Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәйетбаба Кулибины
Сәйетбаба Кулибины Ишек тотҡаһына үрелеүгә тирә-яҡҡа һирпелгән ҡумыҙ моңо бөтә булмышымды сихырлап алды ла, туҡтап ҡалдым. Ниндәй танһыҡ! Оҫтаның илһамланған сағына тура килдем, ахыры. Берсә бейеү көйҙәре яңғыраны, унан сут-сут килеп “ҡош һайраны”, бер аҙҙан “шишмә тауышы” ҡолаҡты наҙланы. Үҙемде, гүйә, тәбиғәт ҡосағына килеп сыҡҡандай хис итеп торам.
Их, ҡасандыр минең дә ошо музыка ҡоралында уйнағым килә ине. Әммә төпкөл ауылда ҡумыҙы ла, өйрәтеүсеһе лә булманы. Ул саҡта ҡумыҙға әллә ни иғтибар юҡ ине шул. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ул йылдан-йыл популярлаша бара. Төрлө смотрҙар, конкурстар йыш үткәрелә, йәш таланттар барлыҡҡа килде, билдәле ҡумыҙсылар үҫеп сыҡты.
– Әсәй, нисек? – Егеттең тауышы уйҙарымды бүлде.
– Һәйбәт, тауышы көслө, сағыу.
Эскә үтәм. Хәл-әхүәл һорашҡас, Алик әле генә яңы ҡумыҙ яһауы, әсәһе менән һынау үткәреүе хаҡында һөйләне.
– Тәү ҡарауға ҡумыҙ ябай кеүек кенә күренһә лә, еренә еткереп эшләмәһәң, унан кеше күңеленә үтеп инерҙәй моң сыҡмаясаҡ, – тип һүҙ башланы ул. – Шуға ла иғтибарлы булырға кәрәк.
Әлбиттә, теге йәки был ҡоралды эшләргә тотонор алдынан уның тураһында күп белеү мөһим. Алик ҡумыҙ хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ихлас егетте тыңлаған һайын бығаса уның тураһында аҙ белгәнемде төшөнәм.
– Ҡумыҙ – иң боронғо уйын ҡоралдарының береһе, – ти ул. – Америкала, Алыҫ Көнсығышта, Африка халыҡтарында ла киң таралған, йөҙгә яҡын милләт уйнай.
– Ҡумыҙҙың дауаһы бар, тиҙәр... – Ҡыҙыҡһынғанымды һорап ҡалырға тырышам.
– Әлбиттә! – Аликтың күҙҙәре ялтлап китә. – Бе­рен­сенән, уның моңо, виб­ра­цияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота. Уйнаған кеше ҡумыҙ теле ҡалтырауын һәр күҙәнәге менән һиҙә. Был организмға ыңғай тәьҫир итә, тештәр һәм уның ҡаҙналары вибрациянан массаж алып тора, шунлыҡтан ҡумыҙ­сының тештәре һау була.
Аликтың ҡумыҙ эшләй башлауына, бер ҡараһаң, һис тә ғәжәп­ләнәһе түгел. Районда ғына түгел, республикала йыр-моңға ғашиҡ, һәр эшкә маһир Байбулдиндар затынан ул. Олатаһы Ханнан Байбулдин – ғаилә ансамбле ойош­торған, әллә күпме талантҡа ҡанат ҡуйған уҡытыусы-ветеран. Әле лә ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. Инде өлкән йәштә булыуына ҡара­маҫтан, өҙә баҫып бе­йер­гә төшөп китһә, йә булмаһа баянын ҡулына алып, бер һыҙҙырып ебәрһә, һоҡ­лан­маған кеше ҡалмай. Әсәһе Әл­фиә ханым – талантлы йырсы, “Гәл­сәр һандуғас” телевизион конкурсы лауреаты. Был шөғөл­гә әсә­һенең бер туған ҡустыһы, билдәле думбырасы, ҡурайсы Илһам Байбулдин өйрәткән.
Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһрет­динов та бер мәл уның ҡумыҙҙарын күреп ҡалып, уйнап ҡарай ҙа: “Шәп!” – тип һоҡланыуын белдерә. Исеме сит илдәргә танылған шәхестең уның эшен хуплауы егеткә дәрт өҫтәй.
Әңгәмәгә Әлфиә ханым да ҡу­шыла:
– Аликтың ҡулынан килмәгән шөғөлө юҡ, нимәгә тотонһа, шуны ҡойоп тигәндәй эшләп ҡуя. Шуға рөхсәтенән тыш урамдағы бер тимер киҫәгенә лә теймәйем.
Баҡтиһәң, Алик ҡалдыҡ-боҫтоҡ тимерҙән мотоцикл йыйып алған, үҙҙәренең кескәй тракторына төрлө ҡорамалдар эшләгән. Шуға ла ҡай­һы берәүҙәр уны шаяртып “Сәйет­баба Кулибины” тип тә йөрөтә.
...Телефон шылтыраны.
– Эйе, мин булам.
Пермь крайынан өлкән йәш­тәге ағай икән. Ул оҫтанан ансамбль өсөн ҡумыҙҙар эшләүен үтенде. Алик ризалығын белдереп, ҡорал­дарҙың ҡайһы ҙурлыҡта кәрәклеген белеште.





Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә