Күптән түгел Республика көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов: “Беҙ яңырыу юлын һайлайбыҙ”, – тигәйне. Өфөлә үткән йәш депутаттарҙың беренсе форумы ла ана шул бурыстың ауазы булараҡ яңғыраны. Хәйер, был осраҡта, бәлки, “яңырыуҙан” бигерәк “йәшәреү” ҡылымын ҡулланыу дөрөҫөрәк булыр ине. Һәр хәлдә, маҡсат та, бурыс та бер — төбәктәрҙәге инфраструктураны үҫтереү өсөн 35 йәшкә тиклемге депутаттарҙың көсөн бергә туплау.Йәш депутаттар форумы республикала тәүге тапҡыр ойошторолһа ла, был күптән көн ҡаҙағында торған мәсьәлә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа йәштәр әүҙемләшә. Әйтәйек, 13 сентябрҙә Башҡортостанда уҙған муниципаль һайлауҙарҙа 35 йәшкә тиклемге 1 меңдән ашыу кеше ауыл биләмәһе депутаты итеп һайланған. Ә уларҙы туплаусы, йүнәлдереүсе көс әлегәсә булманы.
Был көндә йәштәр менән Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та аралашты.
— Һеҙҙе күргәс, үҙемдең йәш сағым иҫкә төшөп китте, — тине Рөстәм Зәки улы. — БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайланғанда миңә 35 йәш ине. Хәтеремдә, һайлау кампанияһы бик көсөргәнешле булды. Биш-алты кандидат. Барыһы ла көслө. Араларында профессор ҙа, Социалистик Хеҙмәт Геройы ла, тәжрибәле төҙөүсе лә бар. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ минең кандидатурамды өҫтөн күрҙе. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки мин йәшлегем менән алдырҙым. Ҡайҙа ғына, кем менән генә аралашһам да: “Мин — йәш! Мин — көрәшәсәкмен. Мин булдырам”, — тинем. Шикләнмәйем, был алымды ҡулланғанһығыҙҙыр. Хәҙер иһә вәғәҙәләрҙе үтәр ваҡыт етте.
Республика етәксеһе йәштәргә депутатлыҡ эшенең нескәлектәре, яуаплы вазифаның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Иң мөһиме — халыҡ менән бергә булырға, уларҙың ышанысын аҡларға, ниндәй генә хәлдә лә кешелекле булып ҡалырға саҡырҙы.
Форум эшлекле шарттарҙа үтте. Егеттәр-ҡыҙҙар үҙҙәрен борсоған проблемалар хаҡында фекер алышты, оҫталыҡ дәрестәрендә, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, тематик секцияларҙа осрашты, тәжрибә уртаҡлашты. Сараның һөҙөмтәһе булараҡ эшмәкәрлек майҙансығы итеп Башҡортос- тандағы йәш депутаттар ассоциацияһы төҙөлдө. Уның ағзалары урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе әүҙем күтәрәсәк, дәүләт власы органдары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәсәк, йәштәрҙең тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға өлөш индерәсәк тип күҙаллана.
Әлиә ЯМҒУРОВА, өҫтәмә белем биреү педагогы, депутат, Ейәнсура районы:– Был яуаплы вазифаға тәүге һайланыуым. Шуға ла минең өсөн һәр осрашыу, һәр аралашыу — үҙе бер мәктәп. Бөгөнгө сараға килгәндә, ифрат ҙур тәьҫораттар алдым. Иң мөһиме — ауылдарҙағы көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, биләмәләрҙе үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе өйрәндек. Маҡтанып әйтмәйем, йәштәрҙең эшкә дәрте ташып тора, төрлө ҡыҙыҡлы идеялар менән яналар. Был бик ҡыуаныслы.
Илнур МӨХЙӘНОВ, Ишембай районының Маҡар ауылы хакимиәте башлығы:– Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, форум юғары кимәлдә үтте. Хәҙер билдәләнгән юлдан тайпылмай эшләргә, алға ҡуйған бурыстарҙы намыҫлы үтәргә ҡалды. Ә проблемалар етерлек. Әйтәйек, бөгөнгө осрашыуҙа йәнә Торатау мәсьәләһен күтәрҙек. Шул уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе лә район кимәлендә киҫкен тора. Ғөмүмән, бындай осрашыуҙар бик кәрәк. Киләсәктә ассоциацияны тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы итеп күрге килә.