Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Остазыбыҙ беҙҙе кеше итте”
“Остазыбыҙ беҙҙе кеше итте” Тормошта көтөлмәгән осрашыуҙар була. Шундайҙың береһенә Төркиәлә уҙғарылған Төрки донъяһы ҡоролтайында юлыҡҡайным. Төрлө илдәрҙән меңләп ғалим, сәйәсмән, әҙип йыйылғайны унда. Башҡортостандан БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипова, ғалим Әхәт Сәлихов менән барғайныҡ. Аҙна буйы барҙы мәртәбәле йыйын. Сираттағы ултырыштан һуң ял итергә тип залдан сыҡҡайныҡ, эргәбеҙгә оло йәштәге ир килеп ултырҙы. Беҙ үҙ-ара башҡортса һөйләшкәнгә иғтибар итте, күрәһең.
— Һеҙ ҡайҙан булаһығыҙ? – тип һораны ул.
— Башҡортостандан, – тинем.
Был һүҙҙе ишеткәс, ағайҙың йөҙө балҡып китте:
— О-о! Башҡортостан! – тине ул – ниндәйҙер ғорурлыҡ менән. — Зәки Вәлиди шунан бит!
— Ә һеҙ уны беләһегеҙме? – тим, төпсөнөп.
— Әлбиттә! Ул – минең уҡытыусым. Мин профессор Октай Белли булам. Бында йыйында уның тағы бер шәкерте бар – Абдулхалиҡ Чай.
Был һүҙҙәрҙән үҙем дә, ниндәйҙер ҙур табышҡа юлыҡҡандай, шатланып киттем. Сәй эсеүҙе кисектереп тороп, шунда уҡ улар менән әңгәмәләшеү теләге тыуҙы. Төрөк телен белмәһәм дә, был ҡамасау түгел. Ғалим Әхәт Сәлихов төрөк телен һыу кеүек эсә. Тиҙҙән Октай әфәнде янына икенсе ғалим да килде. Ҡайһылай ҙур шәхестәр икән! Октай Белли — тарих фәндәре докторы, Истанбул университеты профессоры, Евразия ғилми-тикшеренеү институтының элекке директоры. Ә Абдулхалиҡ Чай — тарих фәндәре докторы, академик, Төркиәнең элекке дәүләт министры. Шундай осраҡтарҙы көтөп йөрөгән журналист кешегә етә генә ҡалды. Зәки Вәлидигә бәйле һорауҙарымды бирәм, ә Әхәт Сәлихов тәржемә итә. Ошо әңгәмәне һеҙҙең хөкөмгә сығармаҡсымын.

“Остазыбыҙ беҙҙе кеше итте”— Зәки Вәлиди ниндәй кеше булараҡ хәте­регеҙҙә һаҡлана?
Октай Белли:
— Атайыбыҙ кеүек ярата инек. Ул үҙе лә шәкерттәрен ныҡ яҡын күрҙе. Мин үҙемде икеләтә бәхетле тип һанайым: беренсенән, абруйлы ғалимдан һабаҡ алыу насип итте. Икенсенән, үҙем дә ғалим булып киткәс, күп йылдар Вәлидиҙең өҫтәле артында ултырып эшләнем. Бәлки, шуғалыр ҙа ошондай уңыштарға өлгәшкәнмендер. Остазыбыҙ һәр ваҡыт бөхтә йөрөнө. Университетҡа матур костюм кейеп килә ине. Тик ниңәлер галстук тағырға яратманы. Уның бик күп телдәрҙе белеүе хаҡында ла әйтеп китергә кәрәк. Бына бер мәл аудиторияла төрөк те­лен­дә лекция һөйләп тора. Шул саҡ онотолоп китә лә французса телмәр тота башлай. Ә беҙ ул телде белмәйбеҙ (көлә. — Авт.). Шунан профессорыбыҙ, иҫенә төшөрһәк, йылмайып ҡуя ла яңынан төрөксәгә күсә.
Беҙ уға һәр саҡ хөрмәт менән ҡараныҡ. Вәлиди шул тиклем ғилемле, киң эрудициялы шәхес булды. Сит телдәрҙе генә түгел, төрөктәрҙең һәр диалектын белә ине. Мәҫәлән, аудиторияла икенсе төбәктән кил­гән студент ултыра. Вәлиди уның янына бара ла шул шәкерттең диалектында һөйләшеп китә. Элек Әнүәр Паша тигән оло сәйәси эшмәкәр булған, ул ғосманлы телендә һөйләшкән. Ни һөйләгәнен берәү ҙә аңламаған. Вәлиди иһә Паша менән иркен аралашҡан.
Тағы ла Вәлиди Туған үҙе машина йөрөттө. Ныҡ итеп ҡыуалай, шуға ла полиция уны йыш туҡтата ине. Документын күргәс тә, шунда уҡ ғалимды ебәрә торғайнылар.
Абдулхалиҡ Чай:
— Профессор Зәки Вәлиди беҙҙе 1965—1969 йылдарҙа Истанбул университетында уҡытты. Мин дөйөм төрки тарихы бүлегендә белем алдым. Вәлиди шул йүнәлеш буйынса кафедра мөдире ине, “Сыңғыҙхан дәүере тарихы”, “Алыҫ Көнсығыш тарихы” дәрестәрен алып барҙы.
Бер заман Вәлиди башҡорттарҙың “Буҙҡорт” легендаһы тураһындағы мәҡәләһе менән танышып сығырға ҡушты. Ниндәй журналда баҫылғанын да әйтте. Студент саҡ, ялҡаулыҡ та булғандыр. “Һеҙҙә бөтә журналдар ҙа бар бит инде. Шуны китапхананан эҙләгәнсе, һеҙҙән генә алайыммы?” — тип һораным. Ғалим барыбер китапханаға барырға ҡушты. Шул осорҙа университетта Ибраһим Кафесоғлы тигән ғалим эшләй ине. Улар Вәлиди менән – оппоненттар. Мәҫәлән, Кафесоғлы шул уҡ мәҡәләнең етешһеҙлектәрен эҙләп маташыр ине. Хәлде белә-күреп, былай тинем: “Ярай, Ибраһим әфәнденән шул журналды һорармын”. Профессорым шуҡлығыма көлдө лә, ярай, иртәгә кафедрама инеп алырһың, тине.
Остазыбыҙ шул тиклем ихтирамлы булды. Йәштәргә һәр саҡ ярҙам итергә ашҡынып торҙо.
1970 йылдың июлендә уның менән хушлашыуыбыҙҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Вәлиди Туғанды Истанбулдың “Караджа Әхмәт” зыяратында ерләнеләр. Халыҡ шул тиклем күп ине. Хушлашҡанда күптәр уны ғалим булараҡ маҡтап һөйләне.
— Һеҙ уның Төркиәгә тиклемге яҙмышын белә инегеҙме?
Октай Белли:
— Әлбиттә. Вәлидиҙең элек Башҡортостанға етәкселек иткәне тураһында университетта хәбәр йөрөй ине, тик күптәр быға ышанып бөтмәне. Раҫлаусы танытмаһын күргәс кенә ышандыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, Вәлиди Тыуған илен ныҡ һағынып йәшәне. Ҡайһы ваҡыт лекцияла моңло башҡорт йырҙарын һуҙып ебәрер ине. Үҙенең халҡы тураһында ла һөйләне беҙгә. Бер мәл азатлыҡ тураһында әйткәне һаман хәтерҙә. “Бына ишәккә эйәр һалғандар ҙа шулай йылдар буйы эшләткәндәр. Бер нисә йылдан уның эйәрен ысҡындырып, иреккә ебәргәндәр. Тик ишәк барыбер үҙен иркен тоя алмаған, һаман шул эйәрле килеш тип уйлаған үҙен. Ана шундай халыҡтар күп шул”, – тигәйне остазым. Вәлиди беҙгә Сталин һәм Ленин менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуы тураһында ла һөйләй ине. Икеһен дә яратманы. Быны йәшермәне лә. “Күреп тороғоҙ, СССР тиҙҙән тарҡаласаҡ”, – тигәйне ул 1965 йылда. “Профессор, шундай дәү дәүләт нисек юҡҡа сыҡһын ти?” — тип аптырай инек. Уның һүҙҙәре раҫ булып сыҡты.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлиди — оло ғалим һәм дәүләт эшмәкәре. Уның “Дөйөм төрөк тарихы” тигән монографияһы ғына ни тора. Ә бит ғалим уны төрмәлә ултырғанда хәтере буйынса яҙған. Тағы ла ул монгол халыҡтары менән төрөктәрҙең уртаҡлыҡтарын табып иҫбатлаған. Быны оҡшатып етмәүселәр ҙә булды, шулай ҙа оло ғалимға төрөктәр ҙур хөрмәт менән ҡараны.
Абдулхалиҡ Чай:
— Мин дә уның яҙмышын яҡшы белә инем. Вәлиди – төрки халыҡтарҙың сәйәси эшмәкәрлеге менән танылған юлбашсыһы. 1944 йылда шуның өсөн ике йылға төрмәгә лә ябып ҡуйғандар. Һуңынан аҡлағандар.
Төрмәлә ултырғанында ул билдәле сәйәсмән, партия лидеры Курпеш Туған менән дуҫлашып китә. Шуға бәйле бик ҡыҙыҡлы хәлде Вәлиди беҙгә үҙе һөйләгәйне. Иреккә сыҡҡас, Курпеш депутатлыҡҡа дәғүә итә. Һайлауҙа еңер өсөн, билдәле, төбәктәргә сығып, агитация эшен алып барырға кәрәк. Курпеш шуға ла абруйлы ғалим Зәки Вәлидиҙең ярҙамын һорай. Ул осорҙа Төркиәлә иткә ҡытлыҡ була, шуға күптәр ошо мәсьәләне файҙаланырға тырышҡан. Күрәһең, Курпеш та программаһына әлеге проблеманы хәл итеүҙе ҡуйған. Бер төбәккә килгәндәр. Вәлиди һүҙ алған. “Төрөктәр итте бик ярата. Бына Курпеш әфәнде лә шуны хәстәрләп, киләсәктә һеҙҙә ҡуян үрсетеү фермаһын төҙөтәм, ти”, – тип әйтеп тә өлгөрмәгән, халыҡ геү итеп ҡалған. Баҡтиһәң, был ауылда мосолмандарҙың ғәләүи йүнәлешен тотҡан халыҡ йәшәгән. Ә улар ҡуянды изге йәнлек тип иҫәпләй икән! Тик Вәлидигә бында ғәләүиҙәр йәшәй тип әйтергә онотҡандар. Шулай итеп, былар тиҙ генә ҡайтыу яғын ҡараған. Ошо ваҡиғанан һуң, был ауылда Курпеш өсөн тауыш биреүсе булмағандыр (көлә. — Авт.).
— Башҡорт ғалимы һеҙҙең тормошта ниндәй урын алып тора?
Октай Белли:
— Был ғалимдың шәкерте булыуым өсөн һәр саҡ ғорурланып йөрөйөм. Шундай бөйөк ғалимдан белем алдым бит! Уның “Хәтирәләр”е беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Китапты мин яттан тиерлек беләм.
Бер тапҡыр сит илгә ебәреү өсөн ғилми доклад яҙғайным. Шуны тикшертергә тип, ғилми советҡа бирҙем. Ундағы билдәле ғалим яҙмамды уҡып сыҡты ла: “Һеҙ Зәки Вәлидиҙең шәкерте түгелме? Был бит шундай ҡатмарлы тема. Әгәр бүтәндә уҡыһағыҙ, был эште йырып сыға алмаҫ инегеҙ”, — тине. Маҡтанып әйтмәйем, бөгөн иллеләп китабым бар, 690 ғилми мәҡәлә авторымын. Быларҙың барыһы өсөн дә остазыма рәхмәтлемен. Вәлиди беҙҙе кеше итте!
Абдулхалиҡ Чай:
— Зәки Вәлиди — төрки халыҡтарының тарихын бер бөтөн итеп тикшергән ғалим. Уның был ҡарашы менән беҙ ҙә килешәбеҙ. Бөгөн үҙем дә ошо йүнәлештә эшмәкәрлегемде дауам итәм. Ғөмүмән, 21 китап авторымын. Остазыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Үҙем фольклорсы, этнограф булараҡ, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам. Яңыраҡ бер китабыма “Буҙҡорт” легендаһының һеҙҙәге вариантын индерҙем. Унда бер нисә башҡорт халыҡ йыры ла урын алды.
Ғилми эҙләнеүҙәрҙән тыш, дәүләт хеҙмәтендә лә эшләргә тура килде. Төркиәнең дәүләт министры булараҡ, 2001 йылда илдең рәсми делегацияһы менән Башҡортостанға сәфәр ҡылдым. Уҡытыусымдың тыуған ауылына ла алып барҙылар. Шундай мәшһүр ғалимды биргән ерҙә булып ҡайтыуым менән бәхетлемен. Башҡортостанға йәнә барырға ине.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498