Ни тиһәгеҙ ҙә, ҡалалағы башҡорт гимназиялары үҙенсәлекле мөхиттә йәшәй, сөнки халыҡтың күпселеге урыҫ телендә генә һөйләшә, уҡый, яҙа. Хатта ул туған теле булмаһа ла. Өфө кеүек мегаполиста бигерәк тә. Бындай гимназияларҙың хәле нисек, ниндәй ярҙамға мохтаждар? Шуны асыҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил АҘНАБАЕВ ошо көндәрҙә Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булды. “Башҡорт теле бөгөн ауыр хәлдә, әлбиттә. Республикабыҙҙың дәүләт телдәре өйрәнелә һәм өйрәнеләсәк. Башҡорт теле юғалмай, ләкин донъя коммуникациялары яғынан көслө баҫымға дусар ителә. Беҙ башҡорт теленең көсһөҙләнеүенә юл ҡуйған быуын булырға тейеш түгел. Ләкин уны өйрәнеү формаларын, уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындыра белеү талап ителә. Бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған”. Ошо һүҙҙәрҙе республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 7 октябрендә үк әйткәйне. Баш ҡаланың 158-се гимназияһына килеп ингәс тә, ундағы уңайлы шарттарҙы күреп, ысынлап та барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылғанына тағы бер ҡат инанаһың.
Гимназия 900 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнһә лә, быйылғы уҡыу йылында унда 1024 бала шөғөлләнә. Беренсе класҡа 136 бала ҡабул ителгән! Ә беҙ ҡала шарттарында башҡорт теле юғала бара тип борсолабыҙ. Хәйер, эште үҙ ағышына ҡуйһаң, тап шундай йүнәлешкә төшөп китмәҫ тимә.
– Гимназиялар ҡаланың биҫтәләренә, йәғни йәшәү урынына беркетелергә тейеш түгел, – тине Румил Тәлғәт улы. – Ҡала мәғариф идаралығы ҡайһы бер осраҡта тап шулай эшләй һәм быны дөрөҫ алым тип әйтеп булмай.
Биҫтәгә беркетеү башҡортса уҡымаған һәм был телде өйрәнергә теләге лә булмаған балаларҙан айырым кластар асырға мәжбүр итер ине. Дөйөм мәктәп саралары ла, нигеҙҙә, урыҫ телендә үтәсәк. Урыҫ телле балаларҙың ата-әсәләре өсөн күргәҙмә әсбаптарҙың бер өлөшөн дә ошо уҡ телдә яҙыу зарурлығы тыуасаҡ, химия, биология кеүек фәндәрҙе лә ике телдә уҡытырға тейеш булалармы икән... Ә башҡорт гимназияһын асыуҙан ни фәтүә ҡала ул саҡта?
Тап шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе кластан тыш сараларҙы шулай уҡ башҡорт телендә алып барырға кәңәш итте. Беренсенән, был телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтер, икенсенән, ҡала балаларында башҡорт теле дәреслеккә ҡарап яуап бирер өсөн генә кәрәк тигән фекер тыуҙырмаҫ, улар туған телде халыҡ араһында ҡулланыу буйынса ла күнекмә ала башлар ине.
Был – милли гимназиялар өсөн генә түгел, ғөмүмән, башҡорт телен артабан үҫтереү йүнәлешендә лә бик ҙур мәсьәлә. Гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева һөйләүенсә, беҙ “юғалған быуын” тип иҫәпләгән, йәғни фәҡәт урыҫ телендә генә аралашҡан, ҡайһы берҙәре туған телен ярым-йорто ғына аңлаған ҡала башҡорттарында ошо мәсьәләгә ҡараш үҙгәрә. Хәҙер уларҙың байтаҡ өлөшө балаларын республиканың ике дәүләт телендә лә уҡытыуҙы, шуларҙы тейешле кимәлдә үҙләштереүен хуп күрә. Баш ҡаланың Иҫке Өфө биҫтәһендә урынлашҡан 158-се гимназияға балаларҙы алыҫтан, хатта Өфө районы ауылдарынан да йөрөтөүҙәре шуның менән аңлатыла.
Ләкин хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп. Беренсе сиратта улар кадрҙар мәсьәләһенә барып тоташа. Башланғыс кластар өсөн уҡытыусы табыуы еңелдән түгел. Ғөмүмән, хәҙерге заманға хас булғанса, күпселек нәмә аҡса мәсьәләһенә бәйле. Шуға күрә гимназия уҡытыусыларының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатына: “Милли гимназияларҙы финанслағанда башҡасараҡ ҡараш булһа ине – уларҙың өҫтәмә сығымдары ла булыуын иҫәпкә алырға кәрәк”, – тип мөрәжәғәт итеүе юҡҡа ғына түгел.
– Элегерәк бөтә Өфөгә бер генә башҡортса уҡытыу урыны – 20-се мәктәп кенә бар ине, хәҙер иһә бер нисә гимназия эшләп килә, тимәк, заман талабы шундай, – тине Румил Тәлғәт улы. – Ике телдә лә һөйләшә һәм уҡый ғына түгел, ә эш ҡағыҙҙарын да әҙерләй белеүегеҙ һеҙҙең киләсәк хеҙмәт урынында баһағыҙҙы арттырасаҡ, коллективта ихтирам уятасаҡ. Хәйер, үҙ-үҙеңә ихтирам тигән нәмә лә бар бит әле.
Бер саҡ миңә республика райондарының береһендәге дәүләт ойошмаһынан шундай үтенес менән мөрәжәғәт иткәйнеләр: “Башҡортостан” гәзитендә беҙҙең ойошмаға ҡағылышлы мәҡәлә сыҡҡан, һәм закон буйынса уға яуап биреү талап ителә. Ләкин беҙҙә башҡортса уҡый белеүсе юҡ. Мәҡәләне урыҫсаға тәржемә итеп ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ”. Мин уларға гәзиттең рәсми сайтында тәржемә хеҙмәте өсөн хаҡтарҙы ҡарарға тәҡдим иттем. Етди ойошмала республикабыҙҙың икенсе дәүләт телен белмәй ултырыуҙары ҡыҙғаныс та, көлкө лә.
Тимәк, балаларын туған телдә уҡытырға теләүсе “юғалған быуын” шуны яҡшы аңлай. Берҙән, уларға әсә телен белмәгән өсөн хеҙмәттәштәре һәм туған-тыумасаһы араһында йыш оялырға тура килә, икенсенән, эшләгән урында ике телле булыуҙың өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙырыуына төшөнә баралар, ахырыһы.
“Рәсәй Конституцияһы илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарға туған телен һаҡлап ҡалыуҙы, уны өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙы гарантиялай. Республикалар урыҫ теле менән бер рәттән туған телгә лә дәүләт статусы алырға һәм уны дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарының эшендә ҡулланырға хоҡуҡлы”, – тигәйне ил етәксеһе Владимир Путин Президент ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм урыҫ теле буйынса советтарҙың быйыл май айында үткәрелгән берлектәге ултырышында. Үҙ-ара фекер алышыу һәм иң юғары кимәлдә ҡарар ҡабул итеү өсөн шулай махсус рәүештә йыйылып кәңәш ҡоралар икән, тимәк, барыбыҙға ла был мәсьәләгә етди ҡарарға һәм хәлдән килгәнсә ярҙам итергә кәрәктер.