Баш ҡалабыҙ “илап” оҙатып ҡалһа ла, Баҡалыла көн аяҙ ине.
— Ҡояшты әллә һеҙ алып килдегеҙ, ҡыҙҙар, — тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе райондың “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәсим Шакиров. — Ошоғаса ямғыр туҡтамай яуҙы. Хатта яландарға сығырға форсат булманы. Һөҙөмтәлә ураҡты һаман теүәлләп булмай. Бөгөн, күҙ теймәһен, көн аяҙ торорға оҡшай.
Ысынлап та, ауыл хужалығындағы уңыш-ҡаҙаныш ер кешеһенең генә тырышлығынан тормай шул. Күп нәмә тәбиғәт шарттарына бәйле. Ямғырҙың ваҡытында яумауы, ҡыштың ҡарһыҙ булыуы йә иһә сәсеү мәлендә көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы – барыһы ла ураҡ осоронда сағылыш таба. Әйтәйек, быйылғы майҙағы томралыҡ сөгөлдөр орлоғо шытҡан ваҡытҡа тура килде. Белгестәр әйтеүенсә, өтөп алып барған ҡояш йәшелсәгә нығынып ҡалырға форсат бирмәгән. Шуға быйыл әлеге культураның гектар ҡеүәте түбән. Август аҙаҡтарындағы — сентябрь баштарындағы ҡойма ямғырҙар ҙа хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен тотҡарланы. Шуға Рәсим Мәғәриф улының ҡыуанысына һис тә ғәжәпләнәһе түгел — көндәр аяҙ торһа, икмәк тә буласаҡ.
— Быйыл борсаҡ уңды, гектар ҡеүәте 26 центнерға етте, – ти етәксе. – Күпмеһендер һаттыҡ, фуражға оҙаттыҡ, орлоҡҡа ла алып ҡалдыҡ. Ҡарабойҙай ҙа шәп булды. Йәмғеһе 1 миллион 700 мең һумлыҡ табыш алдыҡ. Киләһе йылдарҙа был культураларҙы тағы ла күберәк сәсергә иҫәп тотабыҙ.
Тәжрибәле хужа отолоп ҡалмаҫ. Ун ете йыл етәксе булыу уйын эш түгел. Ҡасандыр ошо колхозда гараж мөдире булып эш башлаған рәйестең бөгөн райондың иң ҡеүәтле ауыл хужалығы кооперативына етәкселек итеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Рәсим Мәғәриф улы үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла берҙәй үҫтереүгә өлгәшкән.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, – ти ул. – Һауынсыларыбыҙ элекке кеүек феләк күтәреп, һөт ташып йөрөмәй. Барлыҡ биналар йылытыла, һыу менән тәьмин ителә, йыл әйләнәһенә ашхана эшләй. Халыҡты силостан, һаламдан өҙгәнебеҙ юҡ, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ.
Әйткәндәй, хужалыҡта “500 ферма” республика маҡсатлы программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Ул әле лә дауам итә. Быйыл тағы бер-ике корпустың ҡыйығын япмаҡсылар. Әлбиттә, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре дәүләт ярҙамын ғына көтөп ултырмай. Улар, мәҫәлән, Баҡалы һөт заводына көн һайын ике мең килограмға яҡын һөт тапшыра. Октябрь-ноябрь айҙарында, һыйырҙар быҙаулағас, күрһәткес тағы ла артыр тип көтөлә. Ғөмүмән, хужалыҡтың малсылыҡ тармағындағы һөҙөмтәләре уҙған йылға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Кооперативта 600 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 200 баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Хужалыҡта мал ҡышлатыу ҙа уңышлы атҡарыла. Йәй ҡоро килгән йылдарҙа ла аҙыҡҡа ҡытлыҡ булмаған. Техника паркы ла ҡеүәтле.
Һәр ҡаҙаныш, еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, сабырлыҡ аша яулана. “Дружба” хужалығына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Коллектив ифрат татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, һауынсылар Лариса Зарифуллина, Хәниә Шәмсетдинова, Зәлиә Ғиззәтуллина – үҙ һөнәренең оҫталары. Араларынан Гөлнар Бәхтиеваға килгәндә, ул бер нисә йыл рәттән район чемпионы булып танылған. Баш инженер Радик Әхмәтшин, комбайнсылар Винер Ғабдуллин, ағалы-ҡустылы Дамир һәм Риф Нуғайбәковтар, Риф Хәбибуллин, водителдәр Мирғәлим Бикәев, ағалы-ҡустылы Фәнис менән Флүр Шәйхуллиндар ҙа – алдынғылар иҫәбендә.
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда төш ауғайны инде. Ул арала комбайнсылар ҙа яланға ашыҡты.
— Ҡояш батҡансы эшләрһегеҙ инде бөгөн, — тибеҙ егеттәргә.
— Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ хәҙер!