Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китапҡа торошло ғүмер
Китапҡа торошло ғүмер – Алло, һаумы, Руфина! Ҡайҙа юғалдың? Хәлдәрең нисек икән тип үҙем шылтыратырға тора инем әле. – Сәүиә инәйемдең тауышын ишетеү менән йөрәккә йылы нур йүгерә. Гел шулай хәбәр ебәреп кенә тора: туғандары, яҡындары өсөн борсолоп, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер оло йөрәкле, изге күңелле ғәзиз кешебеҙ ул. Уның яңғырауыҡлы тауыш менән көлөп ебәреүе, йәштәрсә дәрт менән һөйләшеүе, ыңғай фекерҙә булыуы шунда уҡ кире уйҙарҙы йыраҡҡа ҡыуып ебәрә лә үҙенең йылы тулҡынына ала.

Белемгә ынтылышы — атаһынан

Мәктәпте тамамлап Өфөгә килгән тәүге көнөмдән алып, үҙемде уның ҡанаты аҫтын­да һымаҡ тоям. Башҡа абитуриенттар әсә­ләре менән ятаҡҡа урынлашып йөрөгәндә, ми­ңә Сәүиә инәйем ярҙам итте. Ауылдан баш ҡалаға килгән ҡыҙ өсөн барып һы­йы­ныр йылы ҡосаҡ булды ул. Оҙаҡ итеп һөй­ләшеп ултырған саҡтарҙа инәйемдә өлә­сәйемде күргәндәй була торғайным. Сәүиә инәй үҙе лә мине ейәнсәре кеүек ҡабул итте шикелле, шылтыратырға онотоп йөрөһәм, үҙе хәлдәремде белешә, һәр саҡ ҡунаҡҡа саҡырып, төрлө тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Белһәгеҙ икән Сәүиә инә­йем­дең ниндәй тәмлекәстәр бешер­гәнен! Баҡсаһында үҫкән йәшелсә, еләк-емештән дә шундай тәмле ризыҡтар бешереп буламы икән ни, тип аптырайым. Ғөмүмән, уға ҡарап бик күп нәмәгә өйрәнгәнмендер, тип уйлайым. Киләсәктә лә унан тормош һабаҡтарын өйрәнә­һеләрем байтаҡ әле.
Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы Нуриман ра­йонының Октябрьск ҡасабаһында Ғабдулла менән Миңлебанат Хәкимйәновтарҙың ғаилә­һендә тыуған. Атаһы – золом ҡор­баны, уны ғаиләһе менән тыуған Миәкә районының Сәфәр ауылынан бында урман ҡырҡырға ебәргәндәр. Ныҡ бәләкәй бул­ғанғамы, бындағы йылдарҙы хәтерләмәй Сәүиә инәй. Тәүге иҫтә ҡалған мәле – атта сабып килгән һыбайлы. Ул ауылға еңеү хәбәрен килтергән була. 1947 йылда Хәкимйәновтар тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Фәтҡулла ағаларында бер ҡыш йәшәгәс, ситәндән өй үреп сығалар. Эргәһенә мал өсөн төкәтмә лә эшләйҙәр. Бүреләр ситәнде емереп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә торғайны, тип хәтерләй Сәүиә инәй. Бала саҡ йылдарын һөйләп тораһы ла түгел, һуғыштан һуңғы осорҙа ил кисергән ауырлыҡтарҙы бергә кисерә ул. Аслы-туҡлы йәшәгән көндәр ҙә аҙ булмай. Шулай ҙа атаһының бик егәрле, уҡымышлы кеше булыуы уларҙың тормоштарын бер аҙ еңеләйтә. Ғабдулла олатай колхозда эшләп йөрөй, ә саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, ауыл халҡына талдан ҡош-ҡорт оялары, сабата, иген һалыу өсөн ҙур һауыттар үрә, башҡа шундай эштәрҙе башҡара. Ә ауылдаштары уға рәхмәт йөҙөнән май, йомортҡа килтерә. Тирә-яҡта Хәкимйәновтар ихтирамлы ғаиләләрҙән һанала. Ғабдулла ола­тай­ға мулла булараҡ та кешеләр йыш мөрәжәғәт итә. Сәүиә инәйҙең белемгә ынтылышы ла, бәлки, атаһының ҡанынан би­рел­гәндер. Ул мәктәптә уҡығанда үҙен от­ҡор, зирәк бала итеп таныта, ололар аң­лай алмаған мәсьәләләрҙең сиселешен еңел генә таба, китаптар уҡырға ярата. Нуриман районында тик урыҫса ғына һөйлә­шеп үҫкән ҡыҙ тиҙ арала туған телдә ара­лашырға өйрәнә. Ауылда дүрт йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мәнәүезтамаҡта уҡый, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Уҡы­уын тамамлаған йәш ҡыҙ Өфө ҡала­һына юллана. Элемтә приборҙары заводына ябай эшсе булып урынлаша... Белем алыу теләге ҡыҙҙы артабан Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Шулай итеп, ул башҡорт филологияһы факультетының киске бүлеге студенты булып китә.
“Апай, ағайыма гармунын алып барып бир әле…”

Университетта уҡып йөрөгәндә, Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы тыуған ауылына практикаға ҡайта, мәктәптә уны 8-се класс етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Бер көн Марс исемле уҡыусыһы мөрәжәғәт итә. “Апай, Өфөгә барғанда ағайыма гармунын ғына алып барып бир әле”, – ти. Буласаҡ ире Рәйес Мөхтәруллин менән мөхәббәт тарихы шул гармундан башланып китә лә. Рәйес бығаса “һеңлекәш” тип кенә йөрөгән Сәүиәгә үлеп ғашиҡ була һәм йәйгелеккә туйҙы планлаштырып та ҡуя. Улар матур итеп ғаилә ҡора. Улдары Азат менән ҡыҙҙары Айгөлгә яҡшы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Азат бик күп йылдар Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баш рәссам булып эшләй, Айгөл – Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы.
Ғаиләне төрлө һынауҙар, ауырлыҡтар ҙа һағалап тора, тик Сәүиә Ғабдулла ҡыҙының сабыр һәм түҙемле булыуы ғаилә нигеҙен ҡаҡшатмай, һоҡланырлыҡ донъя көтөргә ярҙам итә...
Китаптар донъяһында

Китап сығарыу эшенең ни тиклем ҡат­мар­лы икәнен корректор вазифаһынан редакция мөдиренә тиклем үрләгән Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы яҡшы белә. Хеҙмәт юлының төп өлөшө Башҡортостан “Китап” нәшриәте менән бәйле. 1967 йылда тәүге тапҡыр нәш­риәттең ишеген асып инә, шунан бирле китап сығарыу эшенә тоғро ҡала. Күп йылдар ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакция­һында мөхәррир була, сәйәси китаптарҙы, партияның һәм дәүләт органдарының рәсми документтарын тәржемә итә, баҫмаға әҙерләй.
Төрлө сетерекле хәлдәргә лә осрап ҡуя ул. Бер мәл нәшриәттә Ульяновтар тура­һында китаптар серияһын баҫтыра баш­лайҙар. Тәүҙә Илья Ульянов, аҙаҡ Мария Ульянова хаҡында китаптар нәшер ителә. “Был серияны баҫмаға мин тәҡдим иттем, сөнки ул ҡыҙыҡлы, матур итеп яҙылғайны. Мария тураһында китап баҫылып сыҡҡас, мине саҡыртып алдылар ҙа “бейек” ултыр­ғысҡа ултыртып ҡуйҙылар. Был мәлдә үҙемде электр ултырғысында һымаҡ хис иттем. Ниңә был китапты баҫтыр­ҙығыҙ, Марияның урыҫ тамырҙары юҡ бит, атаһы – немец, әсәһе – немец менән швед ҡаны­нан”, тип мине әрләйҙәр. Оҙаҡ тикшерҙеләр. Әммә яуабым әҙер ине: “Политиздат” баҫтырып сығарғанды беҙ тәржемә итеп нәшерләнек кенә”. Шулай ауыр язанан ҡотолоп ҡалдым. Ғөмүмән, ул заманда цензура үтә лә ҡаты эшләй ине, йыш ҡына саҡырып тикшереп торҙолар”, – тип иҫкә ала Сәүиә инәй.
1986 йылдан ул нәшриәттең дәреслектәр һәм методик әсбаптар редакцияһына етәк­селек итә башлай. Уның Баш­ҡортостан мәктәптәрен дәреслектәр менән тәьмин итеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уларҙы баҫтырыу ғына түгел, мәктәптәргә таратыу мәсьәләһе лә борсой Сәүиә Ғаб­дулла ҡыҙын. Ул эшләгән йылдар нәшриәт тарихында иң уңышлы осор булғандыр: Башҡортостан тарихы, мәҙә­ниәте, әҙәбиәте буйынса уҡыу әсбаптары, бихисап һүҙлек баҫмаға әҙерләнә, төрлө фәндәрҙән дәрес­лектәр еренә еткереп башҡортсаға тәржемә ителә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәреслектәр, хрестоматиялар, кластан тыш уҡыу китаптары баҫтырыла.
Күҙ нурҙары түгелгән хеҙмәтенең баһаһы ла лайыҡлы: Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы — Рә­сәй Федерацияһының һәм Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ йылдар нәшриәттә намыҫлы хеҙмәт итә ул.
Ҡул арты еңел, тигән әйтем бар халыҡта. Сәүиә инәйем дә тап шундай кешеләр иҫәбенән. Эштәре һәр саҡ уң килеп тора. Ул һаман да йәштәрсә: компьютер менән оҫта эш итә, сканворд йә кроссворд сисергә ултырһа, яуабы табылмаған бер генә һүҙ ҙә ҡалмай. “Салауат Юлаев” хоккей команда­һының әүҙем көйәрмәне лә инәй. Ә баҡ­саһын күрһәгеҙ! Шау сәскә генә! Ул тәбиғәт менән бер һулышта йәшәй белә. Йәй дауамында Өфөнөң шаулы тормошонан ял итеп, йәшеллек, сәскәләр ҡосағында, ҡоштар һайрауын тыңлап, оло йәм табып, бәләкәй генә ҡыуаныстарға ла кинәнеп йәшәй Сәүиә инәй. Әйткәндәй, уның өйөндә бер генә дарыу ҙа юҡ. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигәнде үҙ миҫалында дәлилләп ғүмер кисерә ул.


Хөрмәтле Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы!

З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте коллективы — оҙаҡ йылдар һеҙҙең менән бергәләп, иңгә-иң терәп эшләгән хеҙмәттәштәрегеҙ — ғүмер юлығыҙҙың гүзәл бер мәлендә, күркәм юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлай, һеҙгә тәрән ихтирамын, оло хөрмәтен белдерә.
Нисәмә быуын башҡорт уҡыусыһы һеҙҙең зиһен көсөгөҙ, үткер ҡарашығыҙ менән яҡтыртылған, халҡыбыҙҙың әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү менән һуғарылған дәреслектәрҙән уҡып белем алды. Күҙ нурҙарығыҙҙы түгеп, күңел йылыһын ҡушып, ҙур тырышлыҡ һалып нәшерләгән китаптарығыҙ мәктәп уҡыусыларының ғына түгел, ә тотош Башҡортостан китап һөйөүселәренең ихтирамын яуланы.
Хөрмәтле Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы! Ғүмерегеҙҙең аҫыл йылдарын нәшриәткә, мәғрифәткә тоғро хеҙмәт итеүгә арнағанығыҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Хаҡлы ялығыҙҙа, татыу ғаилә уртаһында, муллыҡта-именлектә бәхетле ғүмер кисерегеҙ! Байрамығыҙ ҡотло булһын!
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте коллективы.

Ғәлиә Ғәлимова, нәшриәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты:
– “Ленинец”-“Ленинсы” республика йәштәр гәзите ре­дакцияһының тәржемә бүлегендә эшләп йөрөгән мәл. Тәржемә эше ауыр ҙа, яуаплы ла, сетерекле лә. Етмәһә, төндәр буйы “юғарынан” ашығыс материалдар, бигерәк тә съезд, пленум, сессия мәлдәрендә ТАСС яңылыҡтарын көтөп ултырырға тура килә, шуға гәзитебеҙ йыш ҡына һуңлап сыға. Ә минең ғаиләм, бәләкәй балаларым бар. Бер мәл ошо гәзит эшенән тамам арыным. Әмәлгә ҡалғандай, Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә бер мөхәррир кәрәк, тигән хәбәрҙе ишетеп, барып килергә булдым.
Мине нәшриәттә (ул саҡта Совет майҙаны биләмәһендә ине) яғымлы, яҡты ҡарашлы Сәүиә ханым ҡаршы алды. Уға миңә эш биреп, һынап ҡарарға ҡуштылар. Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы мине бер ай буйы тәржемә һәм мөхәр­рирләү мәсьәләһендә “һынаны” һәм хужаларға ыңғай фекерен еткерҙе. Шулай итеп, минең өсөн яңы тормош башланды. Нәшриәт мөхитендә ғүмер буйы ҡайнаған, үҙҙәренең яуап­лы һәм етди эштәренә мөкиббән бирелгән хеҙмәткәрҙәр араһында Сәүиә Ғабдулла ҡыҙының да төп урынды биләп торғанын аңланым.
Тормошомда уны осратыуым менән бәхетлемен, эскерһеҙ ярҙамы, мөхәррир эшенең бөтә нескәлектәренә бер ауырһынмай өйрәтеүе, кәмселектәрем булған мәлдәрҙә лә әрләмәй генә, күңелемде аяп ҡына эшкә өйрәткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Оло йөрәкле, киң күңелле, һәр саҡ асыҡ йөҙлө була алыуы ла —тормош мәктәбе. Уға осрамаған булһам, нәшерсе хеҙмәтенең “тимер-бетон” кеүек ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, үтә етди ҙә эш булыуына сыҙамай, кире Матбуғат йортона тайыуым ихтимал ине. Нәшерсе тигән абруйлы һәм бәрәкәтле хеҙмәттең емешен татыным мин Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы кеүек маһир нәшерселәр эргәһендә.
Ул 36 йыл дауамында нәшерсе исеменә тап төшөрмәй эшләне. Эргәһендә эшкә илке-һалҡы ҡарау мөмкин түгел ине. Илдең, Башҡортостандың сәйәси тормошона арнал­ған төрлө йыйынтыҡтарҙы, марксизм-ленинизм классик­тарының хеҙмәттәрен, һайлау кампаниялары ваҡытында меңәрләгән дана тираж менән сыҡҡан листовка һәм плакаттарҙы фәҡәт Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы өйрәткәнсә, хатаһыҙ һәм йылдам итеп баҫмаға әҙерләргә тырыша инек. Ул бындай “ауыр” китаптарҙы үҙе тәржемә итер ине, был өлкәлә лә үҙен маһир тәржемәсе булараҡ танытты.
Хеҙмәттәштәре һәм авторҙар менән ихтирамлы мөнәсәбәт урынлаштыра белде, һәр кем менән уртаҡ тел тапты, ярҙам һорап килгәндәрҙе бер ҡасан да кире бороп ебәрмәне. Уның ошо сифаттарына ҡарап, үҙем өсөн дә бик күп фәһем алғанмындыр тип уйлайым, сөнки артабан календарҙар секторы, махсус баҫмалар редакцияһы мөдире һәм байтаҡ йылдар баш мөхәррир булып эшләгәндә, уның һабаҡтары ныҡ ярҙам итте.
Миңә уның ғаилә тормошонда ла егәрле, тырыш һәм сабыр холоҡло булыуы оҡшай торғайны. Үҙемдең ғаиләмдә лә уның өлгөһөндә сабыр һәм түҙем булырға, күп ваҡлыҡтарҙы ғәфү итергә, эш менән ғаиләне тигеҙ алып барырға, матур итеп донъя көтөргә тырыштым. Уның тормошсан аҡыллы, хәстәрлекле, ышаныслы дуҫ булыуы — минең ғүмер юлымда таяныс та, терәк тә. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы! Күркәм юбилейығыҙҙа ҡоростай һаулыҡ, ғаилә һәм бала-ейәндәр бәхете, оҙон ғүмер теләйем.

Зөһрә Ҡазыева, Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең дәреслектәр бүлеге мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы:
– Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы эшләгән йылдар дәреслектәр редакцияһының иҫ киткес һөҙөмтәле хеҙмәт дәүере бул­ды. Мәғариф министрлығының заказы менән йылына 128 дәреслек һәм методик ҡулланма сығарыу кеүек ҡатмарлы бурысты Сәүиә апайҙың оҫта ойоштороусы, аҡыллы етәк­се булыуы арҡаһында ғына үҙ ваҡытында үтәп килдек.
Етәксебеҙ беҙгә уҡыу-уҡытыу әсбаптарын мөхәррир­ләү­ҙең бик яуаплы эш икәнен һәр саҡ иҫтә тоторға кәңәш бир­ҙе. Ул шулай уҡ мәғариф өлкәһендә булған яңы­лыҡтарҙы, үҙгә­рештәрҙе күрә белеүҙе һәм ошо үҙгәрештәргә ярашлы йөкмәткеле эшләүҙе лә талап итте. Авторҙар менән уртаҡ тел табырға, фекерҙәрен хөрмәт итергә, ә кәрәк саҡта, улар­ға мөхәррир теләктәрен һәм бурыстарын ипле итеп аңлатырға өйрәтте. Йышыраҡ мәк­тәптә булыуҙы, уҡытыу­сы­лар менән осрашып, уларҙың дәреслектәргә ҡарата фе­керҙәрен белеүҙе мөхәррирләү оҫталығын күтәреүҙә мотлаҡ сараларҙың береһе итеп ҡараны.
Күңеле матур, йөҙө нур бөркөп торған алсаҡ кеше ул Сәүиә апай! Уның зауыҡлы кейенә белеүенә, хеҙмәт­тәш­тә­ренә ихтирамлы, ябай һәм кешелекле булыуына һоҡ­лан­мау мөмкин түгел. Сыңғырлатып көлөп ебәреүе генә лә кәйефте күтәреп ебәрә торғайны. Талапсан булһа ла, мин уның ҡысҡырып кемделер әрләгәнен хәтерләмәйем. Ул беҙгә яҡшы етәксе лә, иғтибарлы һәм күңелдәребеҙгә яҡын апай ҙа була белде.
Хеҙмәт юлымды яҡтыртҡан яҡты йондоҙға тиңләйем Сәүиә апайҙы һәм үҙемде уның оҫталыҡ мәктәбенең уҡыу­сы­һы тип иҫәпләйем. Хөрмәтле Сәүиә Ғабдулла ҡыҙын юби­лейы менән ҡайнар ҡотлап, үҙем һәм коллегаларым исе­менән иң изге теләктәремде һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872