Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшлек менән алдырырға тейешһегеҙ
Йәшлек менән  алдырырға тейешһегеҙ Күптән түгел Республика көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов: “Беҙ яңырыу юлын һайлайбыҙ”, – тигәйне. Өфөлә үткән йәш депутаттарҙың беренсе форумы ла ана шул бурыстың ауазы булараҡ яңғыраны. Хәйер, был осраҡта, бәлки, “яңырыуҙан” бигерәк “йәшәреү” ҡылымын ҡулланыу дөрөҫөрәк булыр ине. Һәр хәлдә, маҡсат та, бурыс та бер — төбәктәрҙәге инфраструктураны үҫтереү өсөн 35 йәшкә тиклемге депутаттарҙың көсөн бергә туплау.
Йәш депутаттар форумы республикала тәүге тапҡыр ойошторолһа ла, был күптән көн ҡаҙағында торған мәсьәлә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа йәштәр әүҙемләшә. Әйтә­йек, 13 сентябрҙә Башҡортостанда уҙған муниципаль һайлауҙарҙа 35 йәшкә тиклемге 1 меңдән ашыу кеше ауыл биләмәһе депутаты итеп һайланған. Ә уларҙы туплаусы, йүнәлдереүсе көс әлегәсә булманы.
Был көндә йәштәр менән Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та аралашты.
Йәшлек менән  алдырырға тейешһегеҙ— Һеҙҙе күргәс, үҙемдең йәш сағым иҫкә төшөп китте, — тине Рөстәм Зәки улы. — БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайланғанда миңә 35 йәш ине. Хәтеремдә, һайлау кампанияһы бик көсөргәнешле булды. Биш-алты кандидат. Барыһы ла көс­лө. Араларында профессор ҙа, Социалистик Хеҙмәт Геройы ла, тәжрибәле төҙөүсе лә бар. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ минең кандидатурамды өҫтөн күрҙе. Ни өсөн тиһе­геҙме? Сөнки мин йәшлегем менән ал­дыр­ҙым. Ҡайҙа ғына, кем менән генә аралашһам да: “Мин — йәш! Мин — көрәшәсәкмен. Мин булдырам”, — ти­нем. Шикләнмәйем, был алымды ҡуллан­ғанһығыҙҙыр. Хәҙер иһә вәғәҙәләрҙе үтәр ваҡыт етте.
Республика етәксеһе йәштәргә депутат­лыҡ эшенең нескәлектәре, яуаплы вази­фаның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Иң мөһиме — халыҡ менән бергә булырға, уларҙың ышанысын аҡларға, ниндәй генә хәлдә лә кешелекле булып ҡалырға саҡырҙы.
Форум эшлекле шарттарҙа үтте. Егеттәр-ҡыҙҙар үҙҙәрен борсоған проблемалар хаҡында фекер алышты, оҫталыҡ дәрес­тәрендә, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, тематик секция­ларҙа осрашты, тәжрибә уртаҡ­лашты. Сараның һөҙөмтәһе булараҡ эш­мәкәрлек майҙансығы итеп Башҡор­тос- ­тандағы йәш депутаттар ассоциацияһы төҙөлдө. Уның ағзалары урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе әүҙем күтәрәсәк, дәүләт власы органдары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәсәк, йәштәрҙең тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға өлөш индерәсәк тип күҙаллана.



Әлиә ЯМҒУРОВА, өҫтәмә белем биреү педагогы, депутат, Ейәнсура районы:

– Был яуаплы вазифаға тәүге һайланыуым. Шуға ла минең өсөн һәр осрашыу, һәр аралашыу — үҙе бер мәктәп. Бөгөнгө сараға килгәндә, ифрат ҙур тәьҫораттар алдым. Иң мөһиме — ауылдарҙағы көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, биләмәләрҙе үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе өйрәндек. Маҡтанып әйтмәйем, йәштәрҙең эшкә дәрте ташып тора, төрлө ҡыҙыҡлы идеялар менән яналар. Был бик ҡыуаныслы.

Илнур МӨХЙӘНОВ, Ишембай районының Маҡар ауылы хакимиәте башлығы:

– Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, форум юғары кимәлдә үтте. Хәҙер билдәләнгән юлдан тайпылмай эшләргә, алға ҡуйған бурыстарҙы намыҫлы үтәргә ҡалды. Ә проблемалар етерлек. Әйтәйек, бөгөнгө осрашыуҙа йәнә Торатау мәсьәләһен күтәрҙек. Шул уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе лә район кимәлендә киҫкен тора. Ғөмүмән, бындай осрашыуҙар бик кәрәк. Киләсәктә ассоциацияны тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы итеп күрге килә.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә