Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәп ғәйепле! Мәктәп ғәйепле?
Мәктәп ғәйепле! Мәктәп ғәйепле? “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Башҡортостан радиоһы Радио России-Башкортостан” төркөмөндә шундай мәғлүмәт күренде бер көн: “Ҡырмыҫҡалыла аяныслы хәл теркәлгән. Районда 50 йәшлек әсә үҙенең 11 йәштәге улын бығаулап тотҡан. Ҡатын баланы ашатырға ла онотҡан. Хайуандарса ҡылыҡты инспекторҙар асыҡлаған”. Шунда уҡ һорау рәүешендә яуап биреүсе лә табылды: “Ә мәктәп нимә ҡараған?”

Үрҙә яҙылған һөйләмде яңынан уҡып сығығыҙ ҙа ҡуйылған һорау урынлымы-түгелме икәнлеге хаҡында бер аҙ ғына фекер алышайыҡ. Аҡыллы булып күренергә, белем зирәклеген танытырға тырышыуҙан түгел, ә бөгөн ғаиләнең йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында уйланғандан ғына. Ғөмүмән, бөгөн мәктәп менән ғаилә араһында бәйләнеш бармы? Уны кем урынлаштырырға тейеш? Хәйер, бында һорауҙар бихисап, ғәйеплеләрҙе генә, хатта ғәйеплеләр түгел, сәбәпселәрен дә табыуы ауыр булыуы ихтимал. Ни өсөнмө? Сөнки бөгөн ата-әсәләр эш менән була, сәйәхәт итә, балаларын да бергә алып сыға, ғәзиздәренә затлы кейемдәр һатып ала, иң тәмлеһен, татлыһын ашата, хатта ки донъя классиктары китабын да, бәлки, бүләк итә йән киҫәктәренә, тик улар менән күҙгә-күҙ аралашырға ваҡыттары етмәй. Быныһы – бер төр. Икенселәренең ул-ҡыҙҙарына бөтөнләй ғаилә ҡарауы эләкмәй, улар үҙҙәренең хәйерселегендә дәүләтте, мәктәпте, бөтә тирә-яҡтағы кешеләрҙе ғәйепләп, балаһы күңелендә йәмғиәттәге һәр күренешкә нәфрәт тәрбиәләй. Хәйер, төркөмдәргә бүлеп ҡарай башлаһаҡ, тағы әллә күпмеләре барҙыр, маҡсат ул түгел.
Хәҙерге заман ата-әсәләренең күбеһе, балалары мәктәпкә барған икән, улар менән тик уҡытыусылар, тәрбиәселәр, директор, уның һәр урынбаҫары, хатта техник хеҙмәткәрҙәр шөғөлләнергә тейеш, әммә ата-әсә үҙе түгел, тип уйлай, ахырыһы.Ҡалай рәхәт булып сыға түгелме, балаға йән биреүсе хөрмәтле замандаштар? Ризаитдин Фәхретдиновтың “Тәрбиәле бала” тигән йыйынтығы үҙе йәшәгән дәүерҙә үк иң популяр әҫәрҙәрҙән һаналған. Беҙ, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан Әҙәм балалары, һаман да ул-ҡыҙ тәрбиәләүҙә велосипед уйлап сығарырға тырышабыҙ. Ба­ланың мәктәпкә бармауында ғына түгел, бығаулап тотолоуында, ашатылмауында мәктәп ғәйеплеме? Һеҙ, ысынлап та, бының сәбәпсеһе тик мәктәп тип уйлайһығыҙмы? Бала өй эшен эшләмәй, ҡарашын телефондан алмай, мәктәп сараларында ҡатнаш­май, хатта өйҙә ашатылмай тора икән, быға мәктәп ғәйеп­леме? Мәғариф сис­темаһындағы реформалар, директорҙарҙың алышыныуы, яратҡан класс етәксеһенең декрет ялына китеүе, әсбаптар етешмәүе – барыһының да баланың белем алыу кимәленә тәьҫир итеүе бик ихтимал. Ышанам! Әммә мәктәп тигән ҙур даръяға ташланған улының, ҡыҙының яҙмышы менән иң беренсе ата-әсә ҡыҙыҡһынырға тейеш түгелме ни? Иң тәү сиратта улар күпер һалырға тейеш түгелме һуң мәктәп менән ғаилә араһына? Һеҙ башҡаса уйлайһығыҙмы әллә? Улайһа, мин һеҙҙең менән түгел! Балаларҙың мәктәп тамамлағанда ғына түгел, ғөмүмән, ғүмер буйы тормошта үҙ урынын табыу хаҡында уйланыуы яғындамын. Кеше булып ҡалыу өсөн тағы нимә эшләп булыр икән, тип баш ватһаҡ ине. Ғәйепте башҡаларҙан эҙләгән, үҙен фәрештә тип иҫәпләгән заттар араһында аңлау табып булырмы һуң?





Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Мәстүрә апай
    Мәстүрә апай от 18.10.2015, 19:58
    Мәктәптән киттем,унда бөгөн эшләрлек түгел. Мәктәп бөгөн интригалар ояһына әйләнде. Ата-әсәләр ҙә хәҙер уҡытыусының таянысы түгел. Йәл.

  2. Ғәҙел Күҙәтбаев
    Ғәҙел Күҙәтбаев от 21.10.2015, 09:33
    Гөлфиә Янбаева һымаҡ фекер йөрөтә алған авторыбыҙ Лариса Абдуллинаға ҙур рәхмәт! Теге апайҙың пенсия йәше тулғас, аптырап йөрөй инем - “Киске Өфө“ етем ҡала, тип. Алмаш өлгөргән бит, афарин!

Комментарий өҫтәргә