Күптән түгел Мәскәү өлкәһенең Звенигород ҡалаһында Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен урыҫ теленә тәржемә итеү буйынса тәржемәселәр форумы булып уҙҙы. Унда Башҡортостандан өс яҙыусы — “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, “Бельские просторы” журналының яуаплы сәркәтибе Салауат Вахитов, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов — ҡатнашты. Оло ҡорҙа күтәрелгән мәсьәләләр тураһында беҙ «Аҡ торна» төрки телле әҙәбиәтен урыҫсаға тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара бәйге лауреаты Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Форумда ҡайһы яҡтарҙан вәкилдәр ҡатнашты, унда эш нисегерәк ҡоролғайны?
– Был киң ҡоласлы сараны “Социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль программалар фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, “Дружба народов” һәм “Иностранная литература” әҙәби журналдары редакциялары, “Тәржемә институты” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғарҙы. Асылда был – элекке ҙур илебеҙҙә дәүләт ҡурсауы аҫтында киң ҡолас алған ҡатлы-ҡатлы тәржемә мәктәбен тергеҙергә тырышыу. 2015 йыл Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеп, махсус программа булдырылыуы, байтаҡ сара үткәрелеүе илебеҙ етәкселеге, ниһайәт, милли әҙәбиәттәрҙең юҡҡа сығыуы менән мәҙәниәтебеҙгә ниндәй оло хәүеф янауын аңлай башланы тигән өмөт уята. Рәсәйҙә әле халыҡтар үҙ мәҙәниәтен үҙе һаҡларға мәжбүр. Үҙаллылыҡтарҙың бәләһе тап ошондай аралашыуҙар, осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып, барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып, эшлекле һөйләшеүҙәр мөмкин булмауындалыр. Фонд етәксеһе Сергей Филатов сараның артабан йыл һайын ойоштороласағы, киңерәк ҡолас аласағы тураһында хәбәр итте. Әлегә был форумға 14 телдән урыҫсаға тәржемә итеүсе 30 автор йыйылды.
– Рәсәйҙә йөҙәрләгән халыҡ йәшәй бит, бигүк күмәк булмағанһығыҙ икән дә...
– Иң әүҙем эшләүселәр, саҡырыуға шунда уҡ яуап биреүселәр, тип аңларға кәрәк быны. Килә алмаусылар байтаҡ булды, ҡулъяҙмалар йыйыу бик һүлпән барғас, үткәреү ваҡыттары ла кисектерелеп торҙо. Бында ҡатнаша алмай ҡалған башҡа милли әҙәбиәттәрҙең хәле ниндәйерәк икәнен самаларға мөмкин. Ләкин артабан был сараларға күберәк тәржемәсе йәлеп ителер, тип ышандыра ойоштороусылар.
– Ниҙәр ҡаралды инде унда, ниндәй мәсьәләләр күтәрелде?
– Тикшерер өсөн тәржемә өлгөләрен алдан уҡ йыйып алғайнылар. Барыһы ла Интернет аша эшләнде. Тегендә йыйылғас, бер-беребеҙ менән танышып алдыҡ та шуларҙы тикшерергә керештек. Тәртибе былай: автор ҡулъяҙманың оригиналын уҡып күрһәтә – быныһы телдең аһәңен яңғыратыр өсөн. Унан һуң алдан билдәләнгән берәү һинең тәржемә әҫәреңә ентекле анализ яһай. Иң мөһиме — төрлө яҡтан яуған һорауҙарға теүәл аңлатма биреп ултырырға кәрәк, аҡланырға түгел, ә лайыҡлы һаҡланырға! Былары ҡулъяҙмалар тикшереү эшенә ҡағыла. Унан тыш, тәржемә мәсьәләләренә ҡағылышлы лекциялар тыңланыҡ, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрҙек, шиғыр кисәләре ойошторҙоҡ, төрлө яҡтан килгән коллегаларыбыҙ менән әҙәбиәт торошо тураһында әңгәмәләр ҡорҙоҡ...
Тәржемә институтының директоры, нәшерсе Евгений Резниченко әйтеүенсә, урыҫ классикаһын донъялағы барлыҡ тиерлек телдәргә тәржемәләү һәм таратыу буйынса бик ҙур эштәр башҡарыла, сөнки башҡа халыҡтар илебеҙ тураһында әҙәбиәт, мәҙәниәт аша белергә тейеш. Статистика буйынса, беҙҙең илдә йыл һайын 15 мең төр тәржемәи китап нәшер ителә, ә һәр 12 тәржемәнән 10 китап инглиз теленән икән. Һуңғы утыҙ йыл эсендә генә Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита”һы итальян теленә 12 тапҡыр тәржемә ителгән! Евгений Резниченко етәкселегендәге институт урыҫ әҙәбиәтен бар донъяға таратыу маҡсаты менән ойошторолған. Улар ҙа йыл һайын әҙәби тәржемәселәр конгресы үткәреп тора, бар донъя телдәренән тәржемә итеүселәрҙе йыя.
– Ә милли телдәргә мөнәсәбәте бармы был институттың һәм башҡа шундай ойошмаларҙың?
– Бар, әлбиттә. Сөнки ҡайһы телдең урыҫ теле өсөн сит икәнлеге әле һаман аныҡланып бөтмәгән бит. Мәҫәлән, Беларусь менән беҙ бер бөтөндө тәшкил итәбеҙ, ә Балтик буйы илдәре менән бәйләнештәр күптән өҙөлгән. Урта Азия менән дә бәйләнештәрҙе яңыртаһы бар. Ләкин был эшмәкәрлек саҡ башланып ҡына тора икән, әлегә 2018 йылға тиклем генә эш программаһы төҙөлгән. Әйтеүҙәренсә, Үзбәкстан менән әҙәби бәйләнештәрҙе яңыртыу тәҡдименә теге яҡтан битарафлыҡ күрһәткәндәр, ҡайһы бер илдәрҙә урыҫ теле һәм әҙәбиәте бөтөнләй онотолған.
– Тәржемә мәсьәләләренә яҡыныраҡ килһәк...
– “Дружба народов” журналының баш мөхәррире Александр Эбаноидзе был йәһәттән Сыңғыҙ Айытматовтың бик тапҡыр әйтемен иҫкә төшөрҙө: “Шәп әҫәрҙең урыҫса тәржемәлә баҫылып сығыуы – бәләкәй халыҡтың яҡшы атта оло донъяға юлланыуы ул”. “Әҙәбиәттәр һәм яҙыусылар ҙур һәм бәләкәй булмай, — тине ул. — Хоҙай биргән оло һәләтте бәләкәй ареалда бик мөсһөҙ һөҙөмтә менән файҙаланыу бар”. Йәғни, кемдер берәү бик тапҡыр әйтеүенсә, атом энергияһында бер котелок һыу ҡайнатыуға тиң был.
Барыһында ла шик тыуҙырып, оло бәхәс сығарған тема ошо ине: кем һәм нисек билдәләргә тейеш һуң автор һәм тәржемәсе һайлауҙы? Әле дәүләт гранттарҙы нәшриәттәргә бирә. Бер уйлаһаң, дөрөҫ тә һымаҡ: ахырғы продукцияны – әҙәби китапты — бит нәшриәт сығара, күләмен һәм тиражын билдәләй, таратыуҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Әгәр китап һатылмай ятһа, нәшриәт сарыф ителгән аҡса өсөн яуап тоторға тейеш. Ә тәржемәсе ҡайҙа был сылбырҙа? Юҡ ул. Бер тәржемәсегә лә, мин халҡымдың аҫыл әҙәби өлгөһө булған шул-шул авторҙың әҫәрҙәрен урыҫса ла яңғыратырға теләйем, тип барһа, тәржемә итеү өсөн грант бирмәйәсәктәр.
Тәржемәселәр мәктәбе юҡҡа сыҡҡан беҙҙә. Һәүәҫкәрлек кимәленә төшкән был шөғөл әлегә энтузиастар иҫәбенә йәшәп килә. Ләкин һәр нәмәне һәүәҫкәрҙәр генә лә башҡара алмай – үтә етди проекттар ҙа булыусан. Былтыр, мәҫәлән Ҡытай менән Рәсәй араһында 50-шәр томлыҡ әҙәби мираҫты нәшер итеү буйынса ике яҡлы килешеү төҙөлгән. Әлеге схемаға ярашлы, нәшриәттәр тәржемәсе менән килешеү төҙөргә, артабан уларҙың хеҙмәтен мөхәррирләүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш. “Ә бармы беҙҙә ҡытай телен юғары художестволы кимәлдә белгән әҙәбиәтселәр? – тигән риторик һорау ҡуя Евгений Резниченко. – Ҡытайҙарҙың беҙгә ниндәй әҙәби материал килтереп ташлағанын береһе лә тикшереп ҡарай алмаясаҡ бит”.
Тәржемә мәктәбе тип һөйләйбеҙ икән, уларҙы уҡытыу, әҙерләп сығарыу тураһында һүҙ сыға. Был йәһәттән Әҙәбиәт институтында тәржемә кафедраһын тергеҙеү идеяһы бар. Тик был әлегә хыял һәм теләк кимәленән уҙа алмай, сөнки ул ниндәй формала булырға, уҡытыу ниндәй схема буйынса барырға тейешлеген, уҡыусыларҙы ниндәй сифатҡа ҡарап йыйырға икәнлеген береһе лә белмәй. Иң мөһиме – уҡып сыҡҡан кешеләр эш менән тәьмин ителә алырмы? Совет осоронда һуңғы тәржемәсе курстарын тамамлап ҡайтҡан Башҡортостан йәштәре төркөмө ҡомға һеңгән һыу кеүек юҡҡа сығыуын беләбеҙ, ҡалғандарын да шул яҙмыш көтмәгәйе.
— Мөхәррирләү өлкәһендә ниндәй мәсьәләләр бар?
– Тәржемә өлкәһендә оло, һаман хәл ителмәгән һәм артабан да киҫкенләшә генә барған бер мәсьәлә – әҫәрҙәрҙе мөхәррирләү эше. Китапты баҫмаға әҙерләү сылбырында бик мөһим этап был. Әйткәндәй, мөхәррирҙәр бер китапта ғына түгел, гәзит-журналдарҙа ла, радио-телевидениела ла бар. Тәржемәсе ҡулъяҙма эшләп бирә. Уның сифатлымы-түгелме икәнен белмәүе лә ихтимал – ҡулынан килгәнде башҡарған ул. Мөхәррирҙең бурысы икенсерәк: ул әҫәрҙе сығарыу-сығармауҙы хәл итә, тимәк, иң тәүҙә уның сифатын уҡыусы күҙлегенән баһалай, сөнки китап йә журналдың артында уның ҡултамғаһы торасаҡ. Әгәр “сығарырға кәрәк” тигән һығымтаға килһә, әҫәр өҫтөндә ентекле эш башлана – бер телдән икенсеһенә күсергәндә тел үҙенсәлектәренә бәйле бик күп төрлө хаталар килеп сыға. Быны тәржемә материалы менән эш иткән һәр кем белә: башҡорт һәм урыҫ телдәрендә, мәҫәлән, һөйләм ҡоролошо ла ике төрлө.
Тәржемәселәр мәктәбе юҡҡа сыҡҡан һымаҡ, мөхәррир тигән һөнәр оҫталары ла илебеҙҙә бик һирәк ҡалған. Шуға ла нәшриәттәр күпселектә, ҡулъяҙманы ниндәй сифатта алһа, шундай уҡ итеп баҫтырып сығара.
Тәржемәсе, ике телде лә белмәү сәбәпле, һүҙҙең тура мәғәнәһен генә аңлай, ә мөхәррир уны контекста күрергә, тойорға бурыслы, сөнки ул оригинал менән дә сағыштырып ҡарай, ә урыҫ телен бик яҡшы белә. Үҙе белмәһә, белгестәргә мөрәжәғәт итә. Һәр хәлдә, үҙ эшен намыҫлы башҡарған мөхәррирҙе шулай ентекле, иғтибарлы, һәр һөйләмде шик аҫтына алып тикшереүсән итеп күҙ алдына килтерәм мин.
– Ә һеҙ ниндәй талаптар буйынса тикшерҙегеҙ тәржемә өлгөләрен?
– Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тикшергәндә әле әйтеп үтелгән нәмәләр шик аҫтына алынманы, һәр кем мәсьәләнең шулай ҡуйылыуын тәбиғи тип ҡабул итте. Шулай ҙа ҡыҙыу бәхәс тыуҙырған темалар ҙа килеп сыҡҡыланы.
Ҡулъяҙмалар алдан ебәрелеп, барыһына ла таныш булғас, эш былай ҡоролғайны: башта тәржемәсе автор әҫәренең оригиналын уҡый, аҙаҡтан уға тәғәйенләнгән бер кеше тәржемәләнгән әйбергә ентекле анализ яһай, уны һүҙмә-һүҙ тәржемә (подстрочник) менән сағыштыра. Күпселек тик “подстрочник” аша эшләгәнлектән, ошо алым иң ҡулайы тип табылды. Туранан-тура тәржемә итеүселәр минән башҡа тағы бер-икәү генә булып сыҡты. Бәхәсле мәсьәләләрҙең беренсеһе шунда уҡ тыуҙы: тәржемә итеү өсөн тексты нисек һайларға? Был һорауҙы беҙҙең Айҙар Хөсәйенов тикшерелгән кешеләргә әйләнгән һайын бирә: “Ни өсөн һин урыҫсаға тәржемә итер өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланың?” Йәғни “тәҡдим иттеләр”, “автор үҙе һораны”, “ишеткәнем бар ине” һ.б. фараздар тыуҙыра был һорау. Ысынлап та, әгәр кеше текстың оригиналын уҡый алмай икән, ул был әҫәрҙең шәпме-түгелме икәнлеген билдәләй алмай бит. Мин Новосибирскиҙан килгән, башҡортсанан урыҫсаға шиғырҙар тәржемә иткән Ирина Куртмазоваға шул уҡ һорауҙы бирҙем. Баҡтиһәң, шиғри юлдарының урыҫсаға ауҙармаһын автор үҙе тәҡдим итә икән. Ошо уҡ хәл Ставрополдән килгән Андрей Недавний менән дә ҡабатланды. Телде белмәгән тәржемәсе иң тәүҙә үк тәржемә итеү өсөн текст һайлау мәсьәләһенә төртөлә. Мин, әлбиттә, был икәүгә әҙәбиәтебеҙҙәге лайыҡлы әҫәрҙәрҙең ауҙармаһын ебәрергә вәғәҙә иттем. Ростовтан килгән Александр Пряжников Интернетта берҙәм ауҙармалар – подстрочниктар — базаһын булдырырға тәҡдим итте. Дәррәү хупланған был идеяны тормошҡа ашырыуҙы уның үҙенә йөкмәттек.
Икенсе һорау Ҡазандан Наил Ишмөхәмәтов менән минең арала ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырҙы: тәржемәсе ниндәй кимәлдә автор тексына тоғро ҡалырға тейеш? Йәғни, әгәр һин тәржемәләү ваҡытында авторҙың оригиналы урыҫса бөтөнләй яңғырамай икәнен күрһәң, уны яраҡлаштырып үҙгәртергә хаҡың бармы? Юҡ, ти Наил, ул автор тексын һүҙмә-һүҙ ауҙарыу яҡлы. Шул кистә үк беҙ Андрей менән уның шиғри тәржемәләрендә ошо принциптың “эшләмәүенә” юлыҡтыҡ: ул тәҡдим иткән текстарҙың ҡайһыһы – ауҙарма, ә ҡайһыһы ысын тәржемә икәнлеген билдәләп тә булмай, сөнки ул ғәжәйеп рәүештә икеһен дә бер үҙе башҡара.
Ана шунда оригиналды белеүем ярҙам итте лә инде. Мин иһә алдан уҡ автор менән килешеп, әгәр шундай урындар булһа, ирекле тәржемә яҡлылығымды белдереүемде әйттем. “Әгәр автор риза булмаһа!..” “Улайһа, тәржемә лә булмай, йә уның аҫтында минең фамилиям тормаясаҡ!..” Прозала мин тотошлай ирекле тәржемә яҡлы (жанр үҙенсәлеге быға мөмкинлек бирә), уны алдан уҡ автор менән һөйләшеп ҡуям. Ә бына шиғырҙа был һаҡ тигеҙлекте мөмкин тиклем һаҡларға тырышам, сөнки теҙмә текста, иркенләп китһәң, бөтөнләй юлдан яҙыуың ихтимал.
Шиғриәтте тәржемә иткәндә оригиналды мөмкин тиклем һаҡларға ынтылыу (формаһын, образдарҙы, автор стилен һ. б.) кәрәклеге менән барыһы ла ризалашты. Ләкин был тигеҙләмәне тотоуы бик ҡыйын, ҡайһы саҡта махсус рәүештә автор формаһын боҙорға тура килә. Оригинал менән тәржемә араһында айырмалыҡтар килеп сығыуы алдыбыҙға шунда уҡ бер нисә һорау ҡуя. Шиғри тексҡа күпме аңлатма булырға тейеш? Бер шиғырҙың аҫтына йондоҙсоҡтар менән билдәләп ярты битлек аңлатма теҙһәң, һөйләгән саҡта ул аңлатмаларҙы тыңлаусыға нисек еткерергә? Беҙ бер-беребеҙгә ундай һорауҙарҙы күп бирҙек – өлгөр генә. Берҙән, тәржемә ителмәй торған һүҙҙәр була, икенсенән, миллилекте һаҡлау өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итмәй ҡалдырыу фарыз. Унан, “авторлаштырылған тәржемә” тигән һүҙбәйләнеште нисек аңларға? Быға яуапты иң өлкән ағайҙар ҙа бирә алманы. Ахыр килеп, күмәк көс менән ошондай һығымтаға килдек: был төшөнсә тәржемәсенең алдан уҡ оригиналдағы үҙгәрештәрҙе автор менән килешеп, иркен эш итергә фатиха алыуылыр.
Ғөмүмән, шиғри әҫәрҙәрҙе тикшереү прозаға ҡарағанда ҡыҙығыраҡ булып сыҡты. Сөнки прозала әленән-әле бер нәмә ҡалҡып сығып тора: хата бар, яңылышлыҡ ярылып ята, тик был автор хатаһымы, әллә тәржемәсенең һүҙмә-һүҙлелеккә тартылыу бәләһеме? Шуға ла: “Был һорау миңә түгел, ә авторға”, – тип аҡланыуҙар йышая. Минең өс строфалыҡ шиғырҙы тиҫтәләгән белгестең сәғәт буйы тикшергәнен бик күптән күргәнем юҡ ине. “Эх, үҙебеҙҙең Шиғриәт секцияһында булһын ине шундай талапсанлыҡ!” – тип көнләшеүемде йәшермәнем. Әйтергә кәрәк, оригинал менән сағыштырып ҡарағас та, етешһеҙлектәрҙең ауҙарма-подстрочниктың хаталы эшләнеүенән икәнлеге асыҡлана. Тәржемәсенең оригинал ҡыҫаларынан иреккә сығырға тырышыуы ла ғәжәйеп үҙгәрештәргә килтерә. Асылда шағирҙың үҙенән бер нәмә лә ҡалмай.
– Дөйөм алғанда, һин тәржемәселәр форумы эшенән ҡәнәғәт ҡалдың инде?
– Һәр лекция, семинар, саранан һуң үҙебеҙ айырым тикшереү үткәрергә өйрәнгәс, беҙ был форумдың үҙебеҙ өсөн файҙалы яҡтарын самалап сыҡтыҡ. Иң ҙур асыш барыбыҙға ла күптән мәғлүм: тоташ глобалләштереү заманында тәржемәнең әһәмиәте арта бара, уның өсөн бик күп мөмкинлектәр асыла. Бында эш башҡарыусыларҙың үҙенән генә тора. Баҡтиһәң, заказдар ҙа күп, дәүләт яҡлауы ла бар, гранттар ҙа төрлө йүнәлештәр буйынса бүленеп тора. Әйткәндәй, “Иностранная литература”, “Дружба народов” журналдары сығымдарының байтаҡ өлөшөн шул гранттар ҡаплай. Ә улар бит – тәржемә баҫмалары. Тәүге вариантта беҙҙең “Бельские просторы” журналын да шундай баҫма булараҡ сығарыу ҡаралғайны. Тик беҙҙең берәй яҙыусының ул журналдарҙа баҫылыуы тураһында ишеткәнем юҡ, үҙемдең дә бер әҫәремде лә тәҡдим иткәнем булманы. Ошо Филатов фонды сығарған “Яңы яҙыусылар” китабында (Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ гранты менән) 84 автор араһында Нефтекаманан Вадим Солтановтың өс шиғырын ғына таба алдым.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.