Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Атай” тип әйтә алманым...
Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Ишембай районының Перегонный ҡасабаһында йәшәүсе Хәтимә апайығыҙҙың сәләмен ҡабул итеп алығыҙ. Бөйөк Еңеүгә арналған материалдарҙы ҡыҙыҡһынып уҡып барам. “Тыл һалдаттары” рубрикаһында баҫылған мәҡәләләр ҙә бик фәһемле.

“Кавказ өсөн һуғышта башҡорт яугир­ҙәре” тигән мәҡәләне (2012 йыл, 22 март) тыныс ҡына уҡый алмай илап ебәрҙем. Бәлки, ошо мәхшәрҙә атайым менән ағайым да һәләк булғандыр, тип үкһей-үкһей һәр һөйләмде иғтибарлап уҡыным.
Минең дә бала сағым һуғыш йылдарына тура килде. Атайым яуға киткәнсе тракторҙа эшләгән. Уның нисек фронтҡа алынғанын хәтерләмәйем дә.
Һуғышҡа оҙатылған егеттәр араһынан Сөләймән Ғәли улы Күзбәков ҡына ауыл­ға әйләнеп ҡайта. Атайымдың ни бары өс хатын алдыҡ. Ә 1945 йылда “ҡара ҡағыҙ”ы килеп төшә. Беҙ ағайым менән ул саҡта бындай хаттың ауыр ҡайғы килтереүен аңламай ҙа инек. Сафия инәйгә өсмө­йөшлө ҡағыҙҙы уҡытырға йүгерҙек. “Был хат түгел бит, атайығыҙ һәләк булған”, — тип ипләп кенә әйтте ул. Беҙ ағайым менән илашып сығып киттек. Ҡайҙа барғанбыҙҙыр, нимә һөйләш­кән­беҙҙер – уныһын иҫләмәйем. Иртән өләсәйем йоҡонан уятҡанда, беҙ өйҙә ята инек. Шулай итеп, беҙҙең өсөн аслыҡ-яланғаслыҡ башланды. Әсәйем ҡышын Шәмсиниса инәй менән һыйыр ҡарай, ә йәйен Сафия инәй менән һарыҡ көтә торғайны. Бесән ваҡыты етһә, эш тағы ла арта. Ә беҙ ағайым менән һарыҡ көтәбеҙ. Шулай бер көн бесән ваҡытында әсәйемде атҡа һалып өйгә килтереп киттеләр. Кәбән башынан осоп төшкән икән. Өс ай ауырып ятты өйҙә. Өләсәйем иртән уятҡас, нимә бар, шуны ашайбыҙ ҙа көтөүгә китәбеҙ. Сафия инәй, төш етһә, бер-ике һарыҡты һауып, беҙгә һөт эсерә торғайны.
Һарыҡ һөтө, аслыҡтандыр инде, ифрат тәмле тойолдо. Алабута, атҡолаҡ, кесерт­кән үләндәре, серек картуф та беҙҙең өсөн үтемле ризыҡ ине. Ағайым менән икебеҙҙе Таштимер тигән ауылдашыбыҙ урыҫтарҙың баҡсаһын ҡаҙышырға алып бара торғайны. Серек картуфты йыйып шатланышҡаныбыҙ әле лә хәтерҙә.
Сөләймән Ғәли улы, һуғыштан ҡайт­ҡас, белем алды, аҙаҡ уҡытыусы булып эшләне. Бик күп йылдар Үрге Бикҡужала, Иштуғанда мәктәп директоры булды. Бик яҡшы кеше ине. Хәҙер ул да гүр эйәһе инде. Йәне йәннәттә булһын. Йәштәргә һуғыш афәтен күрергә яҙмаһын инде. Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең интегеп йәшәүҙәре лә еткән.





Автор: Хәтимә КИЛМӨХӘМӘТОВА. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә