Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тимер ат”ты ла ҡороҡланы гүзәл зат
“Тимер ат”ты ла ҡороҡланы гүзәл зат Этҡол ауылында ҡатын-ҡыҙҙар “Автоледи-2015” конкурсында автомобиль йөрөтөү оҫталығын күрһәтте. Сараның төп маҡсаты – юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеү һәм уларҙы үтәү, руль тотҡан гүзәл заттың абруйын арттырыу, сөнки йыш ҡына ундай ҡатын-ҡыҙға ирҙәр көлөмһөрәп ҡарай. Иҫбатлай алдымы ҡыҙҙар үҙ оҫталығын?

Конкурста ҡатнашыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре булды: эшҡыуар ҙа, уҡытыусы ла, медицина өлкәһендә эшләүсе лә... Автомобиль йөрөтөү тәжрибәһе лә төрлөсә: өс йылдан алып 20 йылғаса. Мәҫәлән, Рита Иҫәнғолова ике тиҫтә йыл машина йөрөтә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүенә лә байтаҡ. Магазин тоталар, бынан тыш юбилей, туй кеүек саралар өсөн банкет залы ла ойошторғандар. Бизнес уларҙың нәҫелдән килгән һәләте тиергә мөмкин, сөнки ата-әсәһе лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Ике улы ла ошо юлды һайлаған.
– Заманса ҡатын-ҡыҙға бөтә ергә лә өлгөр булыу талап ителә. Ғаиләһенә лә ваҡыт табырға, эштән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙен дә ҡарай белергә тейеш ул, – ти Рита Иҫәнғолова.
“Тимер ат”ты ла ҡороҡланы гүзәл затБәйгегә һәр кемдең тырышып әҙерләнгәне күренеп тора. Барыһы ла машинаһын байрамса биҙәгән. Тәүге конкурс үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Ҡатнашыусылар машиналарының өҫтөнлөгө, ни өсөн оҡшауы тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Араларында етенсе машинаға эйә булыусылар ҙа бар ине.
Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, гүзәл зат юл ҡағиҙәләрен белеү кимәлен тикшерҙе. Һәр кем дөрөҫ яуап биреп, күберәк мәрәй тупларға тырышты. Ғәмәли ярышта ла һынатманылар. Ҡаршылыҡтарҙы ауырлыҡһыҙ үтеп, гаражға оҫта ғына инеп ултырҙылар. Уларҙың машина йөрөтөү һәләтен Фәрит Әбүбәкиров рәйеслегендәге жюри баһаланы.
– Бөгөн төп маҡсат – еңеү түгел, ә водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙмай тәртипле йөрөүен пропагандалау. Конкурсанттар барыһы ла матур итеп әҙерләнгән, – тине Фәрит Абдулла улы.
Тәүҙә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр тәбрикләнде. Раушания Баисламова, Флорида Ҡолмырҙина, Рита Иҫәнғолова призлы урынға лайыҡ булды. Еңеүсе исемен Резеда Ихсанова яуланы.
– Мин үҙем Ишәй ҡыҙы, Этҡол ауылы киленемен. Ауыл табип амбулаторияһында теш табибы булып эшләйем. Рулдәге тәжрибәм – ете йыл. Балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөткәндә машина бигерәк уңайлы, – ти әлеге конкурстан ҡәнәғәт булған Резеда.
Тәүгә ойошторолған бәйге тормошобоҙға яңы биҙәк булып килеп инде. Ауыл халҡы ла ярыш барышын кинәнеп күҙәтте. Матур башланғыстың дауамы ла булыр, моғайын.







Автор: Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә