Туҙып бөткән өскөл хаттар...26.09.2015
Сәбилә апайым ил азатлығы өсөн яуҙа һәләк булған Сәмиғулла ағаһының фронттан яҙған хаттарын ҡулъяулығына төрөп ғүмере буйы һаҡлаған. Олоғайып ауырый башлағас, һарғайып, ситтәре туҙып, бөкләнгән урындары йыртылып бөткән был ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп төрөп миңә ебәрҙе. “Фәрит, минең хәлгә килгәндә, иҫән-һаумын, бөгөн балнисҡа ятырға китәм. Һиңә ағайым мәрхүмдең фронттан яҙған хаттарын һалам. Ҡашҡарға Зәбихулла ағайыма алып барып бирерһең”, — тип яҙғайны ҡош телендәй генә хатына.
Сәбилә апайҙың вафатына ла 15 йыл үтеп киткән, атайым Зәбихулла ла күптән гүр эйәһе, ә миндә шанлы йылдарҙың шаңдауы, һөйәктәре ҡайҙалыр ятҡан, ғүмеремдә бер күрмәгән яугир олатайымдың иҫтәлеге булып ҡалған шул хаттар йөрәкте өтә генә...
Беренсе хат
“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы. Ҡәҙерле әсәйем, һиңә, ҡустым Зәбихулла, ҡарындаштарым Сәбилә менән Сәмсинисаға, мине һорашҡан ағай-еңгәй- ҙәргә һәм уларҙың өй эстәренә барыһына ла, айырмай, күптән-күп, суҡтан-суҡ сәләм күндереп, бер күреп һөйләшергә зар-интизар булып, һағынып ҡалыусы улың Сәмей тип белерһең. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, шәп кенә тораһығыҙмы? Ауырып һыҙланмайһығыҙмы? Апайымдар иҫәнме? Еҙнәйем эшләйме? Хат алмағас, белеп булмай. Әсәй, ашарығыҙға нисек, бармы? Һыйырығыҙ булмағас, һөтөгөҙ юҡ инде, аҙлап, исмаһам, калхуз бирәме? Мин, әсәй шул ике нәмә өсөн ҡайғырып тик йөрөйөм. Тағы: Зәбихулла армияға китеп барһа, һеҙгә ҡыйын була инде. Әгәр китеп өлгөрмәһә, мин уға шуны әйтәм: ҡустым, һин аяғың һыҙлағанға справка алып ҡуй, йәме.
Минең хәлгә килгәндә, мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Хәҙергә ауырып-һыҙланғаным юҡ. Мине уйлап ҡайғырмағыҙ. Хуш, һау булығыҙ. Иҫән булһаҡ, бер ҡайтып күрешербеҙ әле, һаулыҡ кәрәк, әсәй. Хуш, хуш. Улың Сәмей. Ленинград өлкәһе, Волхов ҡалаһы, х/ч. П/я №7/I. 1941 йыл, 23 сентябрь”.
Был олатайымдың һуғышҡа алынып, хәрби часҡа барып урынлашҡас та яҙған иң тәүге хаттарының береһелер, моғайын, сөнки аҙағына: “Хат алғаныбыҙ юҡ беребеҙ ҙә”, — тип өҫтәп ҡуйған.
Олатайым дөрөҫ һиҙенгән. Юлдыбай мәктәбендә туғыҙ класты тамамлап колхозда эшләп йөрөгән 18 йәшлек Зәбихулланы (минең атайымды) октябрь башында уҡ һуғышҡа алалар. Атайым уның был хатын әллә уҡып өлгөрә, әллә юҡ. Ҡартәсәйем Зөлҡәғиҙә ике ҡыҙы менән ярҙамсыһыҙ тороп ҡала. “Халыҡ дошманы” ҡатынына бындай шарттарҙа йәшәүе еңелдән булмағандыр. Ауыл бәләкәй булһа ла, һинең кем икәнеңде иҫенә төшөрөп тороусылар юҡ тип уйлайһығыҙмы? Һаман да колхозға инмәгән ҡартатайым Хөснөтдин Сибәғәт улын 1937 йылда ҡайҙалыр алып китеп юҡ итәләр. Йылдар үтеп, Сталин репрессияһы фашланғас ҡына уның 1939 йылдың 20 декабрендә, 61 йәшендә, Йылайыр төрмәһендә мәрхүм булыуы асыҡлана. Ауырып үлгәнме, икенсе сәбәптәнме, хәҙер ҙә уны асыҡлау еңел түгел.
Икенсе хат
“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсәйем, иң яратҡаным! Хөрмәтле әсәйем, һиңә үҙемдең йәш йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Сәләм шулай уҡ Сәбилә, Сәмсиниса ҡарындаштарыма, ике еңгәйемә һәм дә балаларына. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, әсәй, шәп кенә тораһығыҙмы? Ауырымайһығыҙмы? Мин, әсәй, ошо яңы ергә килгәс, адрес алып, бер юлы өс хат (көн һайын тигәндәй) яҙып һалдым. Хәҙер ике ай булып килә, һеҙҙән бер хат алғаным юҡ. Аптырайым, әсәй, ул хат баралыр бит, ниңә яуап яҙмайһығыҙ, әллә оноттоғоҙмо? Зәбихулланың дүрт хатын алдым, минең хат уға тиҙ бара, уныҡы ла бер аҙнала килеп тора. Һеҙҙән үтенәм, Сәбилә, миңә урата яҙып тор, йәме. Инде минең хәлгә киләйек. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Имен-һаумын, ярам ҡурҡыныс түгел, ул-был нәмә юҡ. Әсәй, мине уйлап ҡайғырмағыҙ, һау булһам — ҡайтырмын, түлкә һаулыҡ кәрәк, тип һеҙҙән хат көтөп ҡалам. Хуш-һау булығыҙ. Сәмиғулла.
Мисәт: СССР, Горький өлкәһе, Муром. 1942 йыл, 8 июль”.
Юлдыбай ауылынан Асия апай Саптарованың хәтерләүҙәренән: “Сәмиғулланың атаһы Хөснөтдин Әхмәровты 1937 йылда уҡ Шаһыбал мулла, Сәйфулла Ҡашҡаров, Сабирйән, Муса олатайҙар менән бергә алып китеп юҡ иттеләр. Әсәһе Зөлҡәғиҙә инәй әсәйем менән колхоз һарығын көттө. Колхоздың мең баштан артыҡ ваҡ малы бар ине. Әсәйҙәр өйҙә башҡа эш менән булһа, һарыҡты Зөлҡәғиҙә инәйҙең кинйә ҡыҙы Сәмсиниса менән мин көтә торғайныҡ”.
Өсөнсө хат
“Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсәйем һәм ике күҙ ҡараһы кеүек ҡарындашым! Әсәй, һиңә мин, әрмиец улың Сәмей, үҙемдең йәш кенә йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан һағынышлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам.
Мин, әсәй, һеҙҙең июндә яҙған хатығыҙҙы алдым. Һеҙҙән бында килгәне бирле бер хат та алғаным юҡ ине. Ике ай ярым булып китте. Бигерәк ҡыйын булды. Хат килгәс, үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Һеҙҙең хатығыҙ менән бергә Зәбихулланан да хәбәр килде. Ул да бик шәп йөрөйөм тип яҙа. Мин бында килгәне бирле ҡустымдан дүрт хат алдым. Беҙ икәү шулай, әсәй, саҡ менән суҡ кеүек, бер-беребеҙ менән күрешмәһәк тә, хат аша һөйләшеп торабыҙ. Әсәй, ағайымдың вафатын ишетеү бик ауыр булды. Хаттың шул еренә барып еткәс, күҙемдән йәшем йылға кеүек аҡты, әллә ниҙәр иҫкә төшөп бөттө. Хатта ҡыйын булды. Ярай, әсәй, йылдағы урынды тултырып картуф сәстек, тип яҙғанһығыҙ, уныһына бик ҡыуандым. Инде, әсәй, һеҙгә бер һорау: һыйырығыҙ бармы, быҙауланымы, шуны айырып яҙығыҙ, йәме. Тағы, әсәй, төрлө түләмебеҙ юҡ, тигәнегеҙгә бик шатландым. Уныһы бик яҡшы. Апайымды (Сәрбиямал) еҙнәйемә китеп бара тип яҙған инегеҙ. Күрә алғанмы-юҡмы, шуны айыра яҙығыҙ.
Әсәй, шулай итеп, һеҙҙең имен-һау тороуығыҙға ҡыуанып, үҙемдең хәлде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм, ауырып-һыҙланғаным юҡ. Түлке, әсәй, шул: гелән һеҙҙе күрге килә. Һағындырҙы. Бер ҡайтып күрергә насип булһын инде. Мин һеҙҙең һаулыҡты теләп ҡалам. Хуш, һау булығыҙ. Һаулыҡ кәрәк, һау булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, үҙ-үҙеңде бөтөрөп йөрөмә, йәме, әсәй. Хуш, хуш, һау бул, улың Сәмей.
Горький өлкәһе, Муром ҡалаһы, п/я 109. 1942 йыл, 11 июль”.
Сәрбиямал инәйемдең (атайымдың апаһы) һөйләгәндәренән хәтерҙә ҡалғаны: “Һуғыш осоронда аслыҡтан шешенеп, халыҡ ныҡ ҡырылды. Бигерәк тә 1943 йыл ҡоро килде. Иген уңманы, үлән көйҙө, бесән әҙерләй алманыҡ. Урамда китеп барышлай йығылып үлгәндәр булды. Күмергә кеше булманы. Бигерәк тә беҙҙең халыҡ ҡырылды. Урыҫтар бик йонсоманы, сөнки улар картуф сәсте, балыҡ тотто. Беҙҙең тоҡомдан берәү ҙә астан үлмәне. Мин Крепостнойға барып (Крепостной Йылайыр) урыҫтарҙың кәртә аръяғына түккән серек картуфтарын, әрселгән картуф ҡабыҡтарын йыйып алып ҡайтып, күҙҙәрен соҡоп алып сәсә торғайным. Шуға иҫән ҡалдыҡ. Башҡалар сәсмәне. Беҙҙең халыҡ ялҡаумы... юҡ, ялҡау түгел, үҙ яҙмышына битарафыраҡ булды. Моңһоҙ тип әйтәйемме. Шуға ҡырылдылар...”
(Аҙағы бар).