Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Турғайҙар менән алыш
Турғайҙар менән алышТаң ҡыйылғас та район хужаларын күрергә тип сығып киткән Риза, ма­ши­наһын Ташлы күл буйында туҡтатып, ял итмәксе булды. Суҡ ҡайындар, бөҙрә талдар менән уратып алынған был ятҡылыҡ — элек-электән ха­лыҡтың яратҡан урыны. Һыуы ла тәмле. Башҡа күлдәрҙәге шикелле мүк тәме килеп тормай, төбөнән ваҡ шишмәләр бызырлап сығып ята, ташлы, ләм ҡаплап бармай.
Риза таҙа түңгәккә ултырып, күлгә ҡарап уйға талды. Ләкин бер бытбылдыҡ күңе­ленә тынғы бирмәй, аҙашҡан шикелле туҡтауһыҙ тауышлана. Уны ҡеүәтләгәндәй, тур­ғайҙар сутылдашып бер була. Турғай тигәндәй, ҡасандыр уларҙың үҙен түгел, тауышын да йәне һөймәй ине Ризаның. Ә бөгөн был ҡоштарҙың сыр­ҡылдауы уны бала сағына алып ҡайтты.
...Һуғыш ваҡыты. Хәлле­рәктәр ихатаһына йә тары, йә арпа сәсә. Турғайҙар үҫен­теләр һут йыйған саҡта, көтөү-көтөүе менән төшөп, уларҙы сүпләй бит, мәлғүндәр.
Ризаның атаһының бер ту­ған ағаһы Әһелислам һуғыш­ҡа барманы. Оло йәштә бу­лы­уына ҡарамаҫтан, ат һымаҡ көслө булды. Сатлама һыуыҡта ла бер ҡат киндер ыштан, сәкмән кейеп урманға утынға барыр ине. Билен оҙон таҫтамал менән быуа, тула ойоҡ, сабата кейә (сабатаны сыуашса үреп, ҡайырын бешереп, ялтыратып, табанын әллә нисә ҡат итеп ҡайыҙлап ҡуя, бауын ҡайыштан эшләй). Ә табанын Күскә дуҫынан тимерләтеп ала, ундай табан ҡыйғаламай. Уның ҡарауы, сатлама һыуыҡта һылашып, йәбешеп ята.
Әбейе Гөлъямал, бабайын йәлләп: “Ниңә һиңә тимер та­бан? Бер ҙә шыумай, һы­ла­шып ята лаһа. Алып ташла”, — тип әллә нисә тапҡыр әйткәйне. Юҡ, Әһелислам үҙ һүҙле, артҡа сигенә торған кеше түгел. Утынға ла әҙәм көсө етмәҫлек, әллә нисәмә йөҙ йыллыҡ имәндәрҙе ауҙа­ра. Улары ауылдан йыраҡ та түгел. Ике ҡоласлы имәнде йыҡһа, бихисап йөк утын сыға. Уны бер тай йөгө ҡәҙәре итеп тейәй.
Әһелислам ашауға ла та­лымһыҙ. Бер йомғаҡ май менән ярты әсикмәкте, ике тәрилкә ашты һуғып ҡуя. Ун биш умарта тота, һигеҙе урманда күтәрелгән. Ундағы ҡорто көслө, балды ла күп йыя. Күршеһе Әүбәкер ҡарт унан айырған күс ала, үрсемле була, ти.
Әһелислам йәйәү йөрөүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Аҡ ыштыр, киндер ыштан, сәкмәнен кейеп Өфөгә Иҙел буйынан китә. Беренсе әтәс менән тороп намаҙын уҡый ҙа арҡаһына аҡ тоҡсайын аҫып ала.
— Сәйеңкә оно, сәй, шәкәр алырмын, әбей. Тағы нимә әйтәһең?
— Шәлъяулыҡ, күлдәккә ситса, ыштанға бумазый ал, үҙеңә күлдәклек тә ҡара. Таҡта сәй бәрәкәтле була, бөртөклөһө тиҙ бөтә.
— Ярай, амин тотайыҡ.
Доға ҡылалар. Кәзә һаҡа­лын тигеҙ генә итеп ҡырҡып, ярым ағарған мыйығын үтә лә матур итеп тәрбиәләп, сәфәр­гә юллана ҡарт. Ә Өфөгә 90 саҡрым самаһы. Мағаш тауы башындағы Маяҡҡа менеп ҡараһаң, ҡала ус төбөндә генә ята ла бит. Өфөлә, Кәримов магазины артында, фатиры ла бар. Ул ауылдан сыҡҡан көндә Шәрәй бирауазында ҡуна. Унан төшкә Өфөгә барып етеп, эшен атҡарып, фатирында ял итеп ала ла кире Шәрәйгә килеп ҡуна. Шулай итеп, өсөнсө көн өйөндә була.
Ауылда берәйһе ашҡа саҡырһа, әбейе артынан етә алмай.
— Ҡайҙа шул хәтле саба­һың?! Тирләп бөтәм, саҡыр­ғастары, ҡасмаҫтар, көтөрҙәр.
— Һы, мин Өфөгә былайтып йоҡомһорап бармайым, юртҡан аттан саҡ ҡына ҡалышамдыр. Ниңә булыр-булмаҫ кеше шикелле бер аяғыңды — беттән, икенсеһен эттән ашатырға?
Ҙур ғына баҡсаһын әбейе менән ҡаҙып, эшкәртеп, арпа сәсә. Уныһы йыл да арыу ғына уңыш бирә. Быйыл да сәсте. Арпа, башаҡ ҡоҫоп, һөт йый­ған саҡ. Иртән ысыҡ төшкән мәлдә турғайҙар бында көтөүе менән ултыра. Ҡарт баҡсаның уртаһына һәндерә яһап, уның бөтөн яғына еп тартып, әҙер­ләп ҡуя. Былтырғы шал­ты­рауығын тикшереп, эшләтеп ҡарай. Көслө өйөрөлтһәң, шәп тауыш сығара, ныҡлап әйләндерергә көслө ҡулдар кәрәк. Турғай ҡыуыуы мәрәкә түгел. Таң һыҙылмаҫ элек тороп, һәндерәнән һуҙылған теге бауҙы тартҡыларға, тур­ғайҙар ултырмаҫ борон шалтыратырға кәрәк. Ҡояш дилбегә буйы күтәрелеп, ысыҡ кипкәнсе яфаланаһы. Көн эҫе­тә башлағас ҡына, ҡоштар кәмей. Ҡарт бер-ике көн арманһыҙ булғас, беҙгә килде. Миңә ул саҡ ун йәш ине.
— Улым, әйҙә ярҙам ит. Турғай бик йонсота, сәскән арпамды бөтөрә. Көн дә көтөүе менән төшә.
— Бар, улым, бар! — ти әсәйем. — Бабайың йүгерә алмай бит, ярҙам ит. Башағы ҡатҡас, ҡайтырһың.
Беренсе әтәстәр менән бергә уята мине бабай:
— Улым, ана турғайҙар сипылдашып бер-береһен саҡыра, арпа һөтө оҡшаған мәлғүндәргә.
Күҙҙе тырнап асып, ысыҡ­лы үләнде ялан тәпәй йырып, һәндерәгә менеп баҫтым. Һо! Турғайҙар дүрт яҡлап һөжүм итә! Бауҙы тартам, ә ҡоштар уға ултырып бәүелә, ыңға­йында башаҡты ла һура. Еп ысыҡҡа һыу­ланғас, һелкетеүе ауыр була башлай, етмәһә, ул бөтөн баҡсаға һуҙылған. Асыу килә. Шатырлауыҡты алып, баҡса буйлап үрле-түрле йүгерәм. Арпа билдән, лысма һыумын. Әлдә бабайым йүгерекләргә ара ҡалдырған. Юҡ шул! Мин бер мөйөштән ҡыуып, икенсе яҡҡа йүгереүем була, ҡоштар минең артымса уҡ кире ултыра. Ҡайһы бер кеше ике-өс ергә баҡса ҡарасҡыһы эшләп, епте уның ҡулына бәйләп ҡуйған. Бабайым иһә бау ғына тартҡан.
Ҡояш юғарыраҡ күтәрел­гәнсе дауам итә тур­ғай­ҙар ме­нән алыш. Көн эҫетә баш­лағас, ҡоштар юҡ була. Улар төшкән хәлдә лә минең хәл бөткән була. Һәндерәгә менеп, өй яғына ҡарайым. Әбейем мейестә көлсә бе­ше­рә, ахыры — тирә-йүнгә тәмле еҫ таралған. Ул һәр иртә шулай итә, бабайым ҡуша булһа кәрәк. Хәҙер минең турғай менән алышыуыма аҙ­на тулып килә. Бабайым көн дә шулай асыҡтырып ашата. Ҡара таңдан йүгереп, шаҡыл­дауыҡты өйөрөлтөп арыған кешегә ярты көлсә, бер сынаяҡ сәй етмәй ҙә ҡала. Ҡояш һауаға күтәрелгәс тә, ҡарт урам буйына сығармай, ваҡ-төйәк эшен ҡуша. Ише­тәм: малайҙар Еҙемдә сыр-сыу килеп һыу инә, юҡ, ыс­ҡынып булмай. Ни әсәйем килмәй, ҡайтам, тип әйтер инем.
Бер көндө ҡарайым: әбе­йем һыуға китте. Был ваҡытта бабайым икенсе намаҙын уҡый. Мин һәндерәнән төштөм дә солан ишеген ипләп кенә асып индем. Әбейем һөттө машинаға һалмай, бешерә лә, өҫтөн ябып, һыуытырға ҡуя. Шунан ҡаймағын һөҙөп алып, сәйгә ултырта. Көлсәне лә, таҫтамал менән ябып, мендәр аҫтына тыҡҡан. Бабайым мине ашарға ла өйрәтә. Бигерәк тә балды. Күп итеп ҡабамдыр инде.
— Улым, балғалағыңды ал әле. Хәҙер бал тырна. Нимә тәме сыға?
— Бал тәме.
— Бир ҡалағыңды. — Ул ҡалағымды алып, осо менән генә балды тырнап, миңә һона:
— Нимә тәме сыға?
— Бал.
— Бына шулай. Икенселәй әлеге һымаҡ аша, бал тәме сыҡҡас ярай.
Әле ошоларҙы уйланым да мендәр аҫтынан бер көлсәне алдым. Уны һөттөң өҫтөнә манып, туйғансы ашаным да сығып һәндерәгә баҫтым. Әбейем һыуҙан ҡайтып, самауырын ҡайнатҡас, мине ашарға сыҡырҙы:
— Риза улы-ы-ым! Ашарға кер, сәй эсәйек!
Беләм: ҡарт арт һабаҡты уҡытмаҡсы. Өндәшмәй генә һике ситенән урын алдым. Бабайым — төптә. Күрәм: оҙон сыбыҡ таҫтамал менән ябылған.
— Риза улым, турғайҙар төшмәйме? Бик һөрәнләйһең.
— Юҡ, берәм-һәрәм төшә ул, күмәктәр бит.
Үҙемдең күҙ — теге таҫ­тамалда. Мине һөйләндереп, арҡаға сыбыҡ менән тарт­маҡсы. Ул ҡапыл сыбыҡты алып, һелтәнеүе булды — өйҙән сығып һыҙҙым!
Шул ысҡыныуҙан турғай ҡыуманым. Бабайым да ҡабат арттан килмәне.



Автор: Ғәлинур ИШМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә