генә килдем икән, тигән уй ҙа үтте башымдан. Ике саҡрым самаһы үткәс, ял итергә, арттараҡ ҡалғандарҙы көтөргә Таш йылғаның башында туҡтаныҡ. Та­ғы ла ошонан да күберәк юл үтәһе бар икәнлеге ҡурҡыта. Йүгереп кенә ҡайтып китер инем, ҡара урман араһындабыҙ, яҡындағы ауылға тиклем – 60 саҡрым. Ис­маһам, телефон тотмай, күргән-кисергәндәрҙе һөйләп, үҙеңде йәл­ләтеп тә алғым килә. Артабан юлыбыҙҙы ашығып түгел, ә ты­нысыраҡ дауам иттек, ахыры. Ҡояш ҡыҙҙырып торһа, тағы ла ауырыраҡ булыр ине, ярай ҙа һыуыҡ, тип шатланып ҡуйҙым хатта.
Минең нисек кейенгәнемде белдекле турист күрһә, ә юҡ, ябай кеше күрһә лә, йығылып ятып көлөр ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: өҫтөмдә йылы көнгә ышанып алынған йәйге сәскәле күлдәк, аҡлы-ҡаралы спорт костюмы, арҡаны ҡаплап торған муйындан һәм билдән бәйләнгән көрән мамыҡ шәл, бының өҫтөнән тағы шаҡмаҡлы ирҙәр кофтаһы һәм ҡыҫҡа зәңгәр ветровка. Аяғымда һоро колготки, тубығыма тиклем футбол гетралары һәм кроссовки эсенән полиэтилен пакет. Башымда йәшел сәскәле яулыҡ һәм матростарҙыҡына тартым фураж­ка. Үҙемә бик тә уңайлы тойол­до, тик кейемдәрем тағы ла ҡалы­ныраҡ булһа, бер ҙә ҡамасауламаҫ ине.
Иртәнге сәғәт 7.30. Инде 5 саҡ­рым үтеп, төрлө яҡты билдәләгән юл күрһәткес янында йәнә ял итергә туҡталдыҡ. Ирәмәл тауына хәтлем тағы ла ике саҡрым бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: ошонан һуң үҙем­дә көс артҡанын тойҙом, дәрт­ләнеп, бер ниндәй ҙә хәлһеҙлек кисермәй алдан барҙым. Аяҡтарым үҙҙәре үк алға йүгергәндәй, тиҙ-тиҙ алмашыналар. Тәбиғәттең үҙгәргә­не лә һиҙелә, бында ағастар тәпә­шерәк, томан ҡуйыраҡ, ел әсерәк, күк йөҙө лә һоп-һоро. Ә юл сатында ҡайҙа ҡарама ҡымыҙлыҡ үҫеп ултыра. Бығаса күрмәгән үҫемлектәр, келәм булып түшәлгән төрлө төҫ­тәге мүк, тарайған юлды ҡаплап бүртеп торған ағас тамырҙары үҙемде фантастик әкиәт донъя­һына эләккәндәй аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғоға һалды. Шыршылар һирәгәйгән асыҡ аҡланға сығып, ҡаршыбыҙҙа түбәһе томанға уралған ғорур Ирәмәлде күргәс, уның бөйөклөгө алдында телһеҙ ҡалдым.
Сәғәт 8.20. Таштар өйөмө баш­ланған ерҙә тамаҡ ялғарға туҡ­талдыҡ. Үҙ ғүмерендә 20 тапҡыр тауға күтәрелгән Әҡлимә апай, тирә-яҡҡа йәйелгән ҡуйы томанға күрһәтеп:
— Мин Ирәмәлгә беренсегә кил­гәндә лә ошондай уҡ ҡуйы томан ине, биш метрҙан бер-береңде күрермен, тимә. Тауҙан кире төш­кәндә, аҙашып ҡалдым, тегендә барам, бында йүгерәм, кеше заты күренмәй. Ҡысҡыра-ҡысҡыра тауышым, йөрөй торғас, хәлем бөттө. Ахыры, өс сәғәт үтеп, өмөтөм өҙөлдө тигәндә, тау тирәһендә үҙемде­келәрҙе таптым. Шулай булһа ла, йыл һайын, ҡайһы саҡта йәйенә өс тапҡыр бында киләм. Ирәмәл үҙенә гелән тартып тора, — тине.
Бер төркөм — Учалы районы биләмәһенән, ә өс кеше Төлөк (Силәбе) яҡлап тауға үрләргә йү­нәлдек. Ысынлап та, күтәрелә баш­лағандан бирле томандың ти­рә-яҡты ҡаплағаны нығыраҡ һиҙелә, ул арабыҙҙан осоп йөрөй кеүек. Бо­лот­тарҙың ел ыңғайына йүгергәнен бер ҡасан да күрмәгәс, был бик сәйер тойолдо. Ирәмәлгә таш­тарға тотона-тотона, мүкәйләп, ҡаттарға бүленгән урындарында ял итә-итә менеп барабыҙ. Хәл бөтөп туҡталып ухылдаған ваҡы­тымда 77 йәшлек Әхмәт ағай Нуретдиновтың (бабай тип әйтергә тел әйләнмәй) алдан йүгереп менеп барыуы сәмлән­дерҙе. “Йә, ҡыҙыҡай, арыныңмы ни, әйҙә-әй­ҙә”, — ти ул миңә. Шул уҡ ваҡытта Зөһрә апай Үтәғо­лованың йырлап, шиғырҙар һөйләп күтәрелеп барыуы аптыратты. Һөйләшергә лә ҡыйын, ҡайҙан йырларға тын ет­һен?! (Ахыры, был төбәк кешеләре бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияны Ирә­мәлдең үҙенән алып үҫкәндер).
Ирәмәлдең яртыһына күтәрел­гәс, хәлем бөткән ерҙән тағы ла ниндәйҙер ҡөҙрәт менән алға атлай башланым. Елдең көслөлөгө аяҡтан йығырлыҡ, тын алғанда йөҙгә бәргән кеүек. Шулай ҙа тау түбәһенә еткәндә төркөмөбөҙ ара­һында беренсе булам тип тырыштым. Ниһайәт, бағаналарға бәй­лән­гән флагтар, төрлө төҫтәге сепрәк киҫәктәре, таштарға һыҙыл­ған яҙыуҙар күренде. Тимәк, беҙ түбәлә, ур-ра-а, менә алдыҡ! Ап-аҡ томан арҡа­һында тау башынан тирә-яҡты күҙәтеп булмаһа ла, ошо юлды үтеү — үҙе бер бәхет.
Текә тауҙан түбәнгә таштар ара­һынан төшөү менеүҙән дә ауы­рыраҡ, тигән һығымта яһаным. Етмәһә, ямғыр һибәләй башланы. Һыуланғас, кроссовкалар шыма таштарҙан шыуа ғына (атай-әсәйемә тотоноп төштөм). Һуңынан Мөнирә апайҙың сумкаһында ауыл ҡаймағын мендереп төшөргәне асыҡланды. Үҙе бер йөк булған банканы күтәреп йөрөткән апай ҙур батырлыҡ ҡыл­ғандай күренде миңә, ә банка Ирәмәл түбәһендә булғас, шифалыға әйләнгәндер, моғайын.
Сәғәт 11.10. Беҙ биш кеше ҡайтырға алдараҡ сыҡтыҡ. Эй шәп киләбеҙ, үҙем һыуҙарға шап-шоп баҫам, йәнәһе, хәҙер машиналарға барып етәбеҙ ҙә тиҙ генә ауылға ҡайтып китәбеҙ. Бүтән ергә бар­ғанда ҡайтыр юл ҡыҫҡараҡ то­йолһа, был осраҡта улай булманы. Бына ошо боролоштан һуң беҙҙең төпләнгән урын тип өмөтләнһәң дә, урман юлы һуҙылғандан-һуҙыламы ни. Ямғыр өҫтән ҡойғас, ҡоро ер ҡалманы. Шулай ҙа ҡайтыр юлға ваҡыт әҙерәк киткән.
Ниһайәт, асығып, ахмал әҙәм хәленә төшөп, аяҡ кейеме эсендәге һыуҙы бырҡылдата-быр­ҡылдата беренсе төркөм төпләнгән урынға килеп еттек. Икенсе төркөмдө көткәндә өҫ-башты ҡараштырабыҙ. Нәскиҙәрҙе һыҡһаң, бер сынаяҡ һыу сығыр, ә өҫ-баштан биҙрә лә тулыр һымаҡ. Ваҡ ямғыр һибә­ләгәс, усаҡ янында кибенергә тырышыуҙың бер ҙә файҙаһы юҡ. Шулай бөтәһе лә йыйылып тамаҡ ялғап алғас, ҡайтырға әйберҙәрҙе йыябыҙ. Водитель килеп әйткәнсә, кисә беҙҙең “УАЗ”-ик батып ҡалған урын бынан дүрт саҡрым алыҫ­лыҡта икән. Бер машинаға бөтәһе лә һыймағас, бер нисәбеҙ йәйәү атларға булды, 14-15-ләгән кеше машинаға тейәлдек. Бер-бере­беҙҙең алдына ултырып барыуҙан башҡа сара юҡ. Әсәйемә көс төшөрмәйем тип, аяҡтарыма ныҡ­лы таянырға тырышам. Шулай ҙа юлдың насарлығы тыныс ҡына барырға ирек бирмәй, биш минут үттеме-юҡмы, көсөргәнештән шы­быр тиргә баттым. Тәҙрәне асырға ла ярамай, ботаҡтар эләктереп ҡайырылыуы бар. Йәйәүлеләр араһында барған атайым менән китмәгәнгә лә үкендем.
Батып ҡалған “УАЗ”-ик янына килеп етһәк тә, ҡайтырға сығыу шунда уҡ насип булманы. Ирә­мәлгә ҡарай ултырған машинаны ауыл яғына бороу мәсьәләһе тора ине. Ағайҙар һәм беренсе “буханка” ярҙамында быныһы көс-хәл­гә, ҙур ауырлыҡ менән яй­лан­ғансы, юлдың ҡатмарлы урындарынан тағы ла байтаҡ йәйәү барырға тура килде.
Ҡайтырға сыҡтыҡ. Иртән води­телебеҙ тирә-яҡты ҡарап йөрө­гәндә йәшен атҡан ҡарағайҙы күргән. Батып ҡалған урындан алыҫ та түгел ерҙә бейек ағасты яртылаш ҡыҫҡартып ташлаған был йәшен. Миллион ярсыҡтарға бүлге­ләнгән ҡарағастың һарғылт олоно тирә-йүнгә сәселгән. Ҡара урман араһындағы нәҙек оҙон был ағас, кисә ер тетрәтерлек көслө йә­шен­де үҙенә тартып, беҙҙе үлемдән ҡотҡарғандыр, моғайын. Уны фо­тоға төшөрөргә теләгәйнем, Йәүҙәт ағай тыйҙы.
— Бер ваҡыт йәшен атып ҡа­райтҡан ағас янын­да ҡатыным менән фотоға төштөк. Сәйер, өйгә ҡайтҡас, кадрҙарҙы ҡарағанда шул күренеште тапманыҡ. Ахыры, ярамайҙыр тигән һығымта яһаныҡ.
Шул хәтлем арытҡан, күҙҙәрҙе асып булмай хатта. Бөтәһенең дә йөҙҙәренә йонсоу билдәһе сыҡҡан. Бер кем һөйләшмәй, йоҡомһорап бара­быҙ. Машинаның ныҡ сайҡа­лыуы бәүелтеп йоҡлатһа ла, ҡапыл башым бәрелеп уяндым. Ни тиклем ваҡыт үткәндер, шлагбаум янында туҡтаған саҡта йоҡом туй­ғандай булды. Кәйефем күтәрел­гәс, Мөнирә апайҙы йыр бәй­ге­һендә ярышырға саҡырам. Кем күберәк тыуған яҡ, мөхәббәт тураһында йырҙар белә, йәнәһе. Бер биш йыр йырландымы-юҡмы, мин еңеүсе тип табылдым. Йырға оҫта апай, мине йәлләп, башҡаса йыр белмәйем, тип әйткәндер, күрәһең.
Кискә табан ауылға яҡын­лаш­тыҡ. Алтын йыуған ерҙәге тауҙар янынан китеп барғанда, алтын ту­ҙанын еҫкәнем шикелле, сөскөр­гәнем хәтерем­дә. Башҡалар ҙа теремекләнеп китте, һөйлә­шеү­ҙәр күргән-кисергән тураһында ине. Ҡар­шы­лыҡтар­ҙы үтеп, һоҡланғыс тауға күтәрелеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ауылға килеп кергәндә, киске сәғәт һигеҙенсе булғандыр. Ошо хәтлем оло юлдан һуң да Әҡлимә апайҙың йүгереп йөрөп ике машина кешене һыйлауы һоҡлан­дырҙы. Мин унан ярты быуатҡа йәшерәкмендер, шулай ҙа көсһөҙ­лөгөмдө, тәнем ватылып ҡыл да ҡыбырҙатҡым килмәгәнде инҡар итмәйем. Минең өсөн был сәйәхәт ысын мәғәнә­һендә һынау булды. Шул уҡ ваҡытта, бәлки, үҙемә кәрәк сифаттарҙы тулыландырыу, сыны­ғыу сара­һы ла ине ул. Башҡорт­останыбыҙ тәбиғәтенә сикһеҙ ғашиҡмын. Хәҙер шыр урман ара­һында ултырған өйҙәргә лә аптырамайым, бының ни тиклем ҡим­мәт­леген аңлайым, кешегә тәбиғәт менән берлектә йәшәү ниндәйҙер көс биргәненә ышанам.
Ирәмәлдән һуң “Башҡортос­тандың иң матур 100 урыны” юл күрһәткесендә бирелгән бөтә ер­ҙәргә сәфәр ҡылыу теләге тыуҙы. Ниндәйҙер ҡөҙрәт менән был хыялым йәйҙең һуңғы айында тор­мош­ҡа аша башланы. Ҡандра­күлде, Шүлгән­таш, Яңы Мораҙым, Боҙло мәмерйәләрен, йәнә Йо­ма­ғужа һыу һаҡлағысын барып күр­ҙем. Ағиҙел йылғаһынан 15 саҡ­рым катамаранда йөҙөп төш­төк. Тәбиғәттең һоҡландырғыс илһам сығанағы икәнлегенә быйыл ныҡлап төшөндөм.
Тубыҡтарҙы ҡалтыратҡан, йө­рәк­тәрҙе елкеткән, үҙенә ымһын­дырып тартҡан Ирәмәл тауына сәйәхәт, һис шикһеҙ, һәр кемдең күңелендә уйылып ҡала.

Динара КӘРИМОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 20.10.2015, 23:38
    Бик матур юлъяҙма !Рәхмәт !






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872