Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Китапһыҙ донъя йәмһеҙ
Бөтөн Рәсәй фән фестивале барышында “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә, яңы проекттарына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Яңы проекттар нигеҙен энциклопедик баҫмалар тәшкил итә. Улар араһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһына, Ишембай, Сибай ҡалаларына, Хәйбулла районына арналғандар бар. Сара барышында һәр энциклопедияның тупланыу рәүеше, йөкмәткеһе, мәғлүмәттәрҙең бирелеү тәртибе хаҡында ентекле әйтелде.
– Күп томлы, ғәйәт ҙур иғтибар талап иткән “Башҡорт энцик­ло­педияһы”н сығарғандан һуң, комплекс артабан нимә менән шөғөлләнер икән тигән һорау ҙа тыумай ҡалманы, – тине, “түңәрәк өҫтәл”де асып, учреждениеның генераль директоры Уйылдан Сәйетов. – Бындай тупланма сығарыу – китап нәшерләү эшенең иң бейек түбәһе. Энциклопедияның донъя күреүендә меңгә яҡын ғалимдың, белгестең өлөшө барлығы ошоно дәлилләй.
Урал Ғилман улы сараға йыйылғандарҙы комплекстың эске ҡоролошо менән дә таныштырҙы. Уның эшмәкәрлегенә “Энциклопедик тикшеренеүҙәр институты”, “Ғилем” ғилми нәшриәте, “ЮША” фәнни-популяр баҫмалар нәшриәте, “Башҡортостан Фәндәр академияһы хәбәрҙәре”, “Шәрҡиәт фәне мәсьәләләре” журналдары редакциялары, “Башакадемкитап” магазины йәлеп ителгән. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексының хеҙмәт маҡсаты республика, Рәсәй, сит илдәр халыҡтарын Башҡортостан тураһындағы ғилми, тарихи мәғлүмәт менән тәьмин итеүгә, уны системалы рәүештә урынлаштырыуға, тулыландырыуға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ комплекс төрлө өлкәгә ҡағылышлы энциклопедиялар, һүҙлектәр, белешмәләр, дәүләт һәм шәхси заказ буйынса ғилми баҫмалар әҙерләү, нәшер итеү менән шөғөлләнә.
Учреждение ҡарамағындағы “ЮША” нәшриәтенең исеме иһә “юбилей”, “шәжәрә”, “анекдот” һүҙҙәренең баш хәрефтәренән төҙөлгән. Ошонан уҡ күренеүенсә, бында ғүмер байрамы айҡанлы баҫма, нәҫел тарихын сағылдырған китап йә башҡа кәрәкле йыйынтыҡ эшләтеп була.
Алда телгә алған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы тураһындағы энциклопедия, мәҫәлән, билдәле белем усағының юбилейына арналған.
– Уны эшләү йыл ярым ваҡыт талап итте, бындай үҙенсәлекле идеяны – уҡыу йорто хаҡындағы бай мәғлүмәтле тупланма яһатыуҙы – республиканың башҡа белем усаҡтары ла күтәреп алыр тигән ниәттә ҡалабыҙ, – тине үҙ сығышында ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры урынбаҫары Клара Әһлиуллина. Әйтергә кәрәк, гимназия хаҡында энциклопедия әҙерләгән осорҙа уның бик күп сығарылыш уҡыусылары асыҡланған, байтаҡ ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәт тупланған.
Сибайға арналған энциклопедия бер ай элек кенә ҡала хакимиәтенең заказы буйынса сығарылған. Уны әҙерләүҙә архив, ЗАГС, тарих һәм тыуған яҡты өйрә­неү музейы, ойошма етәкселәре әүҙем ҡатнашҡан. Китапта Сибай ҡалаһы тормошо хронологик тәртиптә, ентекле сағылдырылған. Хәйбулла районы энциклопедияһында төбәктең бай тәбиғәте, сәнәғәт тарихы, археологик һәйкәлдәр, биләмәләр тураһында киң бәйән ителә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар башҡа яңы баҫ­малар менән дә танышты. Яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәрим: поэтик тәржемә” китабы хаҡында әйтеп үтте. Донъя кимәлендәге әҙәби мираҫ тип танылған китаптың сүрәләре “Башҡорт энциклопедияһы” комплексында сыҡҡан китапта шиғри формала тәржемә итеп би­релгән. “Башҡортостан” дәүләт теле­радио­компанияһы ҡарамағындағы Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры Шәүрә Ғилманова билдәле әҙибебеҙ Мостай Кәримдең тормошона, ижадына арналған шаҡтай бай йөкмәткеле “Рус түгелмен, ләкин россиянмын!” исемле фильмографик белешмә менән таныштырҙы. Унда халыҡ шағиры, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Мостай Кәрим тураһындағы документаль киновидеофильмдар, телемемуарҙар, юбилей саралары, уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған театр постановкалары, телеспектаклдәр, интервьюлар, сығыштар, фекерҙәр тупланған. Республика кимәлендәге беренсе үҙенсәлекле китап был.


Автор: Гөлсәсәк МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә