Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ хәҡиҡәтте аңлаһа...
Халыҡ хәҡиҡәтте аңлаһа... Мәктәп. Был һүҙ һәр милләт телендә төрлөсә яңғыраһа ла, мәғәнәһе, маҡсаты бер — балаға белем биреү, уны шәхес, ил тотҡаһы булырҙай кеше итеп үҫтереү. Һәр осор мәктәпкә үҙ талаптарын ҡуя. Шуға ла мәғариф өлкәһендә бер туҡтауһыҙ үҙгәреш, заманға бәйле яңыртыуҙар булып тороуына ғәжәпләнәһе түгел.


Әлбиттә, был юлда уңыш ҡына тү­гел, ҡайһы саҡ яңылышлыҡтар ҙа осрай. Ҡаш яһайым тип күҙ сығарған саҡтар ҙа етерлек. Быларҙың барыһы ла белем биреүҙе камиллаштырыу, си­фатты яҡшыртыу, заман талаптарына яраҡлаштырыу маҡсатына йү­нәлтелгән эҙләнеү юлындағы тын­ғы­һыҙ хеҙмәт икәнен оноторға ярамай. Киң күләмле эштә бер нисә генә кешенең фекеренә таянып, ҡабаланыу дөрөҫ түгел. Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һа­лыу, фекер уртаҡлашыу булғанда ғына ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин буласаҡ.
Был йәһәттән республиканың Мәға­риф министрлығы мөмкин тиклем ты­рыш­лыҡ күрһәтә. Әйтәйек, яңы та­лап­тарға таянып, әленән-әле заманса дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар баҫтырыла һәм белем усаҡтарына таратыла. Туған телдәрҙе уҡытыу ҙа юлға һалынды тип әйтергә була. Ә инде был эште тор­мошҡа ашырыуҙың сифатына кил­гән­дә, ул һәр уҡытыусының, мәктәп етәк­селегенең выжданында. Бөгөнгө педагогтарға бит барлыҡ һәләтте һалып, ижади эшләү, ирекле дәрестәр үткәреү хоҡуғы бирелә. Ошондай маҡ­сат киң йәйелдерелһә, ҡала мәктәп­тәрендә лә туған телдең бәҫе күтә­релер ине.
Минеңсә, Мәғариф министрлығы, ра­йон хакимиәтенең мәғариф идара­лығы белгестәре айырым башҡорт теле уҡытыусыһының рәттән бер нисә дәресендә ҡатнашып, педагогка нин­дәй ярҙам кәрәклеген асыҡлап, уның эшен яйға һалыуҙы ойошторһа, насар булмаҫ ине. Ошондай сара тәүҙә бер мәктәптә, унан икенсеһендә, өсөн­сөһөндә уҙғарылһа, дөйөм сифат, һис шикһеҙ, яҡшырыр. Туған телде уҡытыу эшенә һәр кем яуаплы ҡарай башлар ине, тип уйлайым.
Ғәҙәттә, һәр яңы уҡыу йылы алдынан матбуғат баҫмаларында ғалимдар, яҙыусылар, хаҡлы ялдағы тәжрибәле уҡытыусылар үҙҙәренең кәңәштәре, белем биреүҙең сифатын күтәреү йә­һә­тенән фәһемле тәҡдимдәре менән сы­ғыш яһай торғайны. Быйыл ундай яҙма­ларҙың аҙ булыуы эсте бошорҙо. Ә бит йәш быуынды тәрбиәләү мәсьә­ләһен ыңғай хәл итеүҙә тотош илдең ҡатнашыуы мөһим. Әйткәндәй, “Баш­ҡорт­остан” гәзитендә педагогик йәм­ғиәт­кә киң билдәле, бай тәжрибәле за­мандашыбыҙ Сәлимйән Ғүмәровтың күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе. Уны күргәс, күңелгә рәхәт булып китте. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәш Ғүмәров һуғыш йылдарындағы үҙ тормошон сағылдырыуға күберәк урын бүлгән. Һүҙ юҡ: йәштәр тарихты бе­лер­гә бурыслы. Шулай ҙа бөгөнгө проб­ле­маларҙы ситтә ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Мәҡәлә авторы, мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән остаз бу­лараҡ, тармаҡты әлеге көрсөктән сы­ғарыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерһә, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Бул­дыҡлы кәңәштәргә мохтажлыҡ кисергән саҡ бит. Был йәһәттән республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың “Башҡортостан” гәзите редакцияһында халыҡ менән телефон аша тура бәйләнеш ойоштороуы ифрат әһәмиәтле булды. Әңгәмә барышында төрлө бәхәсле мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелде, кешеләр үҙен борсоған һорауҙарға аныҡ яуап алды.
Эйе, күптәрҙе ауыл мәктәптәренең ябылыуы хафаға һала. Бындай осраҡ­тарға байтаҡ ерҙә үҙемдең дә шаһит булғаным бар. Ябылыу, ҡыҫ­ҡартыуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да дауам итә. Ауыр хәл өсөн ҡайһы берәүҙәр район етәкселеген ғәйепләй, бәғзеләр министрлыҡты һүгә. Ә бит, төптән уйлап ҡарағанда, мәсьәлә бөтөнләй икенселә. Уҙған быуат аҙаҡтарында колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу арҡаһында ауыл кешеләре эшһеҙ ҡалды, һөҙөмтәлә күптәр аҡса табыу сығанағы эҙләп сит яҡтарға таралды. Хәҙер иһә юғарынан: “Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү зарур”, — тип күрһәтмә бирәләр ҙә ул. Урында йәшәү шарттары тыуҙырылмағас, кеше унда нисек ҡайтһын? Тимәк, урындағы хужалыҡ, район һәм ауыл хакимиәттәре етәкселәренә үҙ төйәген һаҡлап ҡалыуҙы төп бурыс итеп йөкмәтеү кәрәк. Минеңсә, быны закон менән нығытыу мөһим. Юғиһә айырым ауылдарҙың ғына түгел, тотош илдең яҙмышы хәүеф аҫтында ҡаласаҡ.
Туған телде уҡытыу мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтҡанда, был йәһәттән айырыуса башҡорт телен дәүләт статусында өйрәтеү буйынса рес­пуб­ликаның Мәғариф министрлығы тарафынан байтаҡ эш башҡарылды. Шулай ҙа әле балалар баҡсаларында милли төркөмдәр асыу, кескәйҙәрҙе башҡорт класына әҙерләү бурысы аҙағынаса еткерелмәгән. Мәғариф тураһында ҡануниәттә әлеге мәсьәләгә ҡараш ыңғай булһа ла, ҡайһы бер ата-әсәнең ҡаршылыҡ тыуҙырыуы сәбәпле, йылдам алға барыу мөмкин түгел. Был замандаштарыбыҙ балаһын үҙ милләтенең вәкиле итеп тәрбиәләү бурысын онотоп ебәрә, ахыры. Ата-әсәгә ошоно аңлатыу, уларҙың үҙҙәренең дә милли аңын үҫтереү йәмәғәтселектең төп маҡсатына әйләнергә тейеш. Рәсәй гражданы булараҡ, һәр бала урыҫса оҫта һөйләй, дөрөҫ яҙа белергә, шул уҡ ваҡытта үҙ телен дә ныҡлы өйрәнергә, яратырға, үҫтерергә тейеш. Ә милли рух әсә ҡарынында, бишектә үк һалына башлай. Аҙаҡ балалар баҡсаһында, мәктәптә үҫтерелә. Ошондай тәрбиә алған йәш кеше, ҡайһы тарафта йөрөһә лә, үҙ милләтенең тоғро вәкиле булып ҡала.
Башланғыс мәктәптә туған телендә белем алған балаға артабан төп фәндәрҙе урыҫ телендә өйрәтә баш­ларға мөмкин. Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарына тейешле кимәлдә әҙерләнә аласаҡ. Ошо рәүешле рес­публикабыҙҙа ике дәүләт телен дә яҡшы белгән быуын тәрбиәләнәсәк. Был ҡатмарлы һәм үтә мөһим мәсьә­ләне ата-әсәгә аңлатыу зарур. Һө­ҙөмтәлә, минеңсә, башҡорт телен дәүләт статусында уҡытыу ҡаршы­лыҡтарға дусар булмаҫ ине.
Тимәк, йәмәғәтселек алдында аңла­тыу эшен туҡтауһыҙ алып барыу бурысы тора. Ә Мәғариф ми­нистр­лығының һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуына иманым камил. Юғиһә әле күпме бала туған телендә нәшер ителгән әҙәби китаптарҙы, милли матбуғат баҫмаларын уҡыуҙан, тарихи йырҙарыбыҙҙы аңлауҙан мәхрүм! Йәш быуынды үҙ ҡулыбыҙ менән наҙан, рухи яҡтан зәғиф итеп ҡалдырабыҙ түгелме? Кемдер килеп тормош ағышын үҙгәртер тип көтөп ултырырға ваҡыт юҡ. Беҙгә белемлеләр кәрәк. “Ғилемле ил бөлмәҫ” тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Тормошто яҡшы яҡҡа ҡоро һүҙ түгел, ә ғәмәли эштәр менән генә үҙгәртеп булыр. Халыҡ хәҡиҡәтте аңлаһа, ил һаҡланыр, ауылдар сәскә атыр, мәктәптәр йәшәр, элеккесә балалар тауышына күмелер. Иң мөһиме – бер төптән кәңәшләшеп эшләргә, белемле, илһөйәр граждандар тәрбиәләүҙе төп бурыс итеп алырға кәрәк.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 116

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 469

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 103

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 913

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 675

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 258

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 581

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 443

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532