— Алло, иҫәнме, туғаным, тиҙ генә килеп ет әле. Юҡ, тимә! Килгәс, белерһең.
Зәйтүнә апай, шулай миңә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйенсә, трубканы һалып ҡуйҙы.
“Ниңә бик ашығыс? Моғайын, тағы яңы шиғыр яҙғандыр. Шатлығын кем менәндер уртаҡлашырға кәрәк тәһә, – тип уйлап ҡуйҙым. – Аптырарһың. Етмеште уҙғас, шиғыр яҙа башла әле”.
Һәр шиғырын иң тәүҙә миңә уҡып ишеттерә ул. Зәйтүнә апайҙың иң яратҡан шағирҙары – Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Әбүғалисина, Ғүмәр Хәйәм, Абдеррахман Джами. Уларҙың китаптары өҫтәлендә күҙ алдында ғына ята. Ғөмүмән, ниндәй генә китап юҡ унда. Китапханаһында ике меңдән ашыу баҫма бар. “Яратҡан авторҙарымдың әҫәрҙәрен ҡайта-ҡайта уҡыһам да, ялҡмайым, Көнсығыш классиктарының әҫәрҙәрен оригиналдан уҡыйым”, – ти ул.
Әлдә яҡын йәшәйбеҙ. Юл аша ғына сығаһы. Ағастар ауыл инәйҙәре, өләсәйҙәре кеүек шау манир сәскәле шәл ябынғанмы ни! Бындай мәлдә ниндәй шағир, ниндәй рәссам түҙеп ятһын. Иң сағыу биҙәктәр, иң һәйбәт шиғырҙар ошо миҙгелдә тыуалыр. Күңел ҡыуана.
Подъездан уҡ Фәрит Бикбулатовтың йыры ишетелә. Зәйтүнә апай Айҙар Ғәлимов, Фәрит Бикбулатовтарҙы тыңларға ярата. Әллә тәҙрәнән ҡарап торған — дүртенсе ҡатҡа еткәс тә, тауыш әкренәйҙе. Ишек тә асылып китте.
– Эй-й, туғанҡайым, әйҙүк! – Үҙенең йөҙө ҡояштай балҡый. – Үтә һал.
– Һаумыһығыҙ! Ҡунаҡтар бармы ни?
— Шуға саҡырҙым да. Үҙең бит геройҙар эҙләй ҙә йөрөй торғанһың. – Ҡолағыма шыбырлай. – Үткәндә һөйләй биреп ҡуйғайным даһа дуҫтарым хаҡында.
Залда ике олпат кеше – оло булһалар ҙа, матурлыҡтарын ташламаған апай менән ағай ултыра. Матур, һөйкөмлө икәндәре күренеп тора.
– Әйҙәгеҙ, дуҫҡайҙарым, өҫтәл янына.
Зәйтүнә апай иң яратып әҙерләгән ризығын — үзбәксә былауын бешергән.
— Таныш бул, Ғәзизйән ағайың менән Зәкиә апайың.
Ағай ҡара костюмда, эстән аҡ күлдәге күренә, башында килешле генә түбәтәй. Апай оҙон йәшел йөн күлдәк кейгән, мосолманса яулыҡ ябынған. “Китсе, кеше шулай ҙа һөйкөмлө ҡартая икән! Күҙ теймәһен. Зәйтүнә апай һөйләүе буйынса, ғүмер буйы яратышып та, 60-ты уҙғас ҡына бергә булған дуҫтары ошо икән. Эй, ғүмерҙәр, эй, яҙмыштар, әҙәмеңде ниндәй генә һынауҙар алдына ҡуймайһың”.
...Һуғыш бөткән генә саҡ. Ғәзизйән менән Зәкиә бәләкәйҙән дуҫ була. Тора-бара араларында мөхәббәт уты ҡабына. Егетте армияға алалар. Ете йыл буйы хеҙмәт итә Ғәзизйән. Сабыр ғына көткән ҡыҙы педучилище тамамлай, мәктәптә уҡыта башлай. Алыҫ араларҙы мөхәббәт хаттары яҡынайта, Ғәзизйән отпускыға ла ҡайтып-ҡайтып китә. Шул йылдарҙа егеттең ата-әсәһе гүр эйәһе була.
Хеҙмәтен бөткәс, бер туған апаһына ҡайтып төшә. Ял итеп алғас, шул уҡ көндә ҡыҙы өйөнә килә. Шатланып, һағыныуынан түҙә алмайынса осоп, ҡанатланып килеп ишекте аса. Түр яҡта Зәкиә бер егет менән нимә тураһындалыр онотолоп китеп әңгәмәләшә. Ғәзизйәнде күрмәйҙәр ҙә хатта. Егет, аптырап, ни эшләргә лә белмәйенсә ҡатып ҡала. Апаһы ла, Зәкиә лә хатҡа бер нимә лә яҙмағайны.
Тамаҡ та ҡырып ҡарай, һаман иғтибар итмәйҙәр. Бына Зәкиә һикереп тороп теге егетте ҡосаҡлап ала. Үҙе шундай шат.
“Китсе, 15 йәшлек ҡыҙҙарҙай ҡылана”. Ғәзизйәндең асыуы килә. Сикәләре ҡыҫып һуға башлай, йоҙроҡтары төйнәлә. “Алдаҡсы!”
Ул ҡыҙына тип алған бүләктәрен соланда торған өҫтәлгә һала ла ҡырт боролоп сығып китә.
Иртәгәһенә апаһына ғына әйтә лә хеҙмәттәш дуҫы янына Себергә юллана. Шунда өйләнә. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итәләр. Бер ул үҫтерәләр. Ҡатыны вафат булғас, ауылына ҡайта. Ошо йылдарҙа ул Зәкиәһен һағынып йәшәй, онота алмай.
– Урам буйлап киләм, таксиҙы ауыл осонда туҡтаттым, – тип һөйләй ағай. – Зәкиәләрҙең өйө тәңгәленә еттем. Яңы, ҙур өй һалғандар. Ҡапҡанан бер бәләкәй малай йүгереп килеп сыҡты. Туҡтаттым.
– Бында кем йәшәй, улым? – тип һораным.
– Мин, атайым, әсәйем, – ти.
– Тағы ла кем йәшәй?
– Өләсәйем.
Ҡапҡаны астым. Кәртә эсендә бер ханым тауыҡ-себеш ашата.
– Мөмкинме? – Эргәһенә үк килдем.
– Әйҙүк!
Зәкиә мине таныманы. Ә мин уны шунда уҡ таныным.
– Был ауылда бер кемем дә юҡ, һеҙҙә туҡтап, сәй эсеп китергә буламы?
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
– Ҡасандыр ошонда яратҡан ҡыҙым йәшәй ине, – тим юрамал ғына. Зәкиә ҡапыл миңә текләне. Сайҡалып китте. Бер аҙ торғас:
– Ғәзизйән, һинме был? – тине лә ҡулымдан тотоп алды.
Тәнем буйлап, әйтерһең, ток йүгерҙе. Бөтәһе лә урынына ултырған кеүек булды. Гүйә, беҙ – шунса йыл күрешмәгән кешеләр түгел, ә бер-ике көн генә айырылышып торған ғашиҡтар. Бесән мәле ине. Улы менән килене бесәнгә киткән, һөйләшә-һөйләшә сәй эстек.
Тыйнаҡ ҡына тыңлап ултырған апай ҙа һүҙгә ҡушылды:
– Бөтә үткәндәрем, һағыштарым онотолдо ла ҡуйҙы. Бер-беребеҙҙе ярата инек, ниңә әйтмәйенсә ташлап киттең, тим. Үҙем шатлығымдан илайым. Һиңә килгәндә бер егет менән ауыҙға-ауыҙ терәшеп ултыра инегеҙ, һин бик бәхетле инең, миңә хыянат иткән, тип уйланым, ти ағайығыҙ. Ә теге егет күрше ауылдан минең ике туған ағайым ине.
– Бына шулай булды беҙҙең хәлдәр, ҡыҙым. Ниңә шулай иҫәрләндем икән? Бер ҙә юҡҡа малай-шалайландым. Үҙем һаман аңлап етмәйем шул саҡтағы ҡылығымды. Зәкиә апайыңа, туп-тура һине күрер өсөн килдем, һаман яратам, тинем. Шунан бирле торҙом да ҡалдым ауылда. Ул да яңғыҙ ине, ире менән күптән айырылышҡан булғандар.
Ҡартайған көнөбөҙҙә хәҙер бергәбеҙ. Күрәһең, Хоҙай шулай ҡушҡандыр. Ошондай уҡ матур әбейҙәр сыуағында бергәләшкәйнек, бына ун йыл да булып китте, шөкөр.
...”Ғүмер буйы ярһыу йөрәк һине һағынып һулҡылдар...”
Фәрит Бикбулатовтың йырҙарын тыңлай-тыңлай әңгәмәләшеп сәй эстек. Шул арала Зәйтүнә апай дуҫтарына арнап шиғыр ҙа яҙып өлгөрҙө, ә мин алдымда ултырған ошо һөйкөмлө кешеләргә ҡарап һоҡландым.
Тышта әбейҙәр сыуағы. Әйтерһең, донъя алтынға мансылған. Зәйтүнә апайҙың яҡты, моңло фатирын ғүмерҙәренең алтын көҙөн, мөхәббәттәренең алтын минуттарын кисергән ике оло йөрәкле кеше ҡояштай балҡытҡан.