Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңеле һәр саҡ эҙләнеү юлында
Күңеле һәр саҡ эҙләнеү юлында Уңышлы ижад осорон кисергән талантлы режиссер Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы Килһенбаеваның тормош юлына күҙ һалһаң, кеше ғүмеренең дә тап тәбиғәттәге кеүек төрлө миҙгелдәргә бүленеүенә тағы бер ҡат инанаһың.


Нефтекама дәүләт филармонияһына ҡуйыусы-режиссер булып инде олпат йәшендә килгән Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәҙәниәт уса­ғы­ның ижади тормошон яңы алымдар менән байытып, матурлап ебәрҙе.
Тамашасы күңелен һәм һөйөүен яулаған концерт программалары, шоуҙар, музыка һәм театр тамашалары, башҡа бихисап саралар уның сәнғәттә тәжрибәле булыуы һәм ошо өлкәгә мөкиббән ғашиҡлығы хаҡында һөйләй.
Яҙмыш исемле тормош атының йүгәнен үҙ ҡулында шаҡарып тотҡан заман­да­шыбыҙ Күгәрсен районының Юлдыбай ауы­лында абруйлы Менәүәрә менән Мө­хәмәт Килһенбаев­тар ғаилә­һендә донъяға килә. Тыуған ауылының гүзәл, һоҡлан­дырғыс тә­биғәте бәләкәй Ләләгә күңел матур­лығы, тәрәнлеге һалһа, оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле атаһы ныҡлы рух, саялыҡ, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ тәрбиә­ләй.
Әсәһе Менәүәрә Мөхәммәтзариф ҡыҙы кескәй Ләләһен наҙлап, һөйөп үҫтереү менән бергә үҙенең яратҡан һөнәренә – уҡытыусылыҡҡа хөрмәт тәрбиәләй, сабыйына тормош ысын­барлығы нескәлектәрен, ҡанундарын төшөндөрә.
— Сәнғәт донъяһына килеүем осраҡлы тү­гелдер тип иҫәпләйем, — ти Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы. – Атайым ғүмер буйы халҡым, телем, мәғрифәт, мәҙәниәт тип янып йәшәне. Ҡайһы берәүҙәр кеүек дан өсөн генә ҡыланманы, киреһенсә, эшен йөрәге, күңеле аша үткәреп, баҫалҡы ғына алып барҙы. Һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе булмаһа ла, байтаҡ үҫмерҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп, артабан Өфөгә, данлыҡлы Ғата Сөләймәновтың ҡулына тапшыра ине, — ти Ләлә Килһенбаева, хәтер ептәрен һүтеп. – Әйткәндәй, Ғата Сөләй­мәнов беҙҙең йортта йыш ҡына ҡунаҡ та була торғайны. Уның ҡурай моңо туған­дарым менән тын да алмай тыңлай инек.
Тура һүҙле, ғәҙел, тоғро, намыҫлы һәм халҡым тип өҙөлөп йәшәгән был һоҡландырғыс ғаиләне билдәле шағир, яҙыусы Рәми Ғарипов та үҙ итә.
— Шиғырҙарын тыңлағас, саф шишмәлә ҡойонғандай һәм күкрәк тултырып, гүзәл Баш­ҡортостан һауаһын һулағандай була торғайныҡ, — тип иҫләй Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы.
Ошондай күркәм ғаиләлә сағыу гөлдәй үҫкән ҡыҙ, яҙмыш мәғәнәһен сәнғәт, матурлыҡ донъяһы аша кешеләрҙе тәрбиәләүҙә күрә һәм, урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына юллана. Танылған сәхнә оҫталары ҡулында уҡып, режиссер дипломы ала, әммә тынғыһыҙ күңеле яңы бейеклектәргә әйҙәй.
Тырыш ҡыҙ артабан уҡыуын Силәбе мәҙәниәт институтында дауам итә.
— Тәүге остаздарым Баязит Миңлегәрәй улы, Ильяс Сәхибгәрәй улы булһа, Силәбелә легендар Ленинград театр сәнғәте традицияларын дауам иткән Вячеслав Борисович Бокаревта шөғөл­ләнеп, ҡиммәтле, фәһемле дәрестәр алдым, — ти Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы.
Уҡытыусылары һеңдергән тәрән белем серҙә­рен ул бөгөн үҙ эшендә киң ҡуллана. 50 йәшен тултырған режиссер иңендә күпме һоҡландырғыс ижади эштәр, бурыстар ята.
— Тәү сиратта мин тамашасы күңелен уйлайым, — ти Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы. — Кеше бит кон­церттарҙан илһам, дәрт, көс, яҡшы кәйеф алырға килә. Инде тапалып бөткән алымдар менән әҙерләнгән концерт хәҙер тамашасыға оҡшамай.
Үҙенсәлекле фекерләп, ижади эшләй, тиҙәр уның хаҡында ҡала сәнғәт донъяһында. Ябай ғына йырға, бейеүгә ул шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм һоҡландырғыс итеп йән “өрә”, шуғалырмы концерттарҙа тамашасы һәр сығышты тын да алмай ҡарап ултыра.
Шуғалыр ҙа сараларҙың һәр береһе зауыҡлы һәм сағыу. Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы, тамашасыға оҡшайым тип, туҙға яҙмаған элементтар ҡулланмай.
— Һәр программа — үҙенә күрә яңы баҫҡыс ул: артисың менән дә, тамашасың менән дә бергә үҫәһең, камиллаша бараһың, сәнғәт донъяһының яңынан-яңы нескәлектәре асыла, — ти Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы.
Ныҡлы тормош позицияһы булған, аныҡ ҡарашлы, һәр саҡ ғәҙеллеккә ынтылған кешегә, әлбиттә, бөгөнгө донъяла еңелдән түгел. Әммә яңынан-яңы үрҙәргә, йәмғиәттең күңел күҙен асырға ынтылған шәхескә яҙмыш та үҙ яурындарын ҡуя кеүек.
Улы Даниил иһә киләсәктә нефтсе булмаҡсы, әле колледжда белем ала. Ул сәнғәтте лә үҙ итә, матур итеп гитарала уйнай, шиғырҙар, йырҙар яҙа. Әсәһенә лә — етди кәңәшсе, уның идеяла­рының беренсе тыңлаусыһы, премьераларының әүҙем тамашасыһы.
Ижад кешеһенең күңеле һәр саҡ эҙләнеүҙә. Төп идеяларын классик әҫәрҙәрҙән, яратҡан яҙыусылары ижадынан ала.

Зилә АҘНАБАЕВА,
Нефтекама дәүләт филармонияһының
әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә