Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ!”
“Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ!” Баш ҡалабыҙ “илап” оҙатып ҡалһа ла, Баҡалыла көн аяҙ ине.
— Ҡояшты әллә һеҙ алып килдегеҙ, ҡыҙҙар, — тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе райондың “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәсим Шакиров. — Ошоғаса ямғыр туҡтамай яуҙы. Хатта яландарға сығырға форсат булманы. Һөҙөмтәлә ураҡты һаман теүәлләп булмай. Бөгөн, күҙ теймәһен, көн аяҙ торорға оҡшай.


Ысынлап та, ауыл хужалы­ғында­ғы уңыш-ҡаҙаныш ер кешеһенең генә тырышлығынан тормай шул. Күп нәмә тәбиғәт шарттарына бәйле. Ямғырҙың ваҡытында яумауы, ҡыштың ҡарһыҙ булыуы йә иһә сәсеү мәлендә көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы – барыһы ла ураҡ осоронда сағылыш таба. Әйтәйек, быйылғы майҙағы томралыҡ сөгөлдөр орлоғо шытҡан ваҡытҡа тура килде. Белгестәр әйтеүенсә, өтөп алып барған ҡояш йәшелсәгә нығынып ҡалырға форсат бирмәгән. Шуға быйыл әлеге культураның гектар ҡеүәте түбән. Август аҙаҡта­рындағы — сентябрь баштарындағы ҡойма ямғырҙар ҙа хужалыҡ хеҙмәт­кәрҙәренең эшен тотҡарланы. Шуға Рәсим Мәғәриф улының ҡыуа­нысына һис тә ғәжәпләнәһе түгел — көндәр аяҙ торһа, икмәк тә буласаҡ.
“Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ!”— Быйыл борсаҡ уңды, гектар ҡеүәте 26 центнерға етте, – ти етәксе. – Күпмеһендер һаттыҡ, фуражға оҙаттыҡ, орлоҡҡа ла алып ҡалдыҡ. Ҡарабойҙай ҙа шәп булды. Йәмғеһе 1 миллион 700 мең һумлыҡ табыш алдыҡ. Киләһе йылдарҙа был культураларҙы тағы ла күберәк сәсергә иҫәп тотабыҙ.
Тәжрибәле хужа отолоп ҡалмаҫ. Ун ете йыл етәксе булыу уйын эш түгел. Ҡасандыр ошо колхозда гараж мөдире булып эш башлаған рәйестең бөгөн райондың иң ҡе­үәтле ауыл хужалығы кооперативына етәкселек итеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Рәсим Мәғәриф улы үҫемлекселекте лә, малсы­лыҡ­ты ла берҙәй үҫтереүгә өлгәшкән.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар булды­рырға тырышабыҙ, – ти ул. – Һауынсыларыбыҙ элекке кеүек феләк күтәреп, һөт ташып йөрөмәй. Барлыҡ биналар йылытыла, һыу менән тәьмин ителә, йыл әйләнәһенә ашхана эшләй. Халыҡты силостан, һаламдан өҙгәнебеҙ юҡ, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ.
“Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ!”Әйткәндәй, хужалыҡта “500 фер­ма” республика маҡсатлы про­граммаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Ул әле лә дауам итә. Быйыл тағы бер-ике корпустың ҡыйығын япмаҡсылар. Әлбиттә, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре дәүләт ярҙамын ғына көтөп ултырмай. Улар, мәҫәлән, Баҡалы һөт заводына көн һайын ике мең килограмға яҡын һөт тапшыра. Октябрь-ноябрь айҙарында, һыйырҙар быҙаулағас, күрһәткес тағы ла артыр тип көтөлә. Ғөмүмән, хужалыҡтың малсылыҡ тармағындағы һөҙөм­тәләре уҙған йылға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Кооперативта 600 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 200 баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Хужа­лыҡта мал ҡышлатыу ҙа уңышлы атҡарыла. Йәй ҡоро килгән йыл­дарҙа ла аҙыҡҡа ҡытлыҡ булмаған. Техника паркы ла ҡеүәтле.
Һәр ҡаҙаныш, еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, сабырлыҡ аша яулана. “Дружба” хужалығына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Коллектив ифрат татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, һауынсылар Лариса Зарифуллина, Хәниә Шәмсетдинова, Зәлиә Ғиззәтуллина – үҙ һөнәренең оҫта­лары. Араларынан Гөлнар Бәх­тиеваға килгәндә, ул бер нисә йыл рәттән район чемпионы булып танылған. Баш инженер Радик Әхмәтшин, комбайнсылар Винер Ғабдуллин, ағалы-ҡустылы Дамир һәм Риф Нуғайбәковтар, Риф Хәбибуллин, водителдәр Мирғәлим Бикәев, ағалы-ҡустылы Фәнис менән Флүр Шәйхуллиндар ҙа – алдын­ғылар иҫәбендә.
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда төш ауғайны инде. Ул арала комбайнсылар ҙа яланға ашыҡты.
— Ҡояш батҡансы эшләрһегеҙ инде бөгөн, — тибеҙ егеттәргә.
— Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ хәҙер!




Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА Район: Баҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә