“Юл приставы” һалымды нисек йыя?26.09.2015
“Юл приставы” аппарат-программа комплексы – суд приставтары тарафынан автомобиль номерҙары буйынса бурыслыларҙы таныу өсөн файҙаланылған система ул. Комплекс стационар йәки күсмә телекамералар ярҙамында юлдан үткән автомашиналарҙы мәғлүмәт хеҙмәте базаһынан тикшереү мөмкинлеген бирә. Бурыслылар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған ҡулайлама суд приставының машинаһына урынлаштырыла, уға камера тоташтырыла.
Комплекс бурыслыны асыҡлаһа, система сигнал бирә, мониторҙа уның тураһында мәғлүмәттәр сағыла. ЮХХДИ инспекторы автомобилде туҡтата, ә суд приставы кешенең һалым, алимент, штраф йәки кредит буйынса дөйөм бурысын иҫәпләп сығара. Уны шунда уҡ түләргә мөмкин йәки аҡсаның күсерелеүе хаҡындағы квитанцияны күрһәтергә кәрәк, юғиһә суд приставы “Башҡарыу эштәре тураһында”ғы Федераль закондың 80-се статьяһына ярашлы бурыслының мөлкәтенә арест һалырға хоҡуҡлы. Бындай ғәмәлдең автомобилгә, уның эсендәге бүтән мөлкәткә (видеотеркәгескә, кеҫә телефонына, хатта тәгәрмәскә) ҡағылыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта арест һалғанда рулдә кем ултырыуы ла, милек хужаһының булыу-булмауы ла мөһим түгел.
– Бурыслы кеше машинала юҡ икән, уны генераль ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡа кеше йөрөтһә, водителдең автомобилдән төшөүен талап итәбеҙ, документтар һәм асҡыс тартып алына, автомобилгә иһә арест һалына, – ти Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы Ишембай бүлегенең өлкән суд приставы Александр Ланкин.
Былтыр көҙ республика юлдарында ошондай өс комплекс (“ГАЗель” микроавтобустары һәм программа комплекстары) һынау үтте. Быйыл иһә суд приставтары ЮХХДИ инспекторҙары һәм һалым хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтарҙы даими үткәрә. Март, апрель, июнь айҙарында бындай тикшереүҙәр Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бәләбәй һәм Нефтекама юлдарында ойошторолдо. Уларҙа бурысы булған 232 кеше асыҡланды, 1 миллион һумлыҡ мөлкәт һәм ун автомобиль тартып алынды. 64 кеше бурысын урында уҡ түләне. Һөҙөмтәлә 41 мең һум аҡса йыйылды. Тағы ла 66 кешегә саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды.
Күптән түгел Ишембай һәм Туймазы ҡалаларында рейд үткәрелде. Ишембайҙа 17 кешенең түләүҙәрҙе ваҡытында күсермәүе теркәлде. Бер кеше бурысы урынына багажнигында ятҡан дүрт тәгәрмәсен тәҡдим иткәс, суд приставтары ризалашҡан. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шул осорҙа тиҫтәгә яҡын мөлкәткә арест һалынған, иҫерек килеш рулдә ултырған бер кеше ҡулға алынған, тағы ла ете кеше бурысын шунда уҡ түләгән, ҡаҙнаға 40 мең һум аҡса күсерелгән.
Туймазыла иһә 23 бурыслы тотолған, ике автомобилгә арест һалынған. Биш кешенән 105 мең һум күләмендә аҡса түләтелгән, тағы ла ун кеше штрафты алдан уҡ түләүе тураһында квитанция килтергән.
Ҡалала “Юл приставы” күрһәткестәренә ярашлы “Лада-2106” автомобилен туҡтатҡастар, машина хужаһы суд приставтарының үҙе менән ҡыҙыҡһыныуына аптырап ҡалған, сөнки түләнмәгән бурысы булыуын бер ҙә хәтерләмәй икән. Асыҡланыуынса, бер нисә йыл элек танышы кредит алғанда ул поручитель булған. Ләкин тегеһе алған аҡсаны кире ҡайтармаған, банкка 218 мең һум бурысы йыйылған. Суд ҡарарына ярашлы, автомобиль хужаһы ла бурыслылар иҫәбенә индерелгән, машинаһына арест һалынған.
Әйткәндәй, “Юл приставы” ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлап та өлгөрҙө. Хәҙер суд приставтарының микроавтобусы аҙна һайын республика райондары буйлап сәфәргә сыға.