Өс ауылды берләштергән Яңы Балапан ветерандар советы рәйесе Рәжәп Малыбаевтың буш сағы юҡ тиерлек: йә ул Мораҡай ауылына юллана, йә Йәнекәйҙә йәшәгән оло йәштәгеләрҙең хәлен белешә, уларҙың теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.Ауыл хакимиәтенән алыҫыраҡ йәшәгән халыҡтың көндәлек проблемаларын урында хәл иткән, уны биләмә башлығына йәки район етәкселәренә еткереүсе ролен дә үтәй бөгөн ветерандар советы. Тап уның тырышлығы менән урында төрлө мәҙәни саралар ойошторола, ауылдың тирә-яғын таҙартыу, шишмәләрҙе кәртәләү, ауыл зыяраттарын тәртипкә килтереү, оло йәштәгеләрҙе күркәм юбилейҙары менән тәбрикләү, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләрҙе ҡотлау кеүек эштәр атҡарыла. Йәмәғәт башланғысында эшләгәндәргә бер тин эш хаҡы түләнмәй, әммә улар үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарай. Хатта Рәжәп Ильяс улының айлыҡ эш планы, ниндәй сараларҙың ҡасан, ҡайҙа үткәрелеүе хаҡында графигы ла төҙөлгән.
— Башҡа райондарҙа нисектер, әммә беҙҙә оло йәштәгеләр тулы тормош менән ҡайнап йәшәй, — ти Рәжәп Малыбаев. — Үҙебеҙҙең ауылды ғына алғанда ла, бер байрам да беҙҙән башҡа үтмәй. Мәҫәлән, Яңы Балапанда 200-ҙән ашыу кеше йәшәһә, шуның 64-е — пенсионер. Улар араһында 80 йәште үткән дүрт кеше бар, тормош ҡороуҙарының 60 йыллығын билдәләгән матур парҙар ҙа юҡ түгел. Һәр береһенең йортона барып, ветерандар советы исеменән шәхсән ҡотлап, бүләк тапшырабыҙ. Оло кешегә күп кәрәкмәй — йылы һүҙең, иғтибарың булһа, шул етә.
Әйткәндәй, бында оло йәштәгеләр араһында матур бер йола йәшәй. Улар хаҡлы ялға сығыусы “йәштәр”ҙе үҙ сафтарына тантаналы шарттарҙа ҡабул итә, наказдар бирә. Төрлө кисәләр өсөн бағыусыларҙы ла үҙҙәре эҙләй. Эшҡыуар ауылдаштары тарафынан матди ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, ауыл зыяратын кәртәләүҙә Рәмзиә Рамазанова ярҙам иткән.
Яңы Балапанда Байым ауыл биләмәһендә генә түгел, хатта районда билдәле “Саңдүҙәк” фольклор ансамбле оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Етәкселәре — Рәшиҙә һәм Сәриә Малыбаевалар. Ауылдың имам-хатибы Даян Ситдыҡов менән дә тығыҙ бәйләнештә ветерандар советы, сөнки иманлы ерҙә әхлаҡ барлығы һәр кемгә билдәле. Ҡорбан байрамы булһынмы, йома намаҙҙарымы – бер кем дә ауылдағы иман йортон ситләп үтмәй.
Ете тапҡыр район советы депутаты, оҙаҡ йылдар Шайморатов исемендәге колхоздың өсөнсө бригадаһы бригадиры булып эшләгән Рәжәп Малыбаевтың тағы ла бер ҡыҙыҡһыныуы хаҡында әйтеп китмәһәк, дөрөҫ булмаҫ кеүек. Ул — тыуған яғын өйрәнеүсе, шәжәрә төҙөүсе, тарихсы ла. Ҡатыны Сәриә ханым менән күп йылдар дауамында ауылдаштары, билдәле сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеп, тәүгеләрҙән булып уның шәжәрәһен төҙөй. Өфөләге архивтарҙа әллә күпме соҡоноп, айына хатта өсәр-дүртәр тапҡыр барып (барыһында ла үҙ аҡсаһына) Яңы Балапан ауылы тарихын өйрәнеп, китап сығара. Туғандары өсөн генә түгел, мөрәжәғәт итеүселәргә уларҙың шәжәрәһен төҙөүҙә ярҙам күрһәтә. Атаһы Ильяс Малыбай улының ҡурайсылыҡ һәләте улына ла күскән. Геройым халыҡ йырҙарын бик маһир башҡара.
Әлбиттә, эшләгән кешенең проблемалары ла булмай тормайҙыр. Бөгөн өс ауылдың оло йәштәгеләренә бар яҡлап терәк һәм кәрәк булған ветерандар советының ҡабул итеү бүлмәһенең юҡлығы ла эште бер аҙ ҡыйынлаштыра. Һәр саҡ кешеләрҙе үҙ йортонда ҡабул итә алмай бит. Икенсенән, бүлмә булғанда, хәл итәһе мәсьәләләрҙе лә бергәләп тикшереп, фекер алышырға мөмкинлек тыуыр ине.
Бөгөн дәртләнеп Оло йәштәгеләр көнөн ҡаршыларға йыйыналар, артабан көҙгө йәрминкәләр, Яңы йыл байрамдары етәсәк. Рәжәп Ильяс улы Малыбаевтың һәр көнө тынғыһыҙ үтә икән, тимәк, уның ярҙамына мохтаждар, эшенән ҡәнәғәттәр бихисап. Ҡартлыҡта ла бәхет бар, ти халыҡ мәҡәле.