Ишек тотҡаһына үрелеүгә тирә-яҡҡа һирпелгән ҡумыҙ моңо бөтә булмышымды сихырлап алды ла, туҡтап ҡалдым. Ниндәй танһыҡ! Оҫтаның илһамланған сағына тура килдем, ахыры. Берсә бейеү көйҙәре яңғыраны, унан сут-сут килеп “ҡош һайраны”, бер аҙҙан “шишмә тауышы” ҡолаҡты наҙланы. Үҙемде, гүйә, тәбиғәт ҡосағына килеп сыҡҡандай хис итеп торам.Их, ҡасандыр минең дә ошо музыка ҡоралында уйнағым килә ине. Әммә төпкөл ауылда ҡумыҙы ла, өйрәтеүсеһе лә булманы. Ул саҡта ҡумыҙға әллә ни иғтибар юҡ ине шул. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ул йылдан-йыл популярлаша бара. Төрлө смотрҙар, конкурстар йыш үткәрелә, йәш таланттар барлыҡҡа килде, билдәле ҡумыҙсылар үҫеп сыҡты.
– Әсәй, нисек? – Егеттең тауышы уйҙарымды бүлде.
– Һәйбәт, тауышы көслө, сағыу.
Эскә үтәм. Хәл-әхүәл һорашҡас, Алик әле генә яңы ҡумыҙ яһауы, әсәһе менән һынау үткәреүе хаҡында һөйләне.
– Тәү ҡарауға ҡумыҙ ябай кеүек кенә күренһә лә, еренә еткереп эшләмәһәң, унан кеше күңеленә үтеп инерҙәй моң сыҡмаясаҡ, – тип һүҙ башланы ул. – Шуға ла иғтибарлы булырға кәрәк.
Әлбиттә, теге йәки был ҡоралды эшләргә тотонор алдынан уның тураһында күп белеү мөһим. Алик ҡумыҙ хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ихлас егетте тыңлаған һайын бығаса уның тураһында аҙ белгәнемде төшөнәм.
– Ҡумыҙ – иң боронғо уйын ҡоралдарының береһе, – ти ул. – Америкала, Алыҫ Көнсығышта, Африка халыҡтарында ла киң таралған, йөҙгә яҡын милләт уйнай.
– Ҡумыҙҙың дауаһы бар, тиҙәр... – Ҡыҙыҡһынғанымды һорап ҡалырға тырышам.
– Әлбиттә! – Аликтың күҙҙәре ялтлап китә. – Беренсенән, уның моңо, вибрацияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота. Уйнаған кеше ҡумыҙ теле ҡалтырауын һәр күҙәнәге менән һиҙә. Был организмға ыңғай тәьҫир итә, тештәр һәм уның ҡаҙналары вибрациянан массаж алып тора, шунлыҡтан ҡумыҙсының тештәре һау була.
Аликтың ҡумыҙ эшләй башлауына, бер ҡараһаң, һис тә ғәжәпләнәһе түгел. Районда ғына түгел, республикала йыр-моңға ғашиҡ, һәр эшкә маһир Байбулдиндар затынан ул. Олатаһы Ханнан Байбулдин – ғаилә ансамбле ойошторған, әллә күпме талантҡа ҡанат ҡуйған уҡытыусы-ветеран. Әле лә ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. Инде өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өҙә баҫып бейергә төшөп китһә, йә булмаһа баянын ҡулына алып, бер һыҙҙырып ебәрһә, һоҡланмаған кеше ҡалмай. Әсәһе Әлфиә ханым – талантлы йырсы, “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсы лауреаты. Был шөғөлгә әсәһенең бер туған ҡустыһы, билдәле думбырасы, ҡурайсы Илһам Байбулдин өйрәткән.
Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов та бер мәл уның ҡумыҙҙарын күреп ҡалып, уйнап ҡарай ҙа: “Шәп!” – тип һоҡланыуын белдерә. Исеме сит илдәргә танылған шәхестең уның эшен хуплауы егеткә дәрт өҫтәй.
Әңгәмәгә Әлфиә ханым да ҡушыла:
– Аликтың ҡулынан килмәгән шөғөлө юҡ, нимәгә тотонһа, шуны ҡойоп тигәндәй эшләп ҡуя. Шуға рөхсәтенән тыш урамдағы бер тимер киҫәгенә лә теймәйем.
Баҡтиһәң, Алик ҡалдыҡ-боҫтоҡ тимерҙән мотоцикл йыйып алған, үҙҙәренең кескәй тракторына төрлө ҡорамалдар эшләгән. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр уны шаяртып “Сәйетбаба Кулибины” тип тә йөрөтә.
...Телефон шылтыраны.
– Эйе, мин булам.
Пермь крайынан өлкән йәштәге ағай икән. Ул оҫтанан ансамбль өсөн ҡумыҙҙар эшләүен үтенде. Алик ризалығын белдереп, ҡоралдарҙың ҡайһы ҙурлыҡта кәрәклеген белеште.