Мәктәп. Был һүҙ һәр милләт телендә төрлөсә яңғыраһа ла, мәғәнәһе, маҡсаты бер — балаға белем биреү, уны шәхес, ил тотҡаһы булырҙай кеше итеп үҫтереү. Һәр осор мәктәпкә үҙ талаптарын ҡуя. Шуға ла мәғариф өлкәһендә бер туҡтауһыҙ үҙгәреш, заманға бәйле яңыртыуҙар булып тороуына ғәжәпләнәһе түгел. Әлбиттә, был юлда уңыш ҡына түгел, ҡайһы саҡ яңылышлыҡтар ҙа осрай. Ҡаш яһайым тип күҙ сығарған саҡтар ҙа етерлек. Быларҙың барыһы ла белем биреүҙе камиллаштырыу, сифатты яҡшыртыу, заман талаптарына яраҡлаштырыу маҡсатына йүнәлтелгән эҙләнеү юлындағы тынғыһыҙ хеҙмәт икәнен оноторға ярамай. Киң күләмле эштә бер нисә генә кешенең фекеренә таянып, ҡабаланыу дөрөҫ түгел. Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалыу, фекер уртаҡлашыу булғанда ғына ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин буласаҡ.
Был йәһәттән республиканың Мәғариф министрлығы мөмкин тиклем тырышлыҡ күрһәтә. Әйтәйек, яңы талаптарға таянып, әленән-әле заманса дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар баҫтырыла һәм белем усаҡтарына таратыла. Туған телдәрҙе уҡытыу ҙа юлға һалынды тип әйтергә була. Ә инде был эште тормошҡа ашырыуҙың сифатына килгәндә, ул һәр уҡытыусының, мәктәп етәкселегенең выжданында. Бөгөнгө педагогтарға бит барлыҡ һәләтте һалып, ижади эшләү, ирекле дәрестәр үткәреү хоҡуғы бирелә. Ошондай маҡсат киң йәйелдерелһә, ҡала мәктәптәрендә лә туған телдең бәҫе күтәрелер ине.
Минеңсә, Мәғариф министрлығы, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгестәре айырым башҡорт теле уҡытыусыһының рәттән бер нисә дәресендә ҡатнашып, педагогка ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡлап, уның эшен яйға һалыуҙы ойошторһа, насар булмаҫ ине. Ошондай сара тәүҙә бер мәктәптә, унан икенсеһендә, өсөнсөһөндә уҙғарылһа, дөйөм сифат, һис шикһеҙ, яҡшырыр. Туған телде уҡытыу эшенә һәр кем яуаплы ҡарай башлар ине, тип уйлайым.
Ғәҙәттә, һәр яңы уҡыу йылы алдынан матбуғат баҫмаларында ғалимдар, яҙыусылар, хаҡлы ялдағы тәжрибәле уҡытыусылар үҙҙәренең кәңәштәре, белем биреүҙең сифатын күтәреү йәһәтенән фәһемле тәҡдимдәре менән сығыш яһай торғайны. Быйыл ундай яҙмаларҙың аҙ булыуы эсте бошорҙо. Ә бит йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙә тотош илдең ҡатнашыуы мөһим. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитендә педагогик йәмғиәткә киң билдәле, бай тәжрибәле замандашыбыҙ Сәлимйән Ғүмәровтың күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе. Уны күргәс, күңелгә рәхәт булып китте. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәш Ғүмәров һуғыш йылдарындағы үҙ тормошон сағылдырыуға күберәк урын бүлгән. Һүҙ юҡ: йәштәр тарихты белергә бурыслы. Шулай ҙа бөгөнгө проблемаларҙы ситтә ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Мәҡәлә авторы, мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән остаз булараҡ, тармаҡты әлеге көрсөктән сығарыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерһә, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Булдыҡлы кәңәштәргә мохтажлыҡ кисергән саҡ бит. Был йәһәттән республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың “Башҡортостан” гәзите редакцияһында халыҡ менән телефон аша тура бәйләнеш ойоштороуы ифрат әһәмиәтле булды. Әңгәмә барышында төрлө бәхәсле мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелде, кешеләр үҙен борсоған һорауҙарға аныҡ яуап алды.
Эйе, күптәрҙе ауыл мәктәптәренең ябылыуы хафаға һала. Бындай осраҡтарға байтаҡ ерҙә үҙемдең дә шаһит булғаным бар. Ябылыу, ҡыҫҡартыуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да дауам итә. Ауыр хәл өсөн ҡайһы берәүҙәр район етәкселеген ғәйепләй, бәғзеләр министрлыҡты һүгә. Ә бит, төптән уйлап ҡарағанда, мәсьәлә бөтөнләй икенселә. Уҙған быуат аҙаҡтарында колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу арҡаһында ауыл кешеләре эшһеҙ ҡалды, һөҙөмтәлә күптәр аҡса табыу сығанағы эҙләп сит яҡтарға таралды. Хәҙер иһә юғарынан: “Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү зарур”, — тип күрһәтмә бирәләр ҙә ул. Урында йәшәү шарттары тыуҙырылмағас, кеше унда нисек ҡайтһын? Тимәк, урындағы хужалыҡ, район һәм ауыл хакимиәттәре етәкселәренә үҙ төйәген һаҡлап ҡалыуҙы төп бурыс итеп йөкмәтеү кәрәк. Минеңсә, быны закон менән нығытыу мөһим. Юғиһә айырым ауылдарҙың ғына түгел, тотош илдең яҙмышы хәүеф аҫтында ҡаласаҡ.
Туған телде уҡытыу мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтҡанда, был йәһәттән айырыуса башҡорт телен дәүләт статусында өйрәтеү буйынса республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан байтаҡ эш башҡарылды. Шулай ҙа әле балалар баҡсаларында милли төркөмдәр асыу, кескәйҙәрҙе башҡорт класына әҙерләү бурысы аҙағынаса еткерелмәгән. Мәғариф тураһында ҡануниәттә әлеге мәсьәләгә ҡараш ыңғай булһа ла, ҡайһы бер ата-әсәнең ҡаршылыҡ тыуҙырыуы сәбәпле, йылдам алға барыу мөмкин түгел. Был замандаштарыбыҙ балаһын үҙ милләтенең вәкиле итеп тәрбиәләү бурысын онотоп ебәрә, ахыры. Ата-әсәгә ошоно аңлатыу, уларҙың үҙҙәренең дә милли аңын үҫтереү йәмәғәтселектең төп маҡсатына әйләнергә тейеш. Рәсәй гражданы булараҡ, һәр бала урыҫса оҫта һөйләй, дөрөҫ яҙа белергә, шул уҡ ваҡытта үҙ телен дә ныҡлы өйрәнергә, яратырға, үҫтерергә тейеш. Ә милли рух әсә ҡарынында, бишектә үк һалына башлай. Аҙаҡ балалар баҡсаһында, мәктәптә үҫтерелә. Ошондай тәрбиә алған йәш кеше, ҡайһы тарафта йөрөһә лә, үҙ милләтенең тоғро вәкиле булып ҡала.
Башланғыс мәктәптә туған телендә белем алған балаға артабан төп фәндәрҙе урыҫ телендә өйрәтә башларға мөмкин. Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарына тейешле кимәлдә әҙерләнә аласаҡ. Ошо рәүешле республикабыҙҙа ике дәүләт телен дә яҡшы белгән быуын тәрбиәләнәсәк. Был ҡатмарлы һәм үтә мөһим мәсьәләне ата-әсәгә аңлатыу зарур. Һөҙөмтәлә, минеңсә, башҡорт телен дәүләт статусында уҡытыу ҡаршылыҡтарға дусар булмаҫ ине.
Тимәк, йәмәғәтселек алдында аңлатыу эшен туҡтауһыҙ алып барыу бурысы тора. Ә Мәғариф министрлығының һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуына иманым камил. Юғиһә әле күпме бала туған телендә нәшер ителгән әҙәби китаптарҙы, милли матбуғат баҫмаларын уҡыуҙан, тарихи йырҙарыбыҙҙы аңлауҙан мәхрүм! Йәш быуынды үҙ ҡулыбыҙ менән наҙан, рухи яҡтан зәғиф итеп ҡалдырабыҙ түгелме? Кемдер килеп тормош ағышын үҙгәртер тип көтөп ултырырға ваҡыт юҡ. Беҙгә белемлеләр кәрәк. “Ғилемле ил бөлмәҫ” тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Тормошто яҡшы яҡҡа ҡоро һүҙ түгел, ә ғәмәли эштәр менән генә үҙгәртеп булыр. Халыҡ хәҡиҡәтте аңлаһа, ил һаҡланыр, ауылдар сәскә атыр, мәктәптәр йәшәр, элеккесә балалар тауышына күмелер. Иң мөһиме – бер төптән кәңәшләшеп эшләргә, белемле, илһөйәр граждандар тәрбиәләүҙе төп бурыс итеп алырға кәрәк.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.