“Бәйләнештә” социаль селтәренең “Башҡортостан радиоһы Радио России-Башкортостан” төркөмөндә шундай мәғлүмәт күренде бер көн: “Ҡырмыҫҡалыла аяныслы хәл теркәлгән. Районда 50 йәшлек әсә үҙенең 11 йәштәге улын бығаулап тотҡан. Ҡатын баланы ашатырға ла онотҡан. Хайуандарса ҡылыҡты инспекторҙар асыҡлаған”. Шунда уҡ һорау рәүешендә яуап биреүсе лә табылды: “Ә мәктәп нимә ҡараған?”Үрҙә яҙылған һөйләмде яңынан уҡып сығығыҙ ҙа ҡуйылған һорау урынлымы-түгелме икәнлеге хаҡында бер аҙ ғына фекер алышайыҡ. Аҡыллы булып күренергә, белем зирәклеген танытырға тырышыуҙан түгел, ә бөгөн ғаиләнең йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында уйланғандан ғына. Ғөмүмән, бөгөн мәктәп менән ғаилә араһында бәйләнеш бармы? Уны кем урынлаштырырға тейеш? Хәйер, бында һорауҙар бихисап, ғәйеплеләрҙе генә, хатта ғәйеплеләр түгел, сәбәпселәрен дә табыуы ауыр булыуы ихтимал. Ни өсөнмө? Сөнки бөгөн ата-әсәләр эш менән була, сәйәхәт итә, балаларын да бергә алып сыға, ғәзиздәренә затлы кейемдәр һатып ала, иң тәмлеһен, татлыһын ашата, хатта ки донъя классиктары китабын да, бәлки, бүләк итә йән киҫәктәренә, тик улар менән күҙгә-күҙ аралашырға ваҡыттары етмәй. Быныһы – бер төр. Икенселәренең ул-ҡыҙҙарына бөтөнләй ғаилә ҡарауы эләкмәй, улар үҙҙәренең хәйерселегендә дәүләтте, мәктәпте, бөтә тирә-яҡтағы кешеләрҙе ғәйепләп, балаһы күңелендә йәмғиәттәге һәр күренешкә нәфрәт тәрбиәләй. Хәйер, төркөмдәргә бүлеп ҡарай башлаһаҡ, тағы әллә күпмеләре барҙыр, маҡсат ул түгел.
Хәҙерге заман ата-әсәләренең күбеһе, балалары мәктәпкә барған икән, улар менән тик уҡытыусылар, тәрбиәселәр, директор, уның һәр урынбаҫары, хатта техник хеҙмәткәрҙәр шөғөлләнергә тейеш, әммә ата-әсә үҙе түгел, тип уйлай, ахырыһы.Ҡалай рәхәт булып сыға түгелме, балаға йән биреүсе хөрмәтле замандаштар? Ризаитдин Фәхретдиновтың “Тәрбиәле бала” тигән йыйынтығы үҙе йәшәгән дәүерҙә үк иң популяр әҫәрҙәрҙән һаналған. Беҙ, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан Әҙәм балалары, һаман да ул-ҡыҙ тәрбиәләүҙә велосипед уйлап сығарырға тырышабыҙ. Баланың мәктәпкә бармауында ғына түгел, бығаулап тотолоуында, ашатылмауында мәктәп ғәйеплеме? Һеҙ, ысынлап та, бының сәбәпсеһе тик мәктәп тип уйлайһығыҙмы? Бала өй эшен эшләмәй, ҡарашын телефондан алмай, мәктәп сараларында ҡатнашмай, хатта өйҙә ашатылмай тора икән, быға мәктәп ғәйеплеме? Мәғариф системаһындағы реформалар, директорҙарҙың алышыныуы, яратҡан класс етәксеһенең декрет ялына китеүе, әсбаптар етешмәүе – барыһының да баланың белем алыу кимәленә тәьҫир итеүе бик ихтимал. Ышанам! Әммә мәктәп тигән ҙур даръяға ташланған улының, ҡыҙының яҙмышы менән иң беренсе ата-әсә ҡыҙыҡһынырға тейеш түгелме ни? Иң тәү сиратта улар күпер һалырға тейеш түгелме һуң мәктәп менән ғаилә араһына? Һеҙ башҡаса уйлайһығыҙмы әллә? Улайһа, мин һеҙҙең менән түгел! Балаларҙың мәктәп тамамлағанда ғына түгел, ғөмүмән, ғүмер буйы тормошта үҙ урынын табыу хаҡында уйланыуы яғындамын. Кеше булып ҡалыу өсөн тағы нимә эшләп булыр икән, тип баш ватһаҡ ине. Ғәйепте башҡаларҙан эҙләгән, үҙен фәрештә тип иҫәпләгән заттар араһында аңлау табып булырмы һуң?