“Атай” тип әйтә алманым...02.10.2015
Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Ишембай районының Перегонный ҡасабаһында йәшәүсе Хәтимә апайығыҙҙың сәләмен ҡабул итеп алығыҙ. Бөйөк Еңеүгә арналған материалдарҙы ҡыҙыҡһынып уҡып барам. “Тыл һалдаттары” рубрикаһында баҫылған мәҡәләләр ҙә бик фәһемле.
“Кавказ өсөн һуғышта башҡорт яугирҙәре” тигән мәҡәләне (2012 йыл, 22 март) тыныс ҡына уҡый алмай илап ебәрҙем. Бәлки, ошо мәхшәрҙә атайым менән ағайым да һәләк булғандыр, тип үкһей-үкһей һәр һөйләмде иғтибарлап уҡыным.
Минең дә бала сағым һуғыш йылдарына тура килде. Атайым яуға киткәнсе тракторҙа эшләгән. Уның нисек фронтҡа алынғанын хәтерләмәйем дә.
Һуғышҡа оҙатылған егеттәр араһынан Сөләймән Ғәли улы Күзбәков ҡына ауылға әйләнеп ҡайта. Атайымдың ни бары өс хатын алдыҡ. Ә 1945 йылда “ҡара ҡағыҙ”ы килеп төшә. Беҙ ағайым менән ул саҡта бындай хаттың ауыр ҡайғы килтереүен аңламай ҙа инек. Сафия инәйгә өсмөйөшлө ҡағыҙҙы уҡытырға йүгерҙек. “Был хат түгел бит, атайығыҙ һәләк булған”, — тип ипләп кенә әйтте ул. Беҙ ағайым менән илашып сығып киттек. Ҡайҙа барғанбыҙҙыр, нимә һөйләшкәнбеҙҙер – уныһын иҫләмәйем. Иртән өләсәйем йоҡонан уятҡанда, беҙ өйҙә ята инек. Шулай итеп, беҙҙең өсөн аслыҡ-яланғаслыҡ башланды. Әсәйем ҡышын Шәмсиниса инәй менән һыйыр ҡарай, ә йәйен Сафия инәй менән һарыҡ көтә торғайны. Бесән ваҡыты етһә, эш тағы ла арта. Ә беҙ ағайым менән һарыҡ көтәбеҙ. Шулай бер көн бесән ваҡытында әсәйемде атҡа һалып өйгә килтереп киттеләр. Кәбән башынан осоп төшкән икән. Өс ай ауырып ятты өйҙә. Өләсәйем иртән уятҡас, нимә бар, шуны ашайбыҙ ҙа көтөүгә китәбеҙ. Сафия инәй, төш етһә, бер-ике һарыҡты һауып, беҙгә һөт эсерә торғайны.
Һарыҡ һөтө, аслыҡтандыр инде, ифрат тәмле тойолдо. Алабута, атҡолаҡ, кесерткән үләндәре, серек картуф та беҙҙең өсөн үтемле ризыҡ ине. Ағайым менән икебеҙҙе Таштимер тигән ауылдашыбыҙ урыҫтарҙың баҡсаһын ҡаҙышырға алып бара торғайны. Серек картуфты йыйып шатланышҡаныбыҙ әле лә хәтерҙә.
Сөләймән Ғәли улы, һуғыштан ҡайтҡас, белем алды, аҙаҡ уҡытыусы булып эшләне. Бик күп йылдар Үрге Бикҡужала, Иштуғанда мәктәп директоры булды. Бик яҡшы кеше ине. Хәҙер ул да гүр эйәһе инде. Йәне йәннәттә булһын. Йәштәргә һуғыш афәтен күрергә яҙмаһын инде. Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең интегеп йәшәүҙәре лә еткән.