Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҙып бөткән өскөл хаттар...
Сәбилә апайым ил азатлығы өсөн яуҙа һәләк булған Сәмиғулла ағаһының фронттан яҙған хаттарын ҡулъяулығына төрөп ғүмере буйы һаҡлаған. Олоғайып ауырый башлағас, һарғайып, ситтәре туҙып, бөкләнгән урындары йыртылып бөткән был ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп төрөп миңә ебәрҙе. “Фәрит, минең хәлгә килгәндә, иҫән-һаумын, бөгөн балнисҡа ятырға китәм. Һиңә ағайым мәрхүмдең фронттан яҙған хаттарын һалам. Ҡашҡарға Зәбихулла ағайыма алып барып бирерһең”, — тип яҙғайны ҡош телендәй генә хатына.
Сәбилә апайҙың вафатына ла 15 йыл үтеп киткән, атайым Зәбихулла ла күптән гүр эйәһе, ә миндә шанлы йылдарҙың шаңдауы, һөйәктәре ҡайҙалыр ятҡан, ғүмеремдә бер күрмәгән яугир олатайымдың иҫтәлеге булып ҡалған шул хаттар йөрәкте өтә генә...


Беренсе хат

“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы. Ҡәҙерле әсәйем, һиңә, ҡустым Зәбихулла, ҡа­рындаштарым Сәбилә менән Сәм­си­нисаға, мине һорашҡан ағай-ең­гәй- ­ҙәргә һәм уларҙың өй эстәренә бары­һына ла, айырмай, күптән-күп, суҡ­тан-суҡ сәләм күндереп, бер күреп һөйләшергә зар-интизар булып, һағы­нып ҡалыусы улың Сәмей тип белер­һең. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, шәп кенә тораһығыҙмы? Ауырып һыҙлан­майһығыҙмы? Апайымдар иҫән­ме? Еҙнәйем эшләйме? Хат алмағас, бе­леп булмай. Әсәй, ашарығыҙға нисек, бармы? Һыйырығыҙ булмағас, һөтөгөҙ юҡ инде, аҙлап, исмаһам, калхуз бирәме? Мин, әсәй шул ике нәмә өсөн ҡайғырып тик йөрөйөм. Тағы: Зә­бихулла армияға китеп барһа, һеҙгә ҡыйын була инде. Әгәр китеп өлгөр­мәһә, мин уға шуны әйтәм: ҡустым, һин аяғың һыҙлағанға справка алып ҡуй, йәме.
Минең хәлгә килгәндә, мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Хәҙергә ауырып-һыҙланғаным юҡ. Мине уйлап ҡайғырмағыҙ. Хуш, һау булығыҙ. Иҫән булһаҡ, бер ҡайтып күрешербеҙ әле, һаулыҡ кәрәк, әсәй. Хуш, хуш. Улың Сәмей. Ленинград өлкәһе, Волхов ҡалаһы, х/ч. П/я №7/I. 1941 йыл, 23 сентябрь”.
Был олатайымдың һуғышҡа алынып, хәрби часҡа барып урынлашҡас та яҙған иң тәүге хаттарының береһелер, моғайын, сөнки аҙағына: “Хат алғаны­быҙ юҡ беребеҙ ҙә”, — тип өҫтәп ҡуйған.
Олатайым дөрөҫ һиҙенгән. Юлдыбай мәктәбендә туғыҙ класты тамамлап колхозда эшләп йөрөгән 18 йәшлек Зәбихулланы (минең атайымды) октябрь башында уҡ һуғышҡа алалар. Атайым уның был хатын әллә уҡып өлгөрә, әллә юҡ. Ҡартәсәйем Зөлҡәғиҙә ике ҡыҙы менән ярҙамсыһыҙ тороп ҡала. “Халыҡ дошманы” ҡатынына бындай шарттарҙа йәшәүе еңелдән бул­мағандыр. Ауыл бәләкәй булһа ла, һинең кем икәнеңде иҫенә төшөрөп тороусылар юҡ тип уйлайһығыҙмы? Һаман да колхозға инмәгән ҡартатайым Хөснөтдин Сибәғәт улын 1937 йылда ҡайҙалыр алып китеп юҡ итәләр. Йылдар үтеп, Сталин репрессияһы фаш­ланғас ҡына уның 1939 йылдың 20 декабрендә, 61 йәшендә, Йылайыр төрмәһендә мәрхүм булыуы асыҡлана. Ауырып үлгәнме, икенсе сәбәптәнме, хәҙер ҙә уны асыҡлау еңел түгел.

Икенсе хат

“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсә­йем, иң яратҡаным! Хөрмәтле әсә­йем, һиңә үҙемдең йәш йөрәгемдән ҡай­нап сыҡҡан сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Сәләм шулай уҡ Сәбилә, Сәм­синиса ҡарындаштарыма, ике еңгә­йе­мә һәм дә балаларына. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, әсәй, шәп кенә тора­һығыҙмы? Ауырымайһығыҙмы? Мин, әсәй, ошо яңы ергә килгәс, адрес алып, бер юлы өс хат (көн һайын тигәндәй) яҙып һалдым. Хәҙер ике ай булып килә, һеҙҙән бер хат алғаным юҡ. Аптырайым, әсәй, ул хат баралыр бит, ниңә яуап яҙмайһығыҙ, әллә оноттоғоҙмо? Зәбихулланың дүрт хатын алдым, минең хат уға тиҙ бара, уныҡы ла бер аҙнала килеп тора. Һеҙҙән үтенәм, Сәбилә, миңә урата яҙып тор, йәме. Инде минең хәлгә киләйек. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Имен-һаумын, ярам ҡурҡыныс түгел, ул-был нәмә юҡ. Әсәй, мине уйлап ҡайғ­ыр­мағыҙ, һау булһам — ҡайтырмын, түлкә һаулыҡ кәрәк, тип һеҙҙән хат көтөп ҡалам. Хуш-һау булығыҙ. Сәмиғулла.
Мисәт: СССР, Горький өлкәһе, Муром. 1942 йыл, 8 июль”.
Юлдыбай ауылынан Асия апай Сап­тарованың хәтерләүҙәренән: “Сәмиғул­ланың атаһы Хөснөтдин Әхмәровты 1937 йылда уҡ Шаһыбал мулла, Сәйфулла Ҡашҡаров, Сабирйән, Муса олатайҙар менән бергә алып китеп юҡ иттеләр. Әсәһе Зөлҡәғиҙә инәй әсәйем менән колхоз һарығын көттө. Колхоздың мең баштан артыҡ ваҡ малы бар ине. Әсәйҙәр өйҙә башҡа эш менән булһа, һарыҡты Зөлҡәғиҙә инәйҙең кинйә ҡыҙы Сәмсиниса менән мин көтә торғайныҡ”.

Өсөнсө хат

“Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсә­йем һәм ике күҙ ҡараһы кеүек ҡарын­дашым! Әсәй, һиңә мин, әрмиец улың Сәмей, үҙемдең йәш кенә йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан һағынышлы сәләм­дәремде ебәреп ҡалам.
Мин, әсәй, һеҙҙең июндә яҙған ха­ты­ғыҙҙы алдым. Һеҙҙән бында килгә­не бирле бер хат та алғаным юҡ ине. Ике ай ярым булып китте. Бигерәк ҡыйын булды. Хат килгәс, үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Һеҙҙең хатығыҙ менән бергә Зәбихулланан да хәбәр килде. Ул да бик шәп йөрөйөм тип яҙа. Мин бында килгәне бирле ҡустымдан дүрт хат алдым. Беҙ икәү шулай, әсәй, саҡ менән суҡ кеүек, бер-беребеҙ менән күрешмәһәк тә, хат аша һөйләшеп торабыҙ. Әсәй, ағайым­дың вафатын ишетеү бик ауыр бул­ды. Хаттың шул еренә барып еткәс, күҙемдән йәшем йылға кеүек аҡты, әллә ниҙәр иҫкә төшөп бөттө. Хат­та ҡыйын булды. Ярай, әсәй, йылдағы урынды тултырып картуф сәстек, тип яҙғанһығыҙ, уныһына бик ҡыуан­дым. Инде, әсәй, һеҙгә бер һорау: һы­йырығыҙ бармы, быҙаула­нымы, шуны айырып яҙығыҙ, йәме. Тағы, әсәй, төрлө түләмебеҙ юҡ, тигәнегеҙгә бик шатландым. Уны­һы бик яҡшы. Апайымды (Сәр­бия­мал) еҙнәйемә китеп бара тип яҙған инегеҙ. Күрә алғанмы-юҡмы, шуны айыра яҙығыҙ.
Әсәй, шулай итеп, һеҙҙең имен-һау тороуығыҙға ҡыуанып, үҙемдең хәлде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм, ауырып-һыҙ­ланғаным юҡ. Түлке, әсәй, шул: гелән һеҙҙе күрге килә. Һағындырҙы. Бер ҡайтып күрергә насип булһын инде. Мин һеҙҙең һаулыҡты теләп ҡалам. Хуш, һау булығыҙ. Һаулыҡ кәрәк, һау булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, үҙ-үҙеңде бөтөрөп йөрөмә, йәме, әсәй. Хуш, хуш, һау бул, улың Сәмей.
Горький өлкәһе, Муром ҡалаһы, п/я 109. 1942 йыл, 11 июль”.
Сәрбиямал инәйемдең (атайымдың апаһы) һөйләгәндәренән хәтерҙә ҡал­ғаны: “Һуғыш осоронда аслыҡтан шешенеп, халыҡ ныҡ ҡырылды. Бигерәк тә 1943 йыл ҡоро килде. Иген уңманы, үлән көйҙө, бесән әҙерләй алманыҡ. Урамда китеп барышлай йығылып үлгәндәр булды. Күмергә кеше булманы. Бигерәк тә беҙҙең халыҡ ҡы­рылды. Урыҫтар бик йонсоманы, сөнки улар картуф сәсте, балыҡ тот­то. Беҙҙең тоҡомдан берәү ҙә астан үл­мә­не. Мин Крепостнойға барып (Крепостной Йылайыр) урыҫтарҙың кәртә аръяғына түккән серек картуфтарын, әрселгән картуф ҡабыҡтарын йыйып алып ҡайтып, күҙҙәрен соҡоп алып сәсә торғайным. Шуға иҫән ҡалдыҡ. Башҡалар сәсмәне. Беҙҙең халыҡ ялҡаумы... юҡ, ялҡау түгел, үҙ яҙмы­шына битарафыраҡ булды. Моң­һоҙ тип әйтәйемме. Шуға ҡырылдылар...”




(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21