Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалам эҫкертендә йәшәгән малай
Һалам эҫкертендә йәшәгән малай Ваҡыт ағын һыу менән бер: уҙа ла уҙа. Яугирҙәрҙең иң йәштәренә лә 87 тулып үтте. Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға районыбыҙҙа ни бары һигеҙ ветеран ҡалды. Шуларҙың береһе — Камил Алсынов.

Әғзәм мулланың улы

Камилдың атаһы Әғ­зәм Сафуан улы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, тәре менән бүләкләнә. Үҙ көсө менән мал табып, башта хәлле­ләр рәтендә, һуңыраҡ Һынташтың иң бай кешеһе була. Шулай ҙа йомарт­лығы менән айырылып тора, әйткән­дәй, диндарҙар нәҫеленән. Бер туған апаһы Заһиҙә абыстайҙың (Мөһим Рәхмутуллиндың ҡәйнәһе) Орскиға барып, Зәйнулла ишан менән аралашып йөрөгәне мәғлүм. Әғзәм Алсынов, өйөр-өйөр йылҡылары араһынан өсәүһен алмашлап егеп, һәр береһенә оҡшатырға тырышып, ҡара, һары һәм бүре тундар кейеп йөрөр булған. Ике ҡатынынан Ахунйән, Фазылйән, Исмәғил, Хәкимйән, Бәхтийәр, Камил исемле улдар менән Гөлзаһира, Вазифа, Сәмсинур, Зәкирә исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Камилдың әсәһе малай бәләкәй саҡта уҡ донъя ҡуя. Хөрмәтле Әғзәм Сафуан улы хатта Йылайыр кантонына һайлана, ә 1928 йылда Таҙларға (хәҙерге Ейәнсура районы) указлы мулла булып күсә. Аттарын ҡарап тороу өсөн исемлек буйынса халыҡҡа таратып бирә. Һуңынан уларҙы Яманһаҙҙа ойошторолған йылҡысылыҡ заводына тапшыралар. Таҙларҙа мәсет ябылғас, атаһы муллалыҡ эшен Һарыбил бишәйе, Бәләкәй Муйнаҡ һәм шул тирәләге ауылдарҙа дауам итә. 1940 йылда Һынташҡа ҡайтып ҡарай ҙа, оҙаҡламай тағы Ейәнсура яҡтарына китә, һуғыш башында мәрхүм булып ҡала.

Ғүмер хаҡы… бер көпө

1926 йылдың яҙында тыуып та, 1927 йылғы тип яҙҙырылған Камилды әсәһе Сәхибә, балалары тормағанлыҡтан, бер көпөгә тәҙрә аша “һатып” ала. Ләкин малайға әсә наҙын оҙаҡ татырға насип булмай. Оҙаҡламай мәрхүмә булған әсәһен ҡаты бәғерле Хәҙисә исемле ҡатын алмаштыра. Нәҡ ошо үгәй әсәй әле һөйәктәре лә нығынмаған малайға күрмәгәнен күрһәтә лә инде. Икмәкте семтеп кенә ашарға ҡуша, үҙен дә семтей-семтей тәнен күгәртеп бөтә, йыш ҡына бөтөнләй ризыҡ бирмәй, туҡмас таяғы менән туҡмағанда башына йыш һуға, апаһын да ныҡ рәнйетә. Аслыҡҡа күнекмәгән Камил иһә йәшенеп кенә һыйырҙарының бер имсәген имергә ғәҙәтләнә, тик был хәлде һиҙепме, әллә һиҙмәйме, үгәй әсә теге һыйырҙы тотоноп ҡуя.
Был ҡатындан ҡотолғас, Һарыбил бишәйенә күсәләр. 1935 йылда атайҙары Фатима исемле (Батый тип йөрөтәләр) ҡатынды алып ҡайта. Быныһы ла яһил булып сыға: Камилды йүнләп ашатмай, бер ваҡыт аҫып та ҡуя. “Зинһар, үлтермә инде, башҡаса был өйгә ҡайтмам”, — тип инәлгәс кенә ысҡындырып ебәрә. Малай ҡырҙа һалам эҫкертен өңөп, бер нисә ай шунда йоҡлап йөрөй, унда-бында иптәше Яхъя ашарға алып килә. Белгертмәҫкә тырышып мәктәпкә лә йөрөй, үҙе бик зирәк, уҡыуға һәләтле була.
Көндәр һалҡынайғанда ныҡ хәлһеҙләнгән малай ҡоҙоҡтан һыуыҡ һыу эсеп торғанында манма тиргә батып йығыла ла, кеше-фәлән күрмәҫ борон тип (ул үҙенең хәлен, абруйын төшөрмәҫ өсөн атаһына белдермәгән), аңын юғалтмаҫтан алда селек араһына шыуыша. Әммә, бәхетенә күрә, быны күреп ҡалған Ғәйникамал исемле ҡатын алып ҡайтып ашата, шул уҡ ваҡытта һиҙҙермәй генә ҡыҙын малайҙың атаһына йүгертә. Атаһы улын көсләп тигәндәй өйҙәренә алып ҡайта, әммә оҙаҡҡа түгел, тиҙҙән Камил тағы ҡыуыла. Хәҙер инде көндәр һалҡынайған, эҫкерттә өшөтә. Малай һарайҙағы аттарға, ферма һыйырҙарына һыйынырға мәжбүр була.
1938 йылдың яҙында һабан һөргән ат, үгеҙҙәрҙе ҡыуып йөрөргә колхоз эшенә сыға, унан ауыл малын көтөргә ала, үгәй әсәй көнөнә бер телем икмәк менән бер шешә сәй биреп ебәрә. Ә көтөү өсөн халыҡтан 60 бот бойҙай, 20 бот арыш һәм берәр бот картуф менән көтөү аты өсөн 264 һум аҡса йыйып алына. Әлбиттә, былар Камилға тәтемәй. Ҡыҫҡаһы, 1939 йылға тиклем етемлектә интегеп йәшәй ул. Ә 1940 йылда, Фатима ҡайтып китеү менән, аталы-уллы Алсыновтар Һынташҡа юллана. Тик 1941 йылдың яҙында атаһы 15 йәшлек улын: “Үҙ тамағыңды үҙең туйҙыр”, — тип сығарып ебәрә. Камил элекке Һарыбил бишәйенә барып, колхозда эшләй башлауына атаһы эҙләп килеп, уны Бәләкәй Муйнаҡҡа алып бара ла үҙе лә шунда күсеп килә.
Һуғыштан аяғын юғалтып ҡайтҡан еҙнәһе тағы ҡыуып сығара. Ә үҫмерҙең хәлен аңлаған “Герой труда” колхозы рәйесе Катюшенко көн һайын малайға 170 грамм һоло оно менән ике килограмм картуф биреп торорға ҡуша. Ә келәт мөдире, сыуаш ҡатыны, дүрт бала әсәһе Матрена апай менән ире, хеҙмәт әрмеһендә эшләп йөрөгән Хөббөямал апай туғандары һыйҙырмаған эшһөйәр үҫмерҙе өйҙәрендә йәшәтә. Һуғышҡа ла Камилды хөрмәтләп ошо апайҙар оҙатып ҡала.

Чапаев фатихаһы

1944 йылдың октябрендә Камилға хәрби сафҡа баҫырға сират етә. Өфөлә урынлашҡан 40-сы дивизияның 28-се өйрәнеү-уҡсы полкында бер нисә ай хәрби әҙерлек үтеүгә, көнбайышта һуғыш аҙағына яҡынлаша, тимәк, көстө Японияға — Алыҫ Көнсығышҡа йүнәлтеү талабы ҡалҡа. Уларҙы тауар вагондарына тейәп, алыҫ сәфәргә оҙаталар. Мучная станцияһына барып урынлашыу менән япондарҙың хәрби тактикаһын өйрәнеү, урындағы климатҡа күнегеүҙән һуң Гоби ҡомлоғо аша Верблюжье тауы янына барып урынлашалар. Ыҡсым кәүҙәле булғанға күрәлер, взвод командиры Алсыновты үҙенә адъютант итеп ала, әммә тура һүҙле һалдат был хеҙмәттән баш тарта, ә асыуланған взводный уға бер ботлоҡ Дегтярёв пулеметы тоттора. Аслыҡтан үҫә алмаған, өҫтәүенә 38-се урынына 45-се үлсәмле америка ботинкаһы менән 1,5 метр кәүҙәле һалдаттың шул пулеметты күтәреп йөрөүен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Ярай әле сиккә барып еткәс, үҙен полк командирының посыльныйы итәләр. Шунан штабтан-штабҡа командир­ҙар араһында бәйләнеш булдыра ул. Бер алышта дошман беҙҙең полктарҙы ҡамай башлай. Полк командиры, Советтар Союзы Геройы полковник Мусла­новтың штаб начальнигына тәғәйен­лән­гән ҡағы­ҙын тапшырып кил­гә­нен- дә Камил Алсынов яралана. Корея­ның Муллин, Мукдин госпиталдә­рендә, унан Ворошиловта дауалана. Һауығып сыҡҡас, Высотныйҙа урын­лашҡан 25-се пулемет-артиллерия полкына (командиры — полковник Чапаев) полк мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, унда бүлексә командиры була. Ял итеп килгән һалдатты артабан Уссурийскиҙа төҙөлөштә эшләгән 375 хәрбигә старшина итеп тәғәйенләйҙәр. Полк командиры Чапаев уға офицер дәрәжәһе биреп, армияла алып ҡалырға уйлай, әммә 1951 йылда ул ҡайтып китә. Тик, ике йыл да үтмәй, К. Алсыновҡа тағы повестка килеп төшә. Был юлы — Сталинабад (хәҙерге Дүшәнбе) ҡалаһы эргәһендәге хәрби авиация полкының штурмовиктар бригадаһына, ә унан уҡырға йүнәлтәләр.

Наҙанлыҡтан оялыу

Үҙе әйтмешләй, белеме күп баҫҡыслы ете кластан ғибәрәт. Әммә аралашҡанда, әңгәмәләшкәндә уның төплө ғилемгә эйә булыуына инанаһың. “Белем алырға ваҡыты ла, форсаты ла булманы, ҡара йәшемдән эшләнем, кешеләрҙең уҡымышлылығына, һөнәр алғанына ҡыҙыҡтым, ләкин наҙан тип әйтеү­ҙәренән оялып, бер ваҡытта ла ҡыҙыҡ­һын­дырған нәмәне кешенән төпсөнөп һорашманым, үҙ алдыма йәшерен өйрәндем”, — тип һөйләй аҡһаҡал. Мәктәптә уға уҡыу мөмкинлеге булмауы хаҡында үрҙә яҙылғайны инде. Аслы-туҡлы, ярым яланғас, бер ниндәй әсбап-фәләнһеҙ, ҡасып-боҫоп тигәндәй, ярым-ярты мәктәпкә йөрөү әллә ни белем бирә алмай инде. Шулай ҙа башҡорт һәм урыҫ мәктәптәрендә аралаш уҡыған малай урыҫса таҙа һөйләшергә өйрәнә. Уҡыуҙы Таҙларҙа башлаһа, V класҡа Юлдыбайға килә, әммә бында ла оҙаҡ уҡырға яҙмай, алтынсыны — Абҙанда, ә VII класты Иҫәнғолда тамамлай. Бер нисә мәртәбә мәктәптән дә ҡыуыла. Урыҫса белеме артабан әрмелә лә, Үзбәкстанда ла ныҡ ярҙам итә.
Рәсми рәүештә юғары белем алырға тура килмәһә лә, әрмелә саҡта ла, тыныс хеҙмәттә лә байтаҡ курстарҙа белемен камиллаштыра ул. Күренекле сәйәсмәндәрҙең һәм классиктарҙың байтаҡ хеҙмәтен һәм әҫәрҙәрен үҙаллы ентекләп өйрәнә, ғәрәп теле һәм грамматикаһын ҡуйын дәфтәренә яҙып ала. Высотныйҙа полк мәктәбендә уҡығанда Приморье хәрби округы офицерҙарына дәрес күрһәткәндә пулеметҡа тәғәйенләнгән глушителенә һынау үткәрелә (шунда уға кесе лейтенант дәрәжәһе биреү тураһында бойороҡ була, тик ул ҡайтып китә), Үзбәкстанда хәрби партия мәктәбен “отлично”ға тамамлай. Дүшәнбе хәрби авиация полкы мәктәбендә лә ныҡышмалы шөғөлләнә: самолеттан да, пулеметтан да сәпкә төҙ ата, парашюттан да шартына килтереп һикерә. Ҡашҡадаръя институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уңышлы имтихан тапшырған К. Алсынов дәртләнеп йөрөгән сағында, Хәкимйән ағаһының саҡырып яҙған хатына “эйәреп”, үҙ телемдә һөйләш­кән халҡымды, Һаҡмар буйҙарын һағындым, Балыҡ киткән, Ҡусҡар һуйған, Оҫҡонош йылғаларынан ятып һыу эсһәм, Ноғай Сүрә һыртында ултырып йырлаһам, ситән барҙа һыу төшһәм, тигән хыялдар менән ҡайтып китә.
Камил ағай “Госстрах”та инспектор булып эш башлай, унан өлкән бухгалтер вазифаһын башҡара. Тап ошо осор Матрай районы бөтөрөлөп ҡуя. Алсынов эшкә Йылайырға барырға тейеш булһа ла, ҡулына балта тотҡаны булмауына ҡарамаҫтан, ағас алып, йорт һалырға тотона һәм оҙаҡламай ҡатыны Һәҙиә, ҡыҙҙары менән Юлдыбайҙа өй туйлай. Өй хужаһы бер нисә йыл училищела мастер, һуңыраҡ директор урынбаҫары булып эшләй. 1967 — 1993 йылдарҙа Үзбәкстандың Ҡашҡадаръя өлкәһе Шахрисабз ҡалаһында өлкә төҙөлөш тресының ПМК-һында баш механик һәм консерва заводында, фабрикала төрлө етәксе вазифалар башҡара, әүҙем, абруйлы йәмәғәтсе булып таныла.

Дин юлында

Үҫә, һөйәктәре нығый торған дәүерҙә етемлектә кисергән михнәттәре арҡаһында бәләкәй буйлы (хәрби хеҙмәткә лә алмаҫҡа итәләр) малай — бөгөн мыҡты һәм олпат кәүҙәле, тәғлимәтле һәм дин юлында йөрөүсе хөрмәтле аҡһаҡалдарҙың береһе.
Дин юлына нисек баҫыуы тураһында бер-ике кәлимә һүҙ әйтеүен үтенгәс, әңгәмәсем:
— Мин диндарҙар нәҫеленән. Исламға ныҡлап ылығыуым Үзбәкстанда булды. Тәүҙә Ҡөръән уҡыным, унан намаҙға баҫтым. Ҡөръән Кәримдең 50-ләп аятын яттан беләм, ғәрәп телен яҡшылап өйрәндем. Үзбәкстанда мөхит бөтөнләй икенсе: дин бик көслө, тәртип тә, әҙәп тә бар. Дин — халыҡтың тыныслыҡта, дуҫлыҡта татыу йәшәү ҡануны, йәшәү рәүеше, иң юғары кимәлдәге устав. Уның талабын үтәһәк, бер ниндәй талаш та, ыҙғыш та, күрә алмаусылыҡ та булмаҫ ине. Мин халыҡҡа ярҙам итеүҙе мөҡәддәс бурысым тип һанайым. Мине һәр ваҡыт Аллаһтың әмере менән атайымдың фатихаһы һаҡлап йөрөтә, — тигән изге һүҙҙәрен еткерҙе хөрмәтле хәҙрәт.
Күпте күргән, күпте кисергән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, диндар Камил Әғзәм улы Алсынов йәйгеһен — Ҡашҡарҙа, ҡышҡыһын Мәләүездә ҡыҙҙары менән йәшәй, төбәктә үткән дини сараларҙа әүҙем ҡатнаша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873