Тәржемә – оло донъяға юл18.09.2015
Тәржемә – оло донъяға юл Күптән түгел Мәскәү өлкәһенең Звенигород ҡалаһында Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен урыҫ теленә тәржемә итеү буйынса тәржемәселәр форумы булып уҙҙы. Унда Башҡортостандан өс яҙыусы — “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, “Бельс­кие просторы” журналының яуаплы сәркәтибе Салауат Вахитов, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов — ҡатнашты. Оло ҡорҙа күтәрелгән мәсьәләләр тураһында беҙ «Аҡ торна» төрки телле әҙәбиәтен урыҫсаға тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара бәйге лауреаты Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Форумда ҡайһы яҡтарҙан вәкилдәр ҡатнашты, унда эш нисегерәк ҡорол­ғайны?
– Был киң ҡоласлы сараны “Социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль программалар фонды” коммерцияға ҡарамаған ойош­маһы, “Дружба народов” һәм “Иностранная литература” әҙәби журналдары редакциялары, “Тәржемә институты” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғарҙы. Асылда был – элекке ҙур илебеҙҙә дәүләт ҡурсауы аҫ­тын­да киң ҡолас алған ҡатлы-ҡатлы тәр­жемә мәктәбен тергеҙергә тырышыу. 2015 йыл Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеп, махсус программа булдырылыуы, байтаҡ сара үткәрелеүе илебеҙ етәкселеге, ниһайәт, милли әҙәбиәттәрҙең юҡҡа сығыуы менән мәҙәниәтебеҙгә ниндәй оло хәүеф янауын аңлай башланы тигән өмөт уята. Рәсәйҙә әле халыҡтар үҙ мәҙәниәтен үҙе һаҡларға мәжбүр. Үҙаллылыҡтарҙың бәләһе тап ошондай аралашыуҙар, осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып, барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып, эшлекле һөйләшеүҙәр мөмкин булмауындалыр. Фонд етәксеһе Сергей Филатов сараның артабан йыл һайын ойош­тороласағы, киңерәк ҡолас аласағы тураһында хәбәр итте. Әлегә был форумға 14 телдән урыҫ­саға тәржемә итеүсе 30 автор йыйылды.
– Рәсәйҙә йөҙәрләгән халыҡ йәшәй бит, бигүк күмәк булмағанһығыҙ икән дә...
– Иң әүҙем эшләүселәр, саҡырыуға шун­да уҡ яуап биреүселәр, тип аңларға кәрәк быны. Килә алмаусылар байтаҡ булды, ҡулъяҙмалар йыйыу бик һүлпән барғас, үткәреү ваҡыттары ла кисектерелеп торҙо. Бында ҡатнаша алмай ҡалған башҡа милли әҙәбиәттәрҙең хәле ниндәйерәк икәнен са­маларға мөмкин. Ләкин артабан был сара­ларға күберәк тәржемәсе йәлеп ителер, тип ышандыра ойоштороусылар.
– Ниҙәр ҡаралды инде унда, ниндәй мәсьәләләр күтәрелде?
– Тикшерер өсөн тәржемә өлгөләрен алдан уҡ йыйып алғайнылар. Барыһы ла Интернет аша эшләнде. Тегендә йыйылғас, бер-беребеҙ менән танышып алдыҡ та шу­ларҙы тикшерергә керештек. Тәртибе бы­лай: автор ҡулъяҙманың оригиналын уҡып күрһәтә – быныһы телдең аһәңен яңғы­ратыр өсөн. Унан һуң алдан билдәләнгән берәү һинең тәржемә әҫәреңә ентекле анализ яһай. Иң мөһиме — төрлө яҡтан яуған һорауҙарға теүәл аңлатма биреп ултырырға кәрәк, аҡланырға түгел, ә лайыҡлы һаҡ­ла­нырға! Былары ҡулъяҙмалар тикшереү эше­нә ҡағыла. Унан тыш, тәржемә мәсьә­ләләренә ҡағылышлы лекциялар тыңла­ныҡ, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрҙек, шиғыр кисәләре ойошторҙоҡ, төрлө яҡтан килгән коллегаларыбыҙ менән әҙәбиәт торошо тураһында әңгәмәләр ҡорҙоҡ...
Тәржемә институтының директоры, нә­шер­се Евгений Резниченко әйтеүенсә, урыҫ классикаһын донъялағы барлыҡ тиерлек телдәргә тәржемәләү һәм таратыу буйынса бик ҙур эштәр башҡарыла, сөнки башҡа ха­лыҡтар илебеҙ тураһында әҙәбиәт, мә­ҙә­ни­әт аша белергә тейеш. Статистика бу­йынса, беҙҙең илдә йыл һайын 15 мең төр тәр­же­мәи китап нәшер ителә, ә һәр 12 тәр­же­мәнән 10 китап инглиз теленән икән. Һуңғы утыҙ йыл эсендә генә Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита”һы итальян теленә 12 тап­ҡыр тәржемә ителгән! Евгений Резниченко етәкселегендәге институт урыҫ әҙә­биәтен бар донъяға таратыу маҡсаты менән ойош­торолған. Улар ҙа йыл һайын әҙәби тәр­же­мәселәр конгресы үткәреп тора, бар донъя телдәренән тәржемә итеүселәрҙе йыя.
– Ә милли телдәргә мөнәсәбәте бармы был институттың һәм башҡа шундай ойошмаларҙың?
– Бар, әлбиттә. Сөнки ҡайһы телдең урыҫ теле өсөн сит икәнлеге әле һаман аныҡланып бөтмәгән бит. Мәҫәлән, Беларусь менән беҙ бер бөтөндө тәшкил итәбеҙ, ә Балтик буйы илдәре менән бәйләнештәр күптән өҙөлгән. Урта Азия менән дә бәйлә­нештәрҙе яңыртаһы бар. Ләкин был эшмә­кәрлек саҡ башланып ҡына тора икән, әлегә 2018 йылға тиклем генә эш программаһы төҙөлгән. Әйтеүҙәренсә, Үзбәкстан менән әҙәби бәйләнештәрҙе яңыртыу тәҡдименә теге яҡтан битарафлыҡ күрһәткәндәр, ҡайһы бер илдәрҙә урыҫ теле һәм әҙәбиәте бөтөнләй онотолған.
– Тәржемә мәсьәләләренә яҡыныраҡ килһәк...
– “Дружба народов” журналының баш мөхәррире Александр Эбаноидзе был йәһәттән Сыңғыҙ Айытматовтың бик тапҡыр әйтемен иҫкә төшөрҙө: “Шәп әҫәрҙең урыҫ­са тәржемәлә баҫылып сығыуы – бәләкәй халыҡтың яҡшы атта оло донъяға юлланыуы ул”. “Әҙәбиәттәр һәм яҙыусылар ҙур һәм бәләкәй булмай, — тине ул. — Хоҙай биргән оло һәләтте бәләкәй ареалда бик мөсһөҙ һөҙөмтә менән файҙаланыу бар”. Йәғни, кемдер берәү бик тапҡыр әйтеүенсә, атом энергияһында бер котелок һыу ҡайнатыуға тиң был.
Барыһында ла шик тыуҙырып, оло бәхәс сығарған тема ошо ине: кем һәм нисек билдәләргә тейеш һуң автор һәм тәржемәсе һайлауҙы? Әле дәүләт гранттарҙы нәшриәт­тәргә бирә. Бер уйлаһаң, дөрөҫ тә һымаҡ: ахырғы продукцияны – әҙәби китапты — бит нәш­риәт сығара, күләмен һәм тиражын билдә­ләй, таратыуҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Әгәр китап һатылмай ятһа, нәшриәт сарыф ителгән аҡса өсөн яуап тоторға тейеш. Ә тәржемәсе ҡайҙа был сылбырҙа? Юҡ ул. Бер тәрже­мәсегә лә, мин халҡымдың аҫыл әҙәби өлгөһө булған шул-шул авторҙың әҫәрҙәрен урыҫса ла яңғыратырға теләйем, тип барһа, тәржемә итеү өсөн грант бирмәйәсәктәр.
Тәржемәселәр мәктәбе юҡҡа сыҡҡан беҙ­ҙә. Һәүәҫкәрлек кимәленә төшкән был шөғөл әлегә энтузиастар иҫәбенә йәшәп килә. Ләкин һәр нәмәне һәүәҫкәрҙәр генә лә башҡара алмай – үтә етди проекттар ҙа булыусан. Былтыр, мәҫәлән Ҡытай менән Рәсәй араһында 50-шәр томлыҡ әҙәби мираҫты нәшер итеү буйынса ике яҡлы килешеү төҙөлгән. Әлеге схемаға ярашлы, нәшриәттәр тәржемәсе менән килешеү төҙөргә, артабан уларҙың хеҙмәтен мөхәр­рирләүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш. “Ә бармы беҙҙә ҡытай телен юғары художестволы кимәлдә белгән әҙәбиәтселәр? – тигән риторик һорау ҡуя Евгений Резниченко. – Ҡытайҙарҙың беҙгә ниндәй әҙәби материал килтереп ташлағанын береһе лә тикшереп ҡарай алмаясаҡ бит”.
Тәржемә мәктәбе тип һөйләйбеҙ икән, уларҙы уҡытыу, әҙерләп сығарыу тураһын­да һүҙ сыға. Был йәһәттән Әҙәбиәт институтында тәржемә кафедраһын тергеҙеү идеяһы бар. Тик был әлегә хыял һәм теләк кимәленән уҙа алмай, сөнки ул ниндәй формала булырға, уҡы­тыу ниндәй схема буйынса барырға тейешлеген, уҡыусыларҙы ниндәй сифатҡа ҡарап йы­йырға икәнлеген береһе лә белмәй. Иң мөһиме – уҡып сыҡ­ҡан кешеләр эш менән тәьмин ителә алыр­мы? Совет осоронда һуңғы тәржемәсе курс­тарын тамамлап ҡайтҡан Башҡорт­остан йәштәре төркөмө ҡомға һеңгән һыу кеүек юҡҡа сығыуын беләбеҙ, ҡалған­дарын да шул яҙмыш көтмәгәйе.
— Мөхәррирләү өлкәһендә ниндәй мәсьәләләр бар?
– Тәржемә өлкәһендә оло, һаман хәл ителмәгән һәм артабан да киҫкенләшә генә барған бер мәсьәлә – әҫәрҙәрҙе мөхәр­рир­ләү эше. Китапты баҫмаға әҙерләү сылбырында бик мөһим этап был. Әйткәндәй, мөхәррирҙәр бер китапта ғына түгел, гәзит-журналдарҙа ла, радио-телевидениела ла бар. Тәржемәсе ҡулъяҙма эшләп бирә. Уның сифатлымы-түгелме икәнен белмәүе лә ихтимал – ҡулынан килгәнде башҡарған ул. Мөхәррирҙең бурысы икенсерәк: ул әҫәр­ҙе сығарыу-сығармауҙы хәл итә, тимәк, иң тәүҙә уның сифатын уҡыусы күҙлегенән баһалай, сөнки китап йә журналдың артында уның ҡултамғаһы торасаҡ. Әгәр “сығарырға кәрәк” тигән һығымтаға килһә, әҫәр өҫтөндә ентекле эш башлана – бер телдән икенсеһенә күсергәндә тел үҙенсә­лектәренә бәйле бик күп төрлө хаталар килеп сыға. Быны тәржемә материалы менән эш иткән һәр кем белә: башҡорт һәм урыҫ телдәрендә, мәҫәлән, һөйләм ҡоро­лошо ла ике төрлө.
Тәржемәселәр мәктәбе юҡҡа сыҡҡан һымаҡ, мөхәррир тигән һөнәр оҫталары ла илебеҙҙә бик һирәк ҡалған. Шуға ла нәш­риәттәр күпселектә, ҡулъяҙманы ниндәй сифатта алһа, шундай уҡ итеп баҫтырып сығара.
Тәржемәсе, ике телде лә белмәү сәбәп­ле, һүҙҙең тура мәғәнәһен генә аңлай, ә мөхәррир уны контекста күрергә, тойорға бурыслы, сөнки ул оригинал менән дә сағыштырып ҡарай, ә урыҫ телен бик яҡшы белә. Үҙе белмәһә, белгестәргә мөрәжәғәт итә. Һәр хәлдә, үҙ эшен намыҫлы баш­ҡар­ған мөхәррирҙе шулай ентекле, иғтибарлы, һәр һөйләмде шик аҫтына алып тикше­реүсән итеп күҙ алдына килтерәм мин.
– Ә һеҙ ниндәй талаптар буйынса тикшерҙегеҙ тәржемә өлгөләрен?
– Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тикшергәндә әле әйтеп үтелгән нәмәләр шик аҫтына алынманы, һәр кем мәсьәләнең шулай ҡуйылыуын тәбиғи тип ҡабул итте. Шулай ҙа ҡыҙыу бәхәс тыуҙырған темалар ҙа килеп сыҡҡыланы.
Ҡулъяҙмалар алдан ебәрелеп, бары­һы­на ла таныш булғас, эш былай ҡоролғайны: баш­та тәржемәсе автор әҫәренең оригиналын уҡый, аҙаҡтан уға тәғәйенләнгән бер кеше тәржемәләнгән әйбергә ентекле анализ яһай, уны һүҙмә-һүҙ тәржемә (подстрочник) менән сағыштыра. Күпселек тик “под­строчник” аша эшләгәнлектән, ошо алым иң ҡулайы тип табылды. Туранан-тура тәржемә итеүселәр минән башҡа тағы бер-икәү генә булып сыҡты. Бәхәсле мәсьә­ләләрҙең беренсеһе шунда уҡ тыуҙы: тәржемә итеү өсөн тексты нисек һай­ларға? Был һорауҙы беҙҙең Айҙар Хөсәйенов тикшерелгән кешеләргә әйләнгән һайын бирә: “Ни өсөн һин урыҫсаға тәржемә итер өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланың?” Йәғни “тәҡдим иттеләр”, “автор үҙе һораны”, “ишет­кәнем бар ине” һ.б. фараздар тыу­ҙыра был һорау. Ысынлап та, әгәр кеше текстың оригиналын уҡый алмай икән, ул был әҫәрҙең шәпме-түгелме икәнлеген билдәләй алмай бит. Мин Новосибирскиҙан килгән, башҡортсанан урыҫсаға шиғырҙар тәржемә иткән Ирина Куртмазоваға шул уҡ һорауҙы бирҙем. Баҡтиһәң, шиғри юлда­рының урыҫсаға ауҙармаһын автор үҙе тәҡдим итә икән. Ошо уҡ хәл Ставрополдән килгән Андрей Недавний менән дә ҡабатланды. Телде белмәгән тәржемәсе иң тәүҙә үк тәржемә итеү өсөн текст һайлау мәсьәләһенә төртөлә. Мин, әлбиттә, был икәүгә әҙәбиәтебеҙҙәге лайыҡлы әҫәрҙәр­ҙең ауҙармаһын ебәрергә вәғәҙә иттем. Рос­товтан килгән Александр Пряжников Интернетта берҙәм ауҙармалар – подстрочниктар — базаһын булдырырға тәҡдим итте. Дәррәү хупланған был идеяны тор­мошҡа ашырыуҙы уның үҙенә йөкмәттек.
Икенсе һорау Ҡазандан Наил Ишмө­хә­мәтов менән минең арала ҡапма-ҡаршылыҡ тыу­ҙыр­ҙы: тәржемәсе ниндәй кимәлдә ав­тор тексына тоғро ҡалырға тейеш? Йәғни, әгәр һин тәрже­мәләү ваҡытында авторҙың оригиналы урыҫса бөтөнләй яңғырамай икәнен күрһәң, уны яраҡ­лаштырып үҙгәр­тергә хаҡың бармы? Юҡ, ти Наил, ул автор тексын һүҙмә-һүҙ ауҙарыу яҡ­лы. Шул кистә үк беҙ Андрей менән уның шиғ­ри тәрже­мәләрендә ошо принциптың “эш­лә­мәүенә” юлыҡтыҡ: ул тәҡдим иткән текстарҙың ҡайһыһы – ауҙарма, ә ҡайһыһы ысын тәржемә икәнлеген билдәләп тә булмай, сөнки ул ғәжәйеп рәүештә икеһен дә бер үҙе башҡара.
Ана шунда оригиналды белеүем ярҙам итте лә инде. Мин иһә алдан уҡ автор менән килешеп, әгәр шундай урындар булһа, ирекле тәржемә яҡлылығымды белдере­үемде әйттем. “Әгәр автор риза булмаһа!..” “Улайһа, тәржемә лә булмай, йә уның аҫтында минең фамилиям тормаясаҡ!..” Прозала мин тотошлай ирекле тәржемә яҡлы (жанр үҙенсәлеге быға мөм­кинлек бирә), уны алдан уҡ автор менән һөй­лә­шеп ҡуям. Ә бына шиғырҙа был һаҡ ти­геҙлекте мөмкин тиклем һаҡларға тырышам, сөнки теҙмә текста, иркенләп китһәң, бөтөнләй юлдан яҙыуың ихтимал.
Шиғриәтте тәржемә иткәндә оригиналды мөмкин тиклем һаҡларға ынтылыу (фор­маһын, образдарҙы, автор стилен һ. б.) кәрәклеге менән барыһы ла ризалашты. Ләкин был тигеҙләмәне тотоуы бик ҡыйын, ҡайһы саҡта махсус рәүештә автор форма­һын боҙорға тура килә. Оригинал менән тәржемә араһында айырмалыҡтар килеп сығыуы алдыбыҙға шунда уҡ бер нисә һорау ҡуя. Шиғри тексҡа күпме аңлатма булырға тейеш? Бер шиғырҙың аҫтына йондоҙсоҡтар менән билдәләп ярты битлек аңлатма теҙһәң, һөйләгән саҡта ул аңлат­маларҙы тыңлаусыға нисек еткерергә? Беҙ бер-беребеҙгә ундай һорауҙарҙы күп бирҙек – өлгөр генә. Берҙән, тәржемә ителмәй торған һүҙҙәр була, икенсенән, миллилекте һаҡлау өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итмәй ҡалдырыу фарыз. Унан, “авторлаш­тырылған тәржемә” тигән һүҙбәйләнеште нисек аңларға? Быға яуапты иң өлкән ағайҙар ҙа бирә алманы. Ахыр килеп, күмәк көс менән ошондай һығымтаға килдек: был төшөнсә тәржемәсенең алдан уҡ оригинал­дағы үҙгәрештәрҙе автор менән килешеп, иркен эш итергә фатиха алыуылыр.
Ғөмүмән, шиғри әҫәрҙәрҙе тикшереү прозаға ҡарағанда ҡыҙығыраҡ булып сыҡ­ты. Сөнки прозала әленән-әле бер нәмә ҡалҡып сығып тора: хата бар, яңылышлыҡ ярылып ята, тик был автор хатаһымы, әллә тәржемәсенең һүҙмә-һүҙлелеккә тартылыу бәләһеме? Шуға ла: “Был һорау миңә түгел, ә авторға”, – тип аҡланыуҙар йышая. Минең өс строфалыҡ шиғырҙы тиҫтәләгән белгес­тең сәғәт буйы тикшергәнен бик күптән күргәнем юҡ ине. “Эх, үҙебеҙҙең Шиғриәт секцияһында булһын ине шундай талап­санлыҡ!” – тип көнләшеүемде йәшермәнем. Әйтергә кәрәк, оригинал менән сағыштырып ҡарағас та, етешһеҙлектәрҙең ауҙарма-подстрочниктың хаталы эшләнеүенән икән­леге асыҡлана. Тәржемәсенең оригинал ҡыҫаларынан иреккә сығырға тырышыуы ла ғәжәйеп үҙгәрештәргә килтерә. Асылда шағирҙың үҙенән бер нәмә лә ҡалмай.
– Дөйөм алғанда, һин тәржемәселәр форумы эшенән ҡәнәғәт ҡалдың инде?
– Һәр лекция, семинар, саранан һуң үҙе­беҙ айырым тикшереү үткәрергә өйрәнгәс, беҙ был форумдың үҙебеҙ өсөн файҙалы яҡтарын самалап сыҡтыҡ. Иң ҙур асыш барыбыҙға ла күптән мәғлүм: тоташ глобал­ләштереү заманында тәржемәнең әһәмиәте арта бара, уның өсөн бик күп мөмкинлектәр асыла. Бында эш башҡарыусыларҙың үҙенән генә тора. Баҡтиһәң, заказдар ҙа күп, дәүләт яҡлауы ла бар, гранттар ҙа төрлө йүнәлештәр буйынса бүленеп тора. Әйткән­дәй, “Иностранная литература”, “Дружба народов” журналдары сығымдарының байтаҡ өлөшөн шул гранттар ҡаплай. Ә улар бит – тәржемә баҫмалары. Тәүге вариантта беҙ­ҙең “Бельские просторы” журналын да шундай баҫма булараҡ сығарыу ҡаралғайны. Тик беҙҙең берәй яҙыусының ул журнал­дарҙа баҫылыуы тураһында ишеткәнем юҡ, үҙемдең дә бер әҫәремде лә тәҡдим иткәнем булманы. Ошо Филатов фонды сығарған “Яңы яҙыусылар” китабында (Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ гранты менән) 84 автор араһында Нефтекаманан Вадим Солтановтың өс шиғырын ғына таба алдым.

Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад