Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбейҙәр сыуағы
Әбейҙәр сыуағы — Алло, иҫәнме, туғаным, тиҙ генә килеп ет әле. Юҡ, тимә! Кил­гәс, бе­лер­һең.
Зәйтүнә апай, шулай миңә һүҙ әй­тергә лә ирек бирмәйенсә, трубканы һалып ҡуйҙы.
“Ниңә бик ашығыс? Моғайын, та­ғы яңы шиғыр яҙғандыр. Шат­лы­ғын кем менәндер уртаҡла­шырға кәрәк тәһә, – тип уйлап ҡуйҙым. – Апты­рар­һың. Етмеште уҙғас, ши­ғыр яҙа башла әле”.
Һәр шиғырын иң тәүҙә миңә уҡып ишеттерә ул. Зәйтүнә апай­ҙың иң ярат­ҡан шағирҙары – Рә­ми Ғари­пов, Мостай Кәрим, Әбү­ғали­сина, Ғүмәр Хәйәм, Абдеррахман Джами. Улар­ҙың китаптары өҫтә­лен­дә күҙ ал­дын­да ғына ята. Ғөмү­мән, ниндәй ге­нә китап юҡ унда. Китапхана­һын­да ике мең­дән ашыу баҫма бар. “Ярат­ҡан автор­ҙа­рым­дың әҫәрҙә­рен ҡайта-ҡайта уҡыһам да, ялҡ­ма­йым, Көн­сығыш классик­тарының әҫәр­ҙә­рен оригиналдан уҡыйым”, – ти ул.
Әлдә яҡын йәшәйбеҙ. Юл аша ғы­на сығаһы. Ағастар ауыл инәй­ҙә­ре, өләсәйҙәре кеүек шау манир сәс­кәле шәл ябынғанмы ни! Бындай мәлдә ниндәй шағир, ниндәй рәссам түҙеп ятһын. Иң сағыу биҙәктәр, иң һәйбәт шиғырҙар ошо миҙгелдә тыуалыр. Күңел ҡыуана.
Подъездан уҡ Фәрит Бикбулатов­тың йыры ишетелә. Зәйтүнә апай Ай­ҙар Ғәлимов, Фәрит Бикбулатов­тарҙы тыңларға ярата. Әллә тәҙрә­нән ҡарап торған — дүртенсе ҡатҡа еткәс тә, тауыш әкренәйҙе. Ишек тә асылып китте.
– Эй-й, туғанҡайым, әйҙүк! – Үҙе­нең йөҙө ҡояштай балҡый. – Үтә һал.
– Һаумыһығыҙ! Ҡунаҡтар бармы ни?
— Шуға саҡырҙым да. Үҙең бит геройҙар эҙләй ҙә йөрөй торған­һың. – Ҡолағыма шыбырлай. – Үт­кән­дә һөйләй биреп ҡуйғайным даһа дуҫтарым хаҡында.
Залда ике олпат кеше – оло бул­һа­лар ҙа, матурлыҡтарын таш­ла­ма­ған апай менән ағай ултыра. Ма­тур, һөйкөмлө икәндәре күренеп тора.
– Әйҙәгеҙ, дуҫҡайҙарым, өҫтәл яны­на.
Зәйтүнә апай иң яратып әҙер­ләгән ризығын — үзбәксә былауын бешер­гән.
— Таныш бул, Ғәзизйән ағайың менән Зәкиә апайың.
Ағай ҡара костюмда, эстән аҡ күл­дәге күренә, башында килешле генә түбәтәй. Апай оҙон йәшел йөн күлдәк кейгән, мосолманса яулыҡ ябынған. “Китсе, кеше шулай ҙа һөй­көмлө ҡартая икән! Күҙ теймәһен. Зәйтүнә апай һөйләүе буйынса, ғү­мер буйы яратышып та, 60-ты уҙғас ҡына бергә булған дуҫтары ошо икән. Эй, ғүмерҙәр, эй, яҙмыш­тар, әҙәмеңде ниндәй генә һынауҙар алдына ҡуймайһың”.
...Һуғыш бөткән генә саҡ. Ғәзиз­йән менән Зәкиә бәләкәйҙән дуҫ бу­ла. Тора-бара араларында ­мө­хәб­бәт уты ҡабына. Егетте ар­мия­ға алалар. Ете йыл буйы хеҙмәт итә Ғәзизйән. Сабыр ғына көткән ҡыҙы педучили­ще тамамлай, мәк­тәп­тә уҡыта баш­лай. Алыҫ ара­ларҙы мө­хәб­бәт хат­тары яҡынайта, Ғәзизйән отпус­кы­ға ла ҡайтып-ҡайтып китә. Шул йыл­дарҙа егеттең ата-әсәһе гүр эйәһе була.
Хеҙмәтен бөткәс, бер туған апа­һына ҡайтып төшә. Ял итеп алғас, шул уҡ көндә ҡыҙы өйөнә килә. Шатланып, һағыныуынан түҙә алмайын­са осоп, ҡанатланып килеп ишекте аса. Түр яҡта Зәкиә бер егет менән нимә тураһындалыр онотолоп китеп әңгәмәләшә. Ғәзизйәнде күрмәйҙәр ҙә хатта. Егет, аптырап, ни эшләргә лә белмәйенсә ҡатып ҡала. Апаһы ла, Зәкиә лә хатҡа бер нимә лә яҙмағайны.
Тамаҡ та ҡырып ҡарай, һаман иғ­тибар итмәйҙәр. Бына Зәкиә һике­реп тороп теге егетте ҡосаҡлап ала. Үҙе шундай шат.
“Китсе, 15 йәшлек ҡыҙҙарҙай ҡы­ла­на”. Ғәзизйәндең асыуы килә. Си­кә­ләре ҡыҫып һуға башлай, йоҙ­роҡ­тары төйнәлә. “Алдаҡсы!”
Ул ҡыҙына тип алған бүләктәрен соланда торған өҫтәлгә һала ла ҡырт боролоп сығып китә.
Иртәгәһенә апаһына ғына әйтә лә хеҙмәттәш дуҫы янына Себергә юллана. Шунда өйләнә. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итәләр. Бер ул үҫте­рә­ләр. Ҡатыны вафат булғас, ауылы­на ҡайта. Ошо йылдарҙа ул Зәкиә­һен һағынып йәшәй, онота алмай.
– Урам буйлап киләм, таксиҙы ауыл осонда туҡтаттым, – тип һөй­ләй ағай. – Зәкиәләрҙең өйө тәңгә­ленә еттем. Яңы, ҙур өй һалғандар. Ҡапҡанан бер бәләкәй малай йүге­реп килеп сыҡты. Туҡтаттым.
– Бында кем йәшәй, улым? – тип һораным.
– Мин, атайым, әсәйем, – ти.
– Тағы ла кем йәшәй?
– Өләсәйем.
Ҡапҡаны астым. Кәртә эсендә бер ханым тауыҡ-себеш ашата.
– Мөмкинме? – Эргәһенә үк килдем.
– Әйҙүк!
Зәкиә мине таныманы. Ә мин уны шунда уҡ таныным.
– Был ауылда бер кемем дә юҡ, һеҙҙә туҡтап, сәй эсеп китергә буламы?
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
– Ҡасандыр ошонда яратҡан ҡы­ҙым йәшәй ине, – тим юрамал ғына. Зәкиә ҡапыл миңә текләне. Сай­ҡа­лып китте. Бер аҙ торғас:
– Ғәзизйән, һинме был? – тине лә ҡулымдан тотоп алды.
Тәнем буйлап, әйтерһең, ток йү­гер­ҙе. Бөтәһе лә урынына ултырған кеүек булды. Гүйә, беҙ – шунса йыл күрешмәгән кешеләр түгел, ә бер-ике көн генә айырылышып торған ғашиҡ­тар. Бесән мәле ине. Улы ме­нән килене бесәнгә киткән, һөйлә­шә-һөй­­ләшә сәй эстек.
Тыйнаҡ ҡына тыңлап ултырған апай ҙа һүҙгә ҡушылды:
– Бөтә үткәндәрем, һағыштарым онотолдо ла ҡуйҙы. Бер-беребеҙҙе ярата инек, ниңә әйтмәйенсә ташлап киттең, тим. Үҙем шатлығымдан илайым. Һиңә килгәндә бер егет ме­нән ауыҙға-ауыҙ терәшеп ултыра ине­геҙ, һин бик бәхетле инең, миңә хыянат иткән, тип уйланым, ти аға­йығыҙ. Ә теге егет күрше ауылдан минең ике туған ағайым ине.
– Бына шулай булды беҙҙең хәл­дәр, ҡыҙым. Ниңә шулай иҫәрлән­дем икән? Бер ҙә юҡҡа ма­лай-ша­лай­ландым. Үҙем һаман аңлап етмә­йем шул саҡтағы ҡылы­ғымды. Зәкиә апайыңа, туп-тура һине күрер өсөн килдем, һаман яратам, тинем. Шу­нан бирле торҙом да ҡалдым ауыл­да. Ул да яңғыҙ ине, ире менән күп­тән айырылышҡан булғандар.
Ҡартайған көнөбөҙҙә хәҙер бер­гә­беҙ. Күрәһең, Хоҙай шулай ҡуш­ҡан­дыр. Ошондай уҡ матур әбейҙәр сыуағында бергәләшкәйнек, бына ун йыл да булып китте, шөкөр.
...”Ғүмер буйы ярһыу йөрәк һине һағынып һулҡылдар...”
Фәрит Бикбулатовтың йырҙарын тыңлай-тыңлай әңгәмәләшеп сәй эс­тек. Шул арала Зәйтүнә апай дуҫ­та­рына арнап шиғыр ҙа яҙып өлгөр­ҙө, ә мин алдымда ултырған ошо һөй­көмлө кешеләргә ҡарап һоҡландым.
Тышта әбейҙәр сыуағы. Әйтер­һең, донъя алтынға мансылған. Зәй­түнә апайҙың яҡты, моңло фатирын ғү­мер­ҙәренең алтын көҙөн, мөхәб­бәт­тәренең алтын минуттарын кисер­гән ике оло йөрәкле кеше ҡояштай балҡытҡан.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873