Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡартлыҡта ла бәхет бар
Ҡартлыҡта ла бәхет бар Өс ауылды берләштергән Яңы Балапан ветерандар советы рәйесе Рәжәп Малыбаевтың буш сағы юҡ тиерлек: йә ул Мораҡай ауылына юллана, йә Йәнекәйҙә йәшәгән оло йәштәгеләрҙең хәлен белешә, уларҙың теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Ауыл хакимиәтенән алыҫыраҡ йәшәгән халыҡтың көндәлек проблемаларын урында хәл иткән, уны биләмә башлығына йәки район етәксе­ләренә еткереүсе ролен дә үтәй бөгөн ветерандар советы. Тап уның тырыш­лығы менән урында төрлө мәҙәни саралар ойошторола, ауылдың тирә-яғын таҙартыу, шишмәләрҙе кәртәләү, ауыл зыяраттарын тәртипкә килтереү, оло йәштәгеләрҙе күркәм юбилейҙары менән тәбрикләү, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләрҙе ҡотлау кеүек эштәр атҡарыла. Йәмәғәт башланғы­сында эшләгәндәргә бер тин эш хаҡы түләнмәй, әммә улар үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарай. Хатта Рәжәп Ильяс улының айлыҡ эш планы, ниндәй сараларҙың ҡасан, ҡайҙа үткәрелеүе хаҡында графигы ла төҙөлгән.
— Башҡа райондарҙа нисектер, әммә беҙҙә оло йәштәгеләр тулы тормош менән ҡайнап йәшәй, — ти Рәжәп Малыбаев. — Үҙебеҙҙең ауылды ғына алғанда ла, бер байрам да беҙҙән башҡа үтмәй. Мәҫәлән, Яңы Балапанда 200-ҙән ашыу кеше йәшәһә, шу­ның 64-е — пенсионер. Улар араһында 80 йәште үткән дүрт кеше бар, тормош ҡороу­ҙарының 60 йыллығын билдәләгән матур парҙар ҙа юҡ түгел. Һәр береһенең йортона барып, ветерандар советы исеме­нән шәхсән ҡотлап, бүләк тапшырабыҙ. Оло кешегә күп кәрәкмәй — йылы һүҙең, иғтибарың булһа, шул етә.
Әйткәндәй, бында оло йәштәгеләр ара­һын­да матур бер йола йәшәй. Улар хаҡлы ялға сығыусы “йәштәр”ҙе үҙ сафтарына тантаналы шарттарҙа ҡабул итә, наказдар бирә. Төрлө кисәләр өсөн бағыусыларҙы ла үҙҙәре эҙләй. Эшҡыуар ауылдаштары тарафынан матди ярҙам күрһә­те­лә. Мәҫә­лән, ауыл зыяратын кәр­тә­ләүҙә Рәмзиә Рамазанова ярҙам иткән.
Яңы Балапанда Байым ауыл биләмә­һен­дә генә түгел, хатта районда билдәле “Саңдүҙәк” фольклор ансамбле оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Етәкселәре — Рәшиҙә һәм Сәриә Малыбаевалар. Ауылдың имам-хатибы Даян Ситдыҡов менән дә тығыҙ бәйләнештә ветерандар советы, сөнки иманлы ерҙә әхлаҡ барлығы һәр кемгә билдәле. Ҡорбан байрамы булһынмы, йома намаҙҙарымы – бер кем дә ауылдағы иман йортон ситләп үтмәй.
Ете тапҡыр район советы депутаты, оҙаҡ йылдар Шайморатов исемендәге колхоздың өсөнсө бригадаһы бригадиры булып эшләгән Рәжәп Малыбаевтың тағы ла бер ҡыҙыҡһыныуы хаҡында әйтеп китмәһәк, дөрөҫ булмаҫ кеүек. Ул — тыуған яғын өйрәнеүсе, шәжәрә төҙөүсе, тарихсы ла. Ҡатыны Сәриә ханым менән күп йылдар дауамында ауылдаштары, билдәле сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеп, тәүгеләрҙән булып уның шәжәрәһен төҙөй. Өфөләге архивтарҙа әллә күпме соҡоноп, айына хатта өсәр-дүртәр тапҡыр барып (барыһында ла үҙ аҡсаһына) Яңы Балапан ауылы тарихын өйрәнеп, китап сығара. Туғандары өсөн генә түгел, мөрәжәғәт итеүселәргә уларҙың шәжәрәһен төҙөүҙә ярҙам күрһәтә. Атаһы Ильяс Малыбай улының ҡурайсылыҡ һәләте улына ла күскән. Геройым халыҡ йырҙарын бик маһир башҡара.
Әлбиттә, эшләгән кешенең проблемалары ла булмай тормайҙыр. Бөгөн өс ауылдың оло йәштәгеләренә бар яҡлап терәк һәм кәрәк булған ветерандар советының ҡабул итеү бүлмәһенең юҡлығы ла эште бер аҙ ҡыйынлаштыра. Һәр саҡ кешеләрҙе үҙ йортонда ҡабул итә алмай бит. Икенсенән, бүлмә булғанда, хәл итәһе мәсьәләләрҙе лә бергәләп тикшереп, фекер алышырға мөмкинлек тыуыр ине.
Бөгөн дәртләнеп Оло йәштәгеләр көнөн ҡаршыларға йыйыналар, артабан көҙгө йәрминкәләр, Яңы йыл байрамдары етәсәк. Рәжәп Ильяс улы Малыбаевтың һәр көнө тынғыһыҙ үтә икән, тимәк, уның ярҙамына мохтаждар, эшенән ҡәнәғәттәр бихисап. Ҡартлыҡта ла бәхет бар, ти халыҡ мәҡәле.






Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә