Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Юл приставы” һалымды нисек йыя?
“Юл приставы” аппарат-программа комплексы – суд приставтары тарафынан автомобиль номерҙары буйынса бурыслыларҙы таныу өсөн файҙаланылған система ул. Комплекс стационар йәки күсмә телекамералар ярҙамында юлдан үткән автомашиналарҙы мәғлүмәт хеҙмәте базаһынан тикшереү мөмкинлеген бирә. Бурыслылар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған ҡулайлама суд приставының машинаһына урынлаштырыла, уға камера тоташтырыла.


Комплекс бурыслыны асыҡлаһа, система сигнал бирә, мониторҙа уның тураһында мәғлүмәттәр сағыла. ЮХХДИ инспекторы автомобилде туҡтата, ә суд приставы кешенең һалым, алимент, штраф йәки кредит буйынса дөйөм бурысын иҫәпләп сығара. Уны шунда уҡ түләргә мөмкин йәки аҡсаның күсерелеүе ха­ҡын­дағы квитанцияны күрһәтергә кәрәк, юғиһә суд приставы “Башҡарыу эштәре тураһында”ғы Федераль закондың 80-се статьяһына ярашлы бурыслының мөлкәтенә арест һалырға хо­ҡуҡлы. Бындай ғәмәлдең автомобилгә, уның эсендәге бүтән мөлкәткә (видеотеркәгескә, кеҫә телефонына, хатта тәгәрмәскә) ҡағылыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта арест һалғанда рулдә кем ултырыуы ла, милек хужаһының булыу-булмауы ла мөһим түгел.
– Бурыслы кеше машинала юҡ икән, уны генераль ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡа кеше йөрөтһә, водителдең автомобилдән төшөүен талап итәбеҙ, документтар һәм асҡыс тартып алына, автомобилгә иһә арест һалына, – ти Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡорт­остан идаралығындағы Ишембай бүлегенең өлкән суд приставы Александр Ланкин.
Былтыр көҙ республика юлдарында ошондай өс комплекс (“ГАЗель” микроавтобустары һәм программа комплекстары) һынау үтте. Быйыл иһә суд приставтары ЮХХДИ инспекторҙары һәм һалым хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтарҙы даими үткәрә. Март, апрель, июнь айҙарында бындай тикшереүҙәр Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бәләбәй һәм Нефтекама юлдарында ойошторолдо. Уларҙа бурысы булған 232 кеше асыҡланды, 1 миллион һумлыҡ мөлкәт һәм ун автомобиль тартып алынды. 64 кеше бурысын урында уҡ түләне. Һөҙөмтәлә 41 мең һум аҡса йыйылды. Тағы ла 66 кешегә саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды.
Күптән түгел Ишембай һәм Туймазы ҡала­ларында рейд үткәрелде. Ишембайҙа 17 кеше­нең түләүҙәрҙе ваҡытында күсермәүе теркәлде. Бер кеше бурысы урынына багажнигында ятҡан дүрт тәгәрмәсен тәҡдим иткәс, суд приставтары ризалашҡан. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шул осорҙа тиҫтәгә яҡын мөлкәткә арест һалынған, иҫерек килеш рулдә ултырған бер кеше ҡулға алынған, тағы ла ете кеше бурысын шунда уҡ түләгән, ҡаҙнаға 40 мең һум аҡса күсерелгән.
Туймазыла иһә 23 бурыслы тотолған, ике автомобилгә арест һалынған. Биш кешенән 105 мең һум күләмендә аҡса түләтелгән, тағы ла ун кеше штрафты алдан уҡ түләүе тураһында квитанция килтергән.
Ҡалала “Юл приставы” күрһәткестәренә ярашлы “Лада-2106” автомобилен туҡтат­ҡас­тар, машина хужаһы суд приставтарының үҙе менән ҡыҙыҡһыныуына аптырап ҡалған, сөнки түләнмәгән бурысы булыуын бер ҙә хәтерләмәй икән. Асыҡланыуынса, бер нисә йыл элек танышы кредит алғанда ул поручитель булған. Ләкин тегеһе алған аҡсаны кире ҡайтармаған, банкка 218 мең һум бурысы йыйылған. Суд ҡарарына ярашлы, автомобиль хужаһы ла бурыслылар иҫәбенә индерелгән, машинаһына арест һалынған.
Әйткәндәй, “Юл приставы” ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлап та өлгөрҙө. Хәҙер суд приставтарының микроавтобусы аҙна һайын республика райондары буйлап сәфәргә сыға.


Автор: Ғәзиз ЙОСОПОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә