Этҡол ауылында ҡатын-ҡыҙҙар “Автоледи-2015” конкурсында автомобиль йөрөтөү оҫталығын күрһәтте. Сараның төп маҡсаты – юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеү һәм уларҙы үтәү, руль тотҡан гүзәл заттың абруйын арттырыу, сөнки йыш ҡына ундай ҡатын-ҡыҙға ирҙәр көлөмһөрәп ҡарай. Иҫбатлай алдымы ҡыҙҙар үҙ оҫталығын?Конкурста ҡатнашыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре булды: эшҡыуар ҙа, уҡытыусы ла, медицина өлкәһендә эшләүсе лә... Автомобиль йөрөтөү тәжрибәһе лә төрлөсә: өс йылдан алып 20 йылғаса. Мәҫәлән, Рита Иҫәнғолова ике тиҫтә йыл машина йөрөтә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүенә лә байтаҡ. Магазин тоталар, бынан тыш юбилей, туй кеүек саралар өсөн банкет залы ла ойошторғандар. Бизнес уларҙың нәҫелдән килгән һәләте тиергә мөмкин, сөнки ата-әсәһе лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Ике улы ла ошо юлды һайлаған.
– Заманса ҡатын-ҡыҙға бөтә ергә лә өлгөр булыу талап ителә. Ғаиләһенә лә ваҡыт табырға, эштән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙен дә ҡарай белергә тейеш ул, – ти Рита Иҫәнғолова.
Бәйгегә һәр кемдең тырышып әҙерләнгәне күренеп тора. Барыһы ла машинаһын байрамса биҙәгән. Тәүге конкурс үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Ҡатнашыусылар машиналарының өҫтөнлөгө, ни өсөн оҡшауы тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Араларында етенсе машинаға эйә булыусылар ҙа бар ине.
Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, гүзәл зат юл ҡағиҙәләрен белеү кимәлен тикшерҙе. Һәр кем дөрөҫ яуап биреп, күберәк мәрәй тупларға тырышты. Ғәмәли ярышта ла һынатманылар. Ҡаршылыҡтарҙы ауырлыҡһыҙ үтеп, гаражға оҫта ғына инеп ултырҙылар. Уларҙың машина йөрөтөү һәләтен Фәрит Әбүбәкиров рәйеслегендәге жюри баһаланы.
– Бөгөн төп маҡсат – еңеү түгел, ә водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙмай тәртипле йөрөүен пропагандалау. Конкурсанттар барыһы ла матур итеп әҙерләнгән, – тине Фәрит Абдулла улы.
Тәүҙә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр тәбрикләнде. Раушания Баисламова, Флорида Ҡолмырҙина, Рита Иҫәнғолова призлы урынға лайыҡ булды. Еңеүсе исемен Резеда Ихсанова яуланы.
– Мин үҙем Ишәй ҡыҙы, Этҡол ауылы киленемен. Ауыл табип амбулаторияһында теш табибы булып эшләйем. Рулдәге тәжрибәм – ете йыл. Балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөткәндә машина бигерәк уңайлы, – ти әлеге конкурстан ҡәнәғәт булған Резеда.
Тәүгә ойошторолған бәйге тормошобоҙға яңы биҙәк булып килеп инде. Ауыл халҡы ла ярыш барышын кинәнеп күҙәтте. Матур башланғыстың дауамы ла булыр, моғайын.