Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Осҡон”дан ҡабынған өмөттәр
“Осҡон”дан ҡабынған өмөттәр Сиге офоҡҡа барып тоташҡан иген баҫыуҙарын күргән бар, ләкин көнбағыштыҡы ла шулай булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Хәтеремдә, элек колхоздың ус аяһындай ғына сәсеүлегенең эсе малайҙар менән тулы ине, ярты уңыш турғайҙар өсөн табыш булды. Ә бында-а… Комбайн әрһеҙләнеп йомро баштарҙы “ашай” бара, “ҡорһағы” тулғандары, күҙ-фараларын ҡыҫҡылап, машина саҡыра. Көнбағыш баштары барыһы ла игеҙәктәй оҡшаш, бер бейеклектә үҫкән, рәт араларында сүп ишараты күрмәҫһең.

— “Тристан” тигән гибрид орлоғо сәсәбеҙ. Һынатҡаны юҡ. Бер тапҡыр гербицид менән эшкәртәбеҙ ҙә шуның менән вәссәләм, — ти “Искра” хужалығы рәйесе Рәмил Мостафин. — Алтынсы йыл ҡоро килде бит, башҡа культура үҫә алмай. Көнбағыш иһә бурысты ҡапларға ла китә, хужалыҡты алып барырға ла тороп ҡала. Үтемле…
“Осҡон”дан ҡабынған өмөттәрӘкиәттәге серле таяҡ һымаҡ иң ауыр саҡта хужалыҡты ҡотҡарып килә икән был үҫемлек. “Шул тиклем майҙанда көнбағыш үҫтергәс, сәсеү әйләнеше нисек була һуң?” — тиер кемдер. Хәҙер иһә, “ноль” технологияһы буйынса сәсеү үткәрелгәс, сәсеү әйләнеше урынына тамыр алмаштырыу, фәнни тел менән әйткәндә, “плодосмен” ҡулланыла. Ябайыраҡ аңлатһаҡ, үҫемлектәрҙең тамыры тура киткәне менән йәйелгәндәрен алмашлап үҫтереү бара. Был бигерәк тә дала яғында һөҙөмтәһен бирә.
Хужалыҡтың 16 мең гектар һөрөнтө ере бар. Быйыл 12 мең 400 гектарына культуралар сәселгән, дүрт мең гектарға яҡынын күп йыллыҡ үләндәр биләй. Көнбағыш 5 мең 400 гектарҙа үҫтерелһә, ҡалғанын башлыса иген культуралары алып тора. Кукуруздың мең ярым гектарҙа үҫтерелгәнен силосҡа һалһалар, 500 гектарында өлгөргәнен орлоҡҡа алалар. Ул иһә ҡатнаш аҙыҡҡа ҡушырға ла китә, фураж өсөн дә — алыштырғыһыҙ аҙыҡ. Мал күп бит — 5 мең 300 баш.
Баҙарҙа үҙ урыныңды табыр өсөн эҙләнеү ҙә мөһим. “Искра”ла хәҙер май өсөн етен үҫтерә башлағандар. Гектар ҡеүәте уртаса 9 центнер, ти. Етендең ҡиммәт булыуы уны киләсәктә лә үҫтереү мөһимлеген күрһәтә. Тағы ла нут культураһы үҫтерәләр, уның да хаҡы юғары, сөнки Төркиә, Мысыр һымаҡ илдәргә экспортҡа китә икән. Киләһе йылдан башлап сорго тигән иген культураһы сәсә башларға ла йыйыналар.
“Осҡон”дан ҡабынған өмөттәр— Күп йөрөйбөҙ, төрлө семинарҙарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, һуңғыһы Ырымбурҙа булды. Климат үҙгәреү сәбәпле, ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар сәсеү буйынса фекер алыштыҡ, — ти Рәмил Ғиниәт улы. — Сүллек өсөн дөйә кәрәк, тиҙәр бит. Тимәк, ҡоролоҡ шарттарында ла үҫә торған культураларға иҫәп тотасаҡбыҙ. Гел генә Аллаһ Тәғәләнән мәрхәмәт көтөп ултырып булмай, үҙеңә барыһына әҙер булыу мөһим. Әле бына һуңғы йылдарҙа импортты алмаштырыу хаҡында күп һөйләйҙәр, ил етәкселеге был йәһәттән аграрийҙарға ҙур ярҙам бүлә. Беҙ форсаттан файҙаланабыҙ. Сит илдән килгән шикле аҙыҡ-түлектән мөмкин тиклем арынырға, үҙебеҙҙең сифатлы ризыҡтарҙы сауҙаға күберәк сығарырға кәрәк. Сәләмәтлеккә лә, иҡтисадҡа ла файҙа. Ауыл өсөн – үҫеш мөмкинлеге.
Ауыл хужалығында барыһы ла бер-береһенә бәйле. Әйтәйек, мал аҫрайһың икән, игенселекте алып барырға кәрәк, йылы ҡуралар төҙөү мөһим. Әйткәндәй, беҙ барғанда, бишенсе ферманың каркастарын төҙөп бөтөп, башын ябырға йыйыналар ине. “500 ферма” программаһына ҡушылғандар. Ике йөҙ баш һауын һыйырына иҫәпләнгән был бина йылытыласаҡ, төҙөлөп бөтмәҫ элек үк һыу торбалары һуҙылған. Малҡайҙарға ла һыу йылытып биреләсәк.
Быйыл хужалыҡта иген киптергес сафҡа ингән, шунһыҙ булмай. Мәҫәлән, кукуруздың орлоғон алам тиһәң, бер ҡасан да быны 14 процент дымлылыҡта эшләп булмай. Кәм тигәндә 25 процент килеп сыға. Шуға ла 10 процент дымлылыҡтан ҡотолорға киптергес кәрәк. Иген, көнбағыш, башҡа культуралар менән дә хәл шулай. Рәмил Мостафин әйтеүенсә, киптергесһеҙ “кукурузды орлоҡҡа үҫтерәбеҙ” тип хәбәр һөйләргә ярамай. Шунан һуң, 5 мең 400 гектар ерҙә үҫкән көнбағышты әллә ҡайҙа ятҡан элеваторға ебәреп ҡара. Ямғырлы йылдарҙа машиналар өсәр тәүлек сиратта торғандары булған. Әле иһә уны һатып алыусылар туранан-тура үҙҙәре ташый. Беҙ барғанда, Шишмә районынан машиналар өҙлөкһөҙ килеп тора ине.
Сит илдәрҙең ауыл хужалығы белгестәре, шаярып: “Рәсәйҙә ерҙе орлоҡ менән ашлайҙар”, – ти. Уйлап ҡараһаң, бында дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙә гектарына 220 килограмм иген орлоғо тура килә, унда — 80. Беҙ, әй, йөҙ орлоҡтан берәү сыға ул, тип ҡарайбыҙ. Шуға ла 220-нән 80-е шыта. Сәбәбеме? Орлоҡтоң сифаты, бер үк тәрәнлеккә һалынмауы һәм башҡа, һәм башҡалар…
Шуға “Искра” хужалығында, киптергес менән бер рәттән, орлоҡ айырыу ҡоролмаһы ла ҡуйғандар. Был да — заман талабы. Шул уҡ ваҡытта етәкселектең алдан күрә белеүсәнлеге. Тағы бер мөһим нәмә бар бында — эргәлә генә ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөлөп ята. Йәйен малдар көтөүлектә витаминлы үләндәр менән туҡланһа, ҡышын был йәһәттән мохтажлыҡ кисерәләр. “Премикс”, башҡа микроэлементтар, ҡатнаш аҙыҡ алыуға бик күп сығым китә. Үҙҙәренең заводы иһә был йәһәттән алға табан ҙур аҙым буласаҡ. Заводтың келәте лә төҙөләсәк. Яңыраҡ 120 метр оҙонлоҡта игендеке һалынған, киптергесте эшләтеү өсөн ике километр газ торбаһы үткәрелгән. Һанай китһәң, бик күп эш атҡарыла бында.
Ни генә төҙөлмәһен, асылмаһын, эш урындары арта тигән һүҙ. Әле хужалыҡта 473 кеше даими эшләй. Белгестәр етә. Механизаторҙар ҙа, малсылар ҙа үҙҙәренеке. Комбайнсылар Шәүҡәт Ишкинин, бер туған Инсаф менән Илфаҡ Боҫҡановтар, шоферҙар Илшат Түләков, Салауат Ибраһимов, механизаторҙар Зөфәр Вәлитов, Рим Ғәлимов, Айнур Ниғмәтуллин һымаҡ егеттәр булғанда хужалыҡты алып барыуы ла еңел. Әлбиттә, мәҡәләне 473 кешенең барыһының да исеме менән тултырғы килә… Гәзиттең баҫма майҙаны ғына сикле. Шуға ла “Искра” хеҙмәтсәндәре эшләй ҙә, ял итә лә белә, тип һүҙҙе ошо юҫыҡта тамамлайыҡ.
“Искра” беҙҙеңсә — осҡон. Хужалыҡтың эшенә ҡарап, осҡондан күптән ялҡын ҡабынған инде, тиергә ҡала. Ғорурланып!



Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә