Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һалҡындар башлана — газ ҡорамалдарын тикшерегеҙ!
Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан “Газпром газораспределение Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикабыҙҙа көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау йәһәтенән сираттағы айлыҡ үткәрә. Ҡулланыусыларҙың иғтибарын йорттарҙа һәм фатирҙарҙа газ приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү зарурлығына йүнәлтәбеҙ.


Айлыҡтың төп маҡсаты — көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыу мәсьәләләренә халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе боҙоу ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә, һәм уларҙың күләме кәмемәй, айырыуса йылытыу миҙгеленең башында. Күптән түгел генә Баҡалы районының Дияш ауылындағы күңелһеҙ хәл – быға асыҡ миҫал. Йорт хужалары төтөн юлын­дағы шиберҙы асмайынса мейескә яҡҡан. Һөҙөмтәлә ике кеше, газ менән ағыуланып, аңын юғалтҡан. Бәхеткә күрә, уларҙың күршеләре уяу булып сыға: зыян күреүселәр тиҙ арала үҙәк республика дауаханаһына оҙатыла һәм ҡотҡарып ҡалына. Краснокама районының Николо-Березовка ауылында ла ошондай уҡ ваҡиға була. Күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге йәшәүселәр, газ плитәһенең духовкаһын асып, өйөн йылытырға ниәтләй. Фатирға газ тарала, ағыуланған ғаилә дауаханаға килтерелә. Шул уҡ ваҡытта газ ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән осраҡта бындай хәлдәргә юл ҡуйылмаҫ ине. Приборҙарҙы хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн бөтөн яуаплылыҡ милексегә йөкмәтелә. Ул төтөн һәм елләтеү юлдарын ваҡытында тикшерергә, газ ҡорамалдарын белгес тарафынан техник хеҙмәтләндереүҙе һәм ремонтлауҙы тәьмин итергә тейеш. Газ приборын хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү йәки алмаштырыу менән бәйле барлыҡ ғәмәлдәрҙе махсус ойошма башҡара. Йорт һәм фатир эсендәге ҡорамалдарҙы техник хеҙмәтләндереү өсөн ошондай ойошма менән договор төҙөлә. Ул шулай уҡ газ ҡорамалдарының, уны һүндереү ҡулайламаларының, йорт эсендәге, подъездағы, фасадтарҙағы газ үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында профилактик тикшереүҙәр үткәрә, бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә авария-диспетчер хеҙмәтен күрһәтә.
Газ ҡорамалын файҙаланғанда төтөн һәм елләтеү юлдарына айырым иғтибар биреү шарт. Уларҙың емерелеүе, туңыуы йәки тығылыуы тартыу көсөнөң боҙолоуына килтерә. Ә тартыу көсө юғалған осраҡта газ приборын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла, сөнки ағыуланырға мөмкин. Тап шуға күрә газ ярҙамында эшләгән йылытыу ҡорамалын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Бының өсөн приборҙағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген яҡын килтерәләр. Әгәр ул тәҙрәгә тартылһа, тимәк, тартыу көсө бар. Мейес горелкаларын һәм газ приборҙарын тартыу көсө булмағанда файҙаланыу айырыуса хәүефле, сөнки янған саҡта бүленеп сыҡҡан ағыулы матдәләр тулыһынса бинаға тараласаҡ. Был осраҡта хәүефһеҙлек автоматикаһы “телгә килергә”, газ ҡаҙанын йәки һыу йылытҡысты һүндерергә тейеш. Әгәр ҡулайлама эшләмәһә, газ менән ағыуланырға мөмкин.

Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү тәртибен, ошондай хеҙмәтте күрһәтеү тураһында килешеү төҙөү һәм уны үтәү тәртибен көйләгән документтар:
— Рәсәй Федерацияһы Төбәктәр үҫеше министрлығының 2009 йылдың 26 июнендәге 239-сы бойороғо менән раҫланған Рәсәй Федерацияһында йорт эсендәге газ ҡорамалын файҙаланыу һәм ремонтлау тәртибе;
— Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майындағы 410-сы ҡарары менән раҫланған Газ менән тәьмин итеү йәһәтенән коммуналь хеҙмәт күрһәткәндә йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалын ҡулланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса газды файҙаланыу ҡағиҙәләре.
Йорт һәм фатир эсендәге газ приборын техник хеҙмәтләндереү етештереүселәр тарафынан билдәләнгән арауыҡта, атап әйткәндә, өс йылға кәмендә бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Етештереүсе тарафынан билдәләнгән файҙаланыу ваҡыты үтеү менән ҡорамал техник тикшереүҙең ыңғай һөҙөмтәләре булған осраҡта ғына артабан ҡулланыла ала. Шулай уҡ заказсының теләге буйынса приборҙың алмаштырылыуы ла мөмкин.
Торлаҡ биналарҙа һәм күп фатирлы йорттарҙа төтөн һәм елләтеү юлдарын тәртиптә тотоу газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыуҙың мотлаҡ шарты булып тора. Газды файҙаланыу ҡағиҙәләренең 11-се пунктына ярашлы, төтөн һәм елләтеү юлдарының төҙөклөгө өсөн күп фатирлы йорттарҙа — идарасы компаниялар (йә иһә барлыҡ милекселәр), торлаҡ йорттарҙа уларҙың хужалары яуап­лы.
“Газпром газораспределение Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте” көнкүрештә газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен Башҡортостан Республикаһы халҡының хәтеренә тағы ла бер тапҡыр төшөрөргә теләй. Был ҡағиҙәләр бик ябай, ләкин уларҙы үтәмәү етди һәләкәткә килтереүе ихтимал. Бына улар:

t газ приборын файҙаланғанда тәҙрә өлгөһөн асырға онотмағыҙ;
t газ колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ;
t газ ярҙамында эшләгән йылытыу мейесе горелкаһын ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асып, тартыу көсөн тикшерегеҙ;
t эшләп торған газ приборҙарын (өҙлөкһөҙ эшләгәндәренән һәм тейешле хәүефһеҙлек автоматикаһы менән йыһазландырылғандарынан тыш) ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
t балаларға һәм газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләргә уларҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;
t газды файҙаланып бөткәс, ҡорамалдың кранын ябығыҙ;
t приборға газ килеүе ҡапыл туҡтаған осраҡта, кисекмәҫтән крандарҙы ябығыҙ һәм 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;
t газ еҫе сыҡҡан осраҡта ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе асып, бинаны елләтегеҙ, газ приборын файҙаланыуҙы туҡтатығыҙ, электр ҡорамалдарын ҡабыҙмағыҙ, телефондарҙы һәм электр ҡыңғырауҙарын ҡулланмағыҙ, газлы урындан сығып, 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ;
t газ приборын таҙа һәм төҙөк килеш һаҡлағыҙ;
t бөтә етешһеҙлектәр газ хеҙмәткәрҙәре тарафынан төҙәтелергә тейеш;
t фатирҙың планын үҙгәрткәндә, мебелде йәки көнкүреш техникаһын ҡорғанда, газ ҡорамалын күсергәндә газ торбаһын, газ юлдарын гипс ҡатырға, мебель артында ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла!
Ҡыш төтөн торбаларына боҙ туңмаһын, сүп-сар тығылмаһын өсөн уларҙы әленән-әле тикшерегеҙ.

Бинала газ еҫе
сыҡҡан осраҡта

— газ приборын файҙаланыуҙы кисекмәҫтән туҡтатырға: приборҙарҙың һәм торбаларҙың крандарын ябырға;
— бинаны кисекмәҫтән елләтергә;
— óò ҡàáûҙìàҫҡà, òәìәêå òàðòìàҫҡà, ýëåêòð ïðèáîðҙàðûí һәì ÿҡòûðòҡûñòàðûí, ҡûңғûðàóҙàðûí ôàéҙàëàíìàҫҡà;
— газлы бинанан сығып, 04 телефоны аша авария хеҙмәтен саҡыртырға.
Йортҡа (фатирға) газды үҙаллы үткәр­мә­геҙ, газ ҡорамалдарын күсермәгеҙ, то­таш­тырмағыҙ һәм ремонтламағыҙ, билдәһеҙ ойошмалар хеҙмәтенән файҙаланмағыҙ. Был эштәрҙе махсус ойошма ғына башҡара ала.
Газ плитәһен бинаны йылытыу өсөн ҡулланмағыҙ.
Газ приборы ҡуйылған бүлмәлә йоҡо һәм ял өсөн файҙаланмағыҙ.
Шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы фатирҙа, подвалда, гаражда, балкон һәм лоджияла һаҡламағыҙ!
Газ тәьминәте системалары (газ үт­кәр­гестәр, газ ҡорамалы, уны һүндереү ҡулайламалары) эшенә сит кешеләрҙең ҡатнашыуын асыҡлаған осраҡта 04, кеҫә телефонынан 104 һандарын йыйып авария-диспетчер хеҙмәтенә һәм полицияға (02) хәбәр итегеҙ.

Газ ҡорамалын техник хеҙмәтлән­де­реүгә, төтөн, елләтеү юлдарын тикшереүгә килешеүҙе махсус ойошма менән генә төҙөгөҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал 03.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара

Комментарий өҫтәргә